25.06.2011 Эшкә урынлашҡанда кемдәргә һынау ваҡыты бирелә?
Юғары уҡыу йортон тамамлап, тәү тапҡыр эшкә урынлашырға килеүселәрҙе ҡабул иткәндә һынау ваҡыты ҡулланылмай. Әгәр белгес, уҡып бөткәндән һуң бер йыл эсендә эшкә урынлашмаһа, башҡалар кеүек үк, эшкә алынғанда һынау осорон үтә.
Ауырлы ҡатындарҙы һәм йәш ярымға тиклемге балалары булған әсәләрҙе эшкә ҡабул иткәндә лә һынау ваҡыты билдәләнмәй. Элеккесә, теге йәки был вазифаға конкурс буйынса һайланылған хеҙмәткәрҙәр, эшкә икенсе ойошманан күсерелгәндәр, сроклы хеҙмәт килешеүе менән ике айҙан да күберәк эшләргә йыйынмаған кешеләр һәм 18 йәшкә тиклемге йәштәр һынауҙан тыш эшкә алына. Башҡа хеҙмәткәрҙәр өсөн иһә һынау ваҡыты өс айҙан да артығыраҡ булырға тейеш түгел. Ойошма етәкселәренә, баш бухгалтер һәм уларҙың урынбаҫарҙарына был ҡағылмай, уларҙы ярты йыл һынарға мөмкин. Һынау ваҡытының маҡсаты − эшкә саҡырылған кешенең үҙ вазифаһына тап килеү-килмәүен тикшереү.