25.06.2011 Шаһиттарҙың ниндәй хоҡуҡтары бар?
РФ Енәйәт-процессуаль кодексының 56-сы статьяһында шаһиттарҙың хоҡуҡтары аныҡ билдәләнгән. Уға ярашлы рәүештә, енәйәт эшен тикшереүгә һәм хәл итеүгә әһәмиәте булған ниндәй ҙә булһа хәл-ваҡиғалар билдәле булһа, күрһәтмәләр биреү өсөн саҡырылған кеше шаһит тип иҫәпләнә. Шаһит үҙенә, тормош иптәшенә, башҡа туғандарына (ата-әсәһе, балалары, уллыҡҡа алыусылары, ир һәм ҡыҙ туғандары, бабайы, инәһе, ейәндәре) ҡаршы күрһәтмә биреүҙән баш тартырға хоҡуҡлы.
Шаһит күрһәтмә биреүгә риза булған осраҡта, ул күрһәтмәләрҙе енәйәт эше буйынса, хатта һуңынан баш тартҡан осраҡта ла, дәлил булараҡ файҙаланыу мөмкинлеге иҫкәртелергә тейеш. Кәрәк осраҡта шаһит бушлай тәржемәсе ролен дә файҙалана ала, уға һүҙен кире алыуын белдерә ала, күрһәтмәләрҙе туған телдә йәки үҙе белгән телдә бирә ала. Шаһит һорау алыусыға, тикшереүгә, прокурор һәм судьяға үтенесен белдерә, уларҙың ғәмәлдәренә һәм ҡарарҙарына йә сара күрмәүенә ялыу бирергә мөмкин. Шаһиттың һорау алыуға адвокат менән килеү хоҡуғы ла бар. Был осраҡта адвокат менән юридик ярҙам күрһәтеүгә килешеү төҙөлә. Һорау алыу тамамлағандан һуң адвокат шаһиттың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен боҙоу тураһында белдерә ала. Был һорау алыу протоколына индерелергә тейеш.