«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ә хаталар һаман бөтмәй



21.06.2011 Ә хаталар һаман бөтмәй

Яҙмам бүтән тигәйнем, яҙмайынса ла булдырып булмай: Өфө урамдарынан үткән саҡта төрлө учреждениелар, ойошмаларҙың алтаҡталарындағы хаталар күҙгә әллә ҡайҙан ташлана. Мәҫәлән, Салауат Юлаев майҙанындағы «Агидель» (башҡортса исеме юҡ) тирмәһенең ишек яңағына беркетелгән таҡтанан «яңы бушкән ҡаныр» һатылғанын белеп була.
Рихард Зорге урамындағы 46-сы йорттағы магазинда «Товары для детей» башҡортса «Балалар өсөн тауарҙары» килеп сыҡҡан...
Хәйер, миллионлаған халыҡ ҡараған телевидение тапшырыуҙарында ла хаталарға «эләгеп йығылаһың». Мәҫәлән, «йәйен» балығын «налим» тинеләр. Русса «сом» була уның исеме. Ә «налим»дың тәржемәһе – «шамбы». Тағы: «растение» һүҙен «үлән» тип тәржемәләйҙәр. Ә «растение» «үҫемлек» була түгелме? «Үлән» иһә «трава» тип йөрөтөлә шикелле...
Фәнил ӘХМӘТШИН,
хеҙмәт ветераны.
Өфө ҡалаһы.

Черниковка биҫтәһендәге Коль­цевая урамында урынлашҡан 80-се йорттағы «Тэш дент стоматология» тип яҙылған табличка шул тиклем эсте бошора. Миңә ҡалһа, телемде мыҫҡыллаған кеүек. Ярай әле, Ульяновтар урамындағы «Яшелса-йэнэштәр» магазины ябылды.
Хаталарға ҡарап, ирекһеҙҙән күңелгә шундай шиғыр юлдары килә:
Урамдарҙан үткәнемдә
Алтаҡталар ялтырай.
Туҡтап ҡалам, ҡулды йәйеп,
Ауыҙ асып, аптырап.
Ни яҙылған, ни күренә?
Ни башҡортса, ни русса...
Тартып-һуҙып уҡыған булам –
Йә хаталы, йә сит телсә.
Башҡортостанда йәшәгәнме ни
«Лу-Синь», «Навои», «Низами»,
«Наполеон», «Катерина»?
Еребеҙ тулған ят һүҙ менән:
«Ят-Синь», «Ли», «Арагац»,
«Клаем», «Наполеон-Юзифинә»...
Биҫтәмдә юҡ башҡортса атама –
Шәһит, Муса, Вәлиди,
Зәйнәб менән Һәҙиә.
Башҡорт телен белгәне лә
Урыҫ телен һөйәсе.
«Хлеб», «соль», «дай», «бери»,
«уйди» тип,
Танауын күккә сөйәсе!
Эй, башҡортом, аңлатайыҡ –
Онотмаһындар телебеҙҙе.
Матур башҡорт һүҙе менән
Биҙәйек еребеҙҙе!

Мәйсәрә АҡЪЕГЕТОВА,
хеҙмәт ветераны.
Өфө ҡалаһы.

Редакциянан. Әйткәндәй, гәзитебеҙҙең 26 мартындағы 23-сө һанында баҫылып сыҡҡан «Хатаһыҙ алтаҡта эҙләйбеҙ йәки Өфөлә хаталар һис ҡасан бөтмәҫ кеүек» тигән мәҡәлә баҫылып сыҡҡас, Өфө ҡалаһы ҡала округының ҡулланыусылар баҙары идаралығынан һәм ҡаланың Ленин районы хакимиәтенән, мәҡәләлә күрһәтелгән хаталар магазиндар, учреждениелар, ойошмалар тарафынан яҡын арала төҙәтеләсәк, тип яуап биргәйнеләр. Тик... хаталар һаман да урынында.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға