04.06.2011
Үткәндәрҙә ҡалһын барыһы!..
Яраттырҙың,
Үҙең яратманың,
Ниңә яратманың, аңлатманың.
Тормош юлдарында юлдаш итеп
Башҡа берәү менән атланың.
Үкенмәйек, ғәфү ҙә үтенмәйек,
Беҙ яттарбыҙ хәҙер, ситтәрбеҙ,
Үткәндәрҙән бергә килгәнбеҙ ҙә,
Киләсәккә айырым киткәнбеҙ.
Йыраҡ киткәнбеҙ,
Һинең дә, минең дә – үҙ
тормошом,
Һинең дә, минең дә –
үҙ ҡыуышым.
Әнғәм Атнабаевтың ошо шиғри юлдары тап беҙгә атап яҙылған кеүек... Нисә йылдан һуң, инде ғүмер көҙөнә аяҡ баҫҡас, ҡабат осраштыҡ. Был осрашыуҙы мин оҙаҡ көттөм. Күңелемдә әрнеү йәшәһә лә, һиңә булған хистәрем элеккесә саф килеш ҡалған, бер ҙә һүрелмәгән. Сәстәргә сал ҡунһа ла, йөрәктә йәшлек мөхәббәте матур кисереш булып һаҡлана икән. Бергә була алмауыбыҙға ғүмер буйы үкенеп йәшәнем. Сөнки һин өйләнгәс, ауыр уйҙарға бирелеп йөрөгәндән һуң миңә дуҫлыҡ тәҡдим иткән, үҙем яҡшылап та белмәгән бер урыҫ егетенә, уйлап та тормай, кейәүгә сыҡтым. Ләкин уйҙарыбыҙ берекмәне, уны ярата алманым. Балабыҙға бер йәш тулыу менән айырылып ҡайтып киттем. ҡабаттан тормош ҡорманым, эш, бала менән үҙемде йыуаттым. Эшкә талапсан булғас, етәксе урындарҙа юғары вазифаларҙа эшләнем. Эштән бәхетем булды, ә шәхси тормошом – тотош уңышһыҙлыҡ ине. Эстән ут йотһам да, кешеләр алдында һыр бирмәнем. Күҙ атыусылар булманы түгел, булды, уларҙы күңелем тиңһенмәне.
Барыһын ла һинең менән сағыштырып ҡарай инем, һиңә оҡшаған берәйһе осрар тип көттөм, буш хыялдар менән үҙемде өмөтләндереп йәшәнем. Артыма әйләнеп ҡараһам, ғүмер үткән дә киткән икән...
Кешенең яҙмышы маңлайына яҙылып ҡуйыла, тиҙәр. Ваҡыт һынауҙары менән был һүҙҙәрҙең хаҡлығына инана барам. Кем нисек уйлайҙыр, яҙмышымды үҙем теләгәнсә үҙгәртә алманым.
Барыһын ла һинең менән сағыштырып ҡарай инем, һиңә оҡшаған берәйһе осрар тип көттөм, буш хыялдар менән үҙемде өмөтләндереп йәшәнем. Артыма әйләнеп ҡараһам, ғүмер үткән дә киткән икән...
Эш, эш тип йөрөп, хатта балама ла тейешле тәрбиә бирә алмағанмын икән.
Һинең менән бергә булһаҡ, тормошом, бәлки, икенсерәк булыр ине. Һин мине ташларһың тип уйыма ла килтермәй инем бит... Артығыраҡҡа өмөтләнгәнмен, мине, буласаҡ кәләшем, тип яҡындарың, туғандарың менән таныштырып йөрөһәң дә, буласаҡ йәрең итеп икенсе берәүҙе һайланың.
«Бәхетлеһеңме?» – тип һорамайым. Сөнки беләм: ул ҡыҙ менән тормошоң килеп сыҡмаған.
Беҙҙең быйыл юбилейҙар – 60 йәшебеҙ. Мөхәббәт төшөнсәһен икенсерәк ҡабул итер йәштәбеҙ. Тормоштоң ел-дауылдары аҙ һынамаған, ауырлыҡтар сыныҡтырған, аҡыл тупларға мөмкинлек биргән.
Бөгөнгө көтөлмәгән осрашыу шулай ҙа йәшлек хистәремде тағы яңыртты. Ошо һөйләшеүҙән һуң һинең дә мине, йәшлек мөхәббәтеңде, һағынып, зарығып йәшәүеңде аңланым.
Тик юлдарыбыҙ күптән айырылған, ваҡыт тигән аяуһыҙ төшөнсә бер йылғаның ике ярын тоташтырыр күперҙәрҙе күптән емергән инде...
Үткәндәрҙә ҡалһын өмөттәр, матур кисерештәр, бәхетле мәлдәр...
Әлиә.
Асҡын районы.