«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен



04.06.2011 Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен

Күптән түгел М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыған буласаҡ башҡорт теле уҡытыусылары Сибай ҡалаһының интернат-гимназияһында практика үтте. Улар тәжрибәле уҡытыусы Әлнисә Алдырханова етәкселегендә дәрестәр үткәреп кенә ҡалманы, ә төрлө кластан тыш сараларҙа ла әүҙем ҡатнашты. Шуларҙың береһе – Сибай ҡалаһы мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, ветеран уҡытыусылар менән ойошторолған «түңәрәк өҫтәл».
Һөйләшеү бик фәһемле килеп сыҡты. Йәш уҡытыу­сыға мәктәптә эш башлағанда нимәгә иғтибар итергә, балаларҙа ни рәүешле үҙ фәнеңә ҡыҙыҡһыныу уятырға, уҡыусылар менән нисек уртаҡ тел табырға – һәр практикант үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Ветеран уҡытыусылар башҡорт теле уҡытыу­сыһы булыуҙың, башҡа фән уҡытыусыларынан айырмалы рәүештә, үтә лә яуаплы һөнәр булыуын билдәләп үтте. «Әсә теле уҡытыусыһы – ул тел һаҡсыһы, милләт һаҡсыһы, үҙ халҡының патриоты булырға тейеш», – тине ул.
«Түңәрәк өҫтәл» артында шулай уҡ «Әҙәбиәт дәреслеге бөгөн тормош дәреслеге була аламы?» тигән темаға ла бик йәнле әңгәмә ҡоролдо.
Гимназия-интернат уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханованың төрлө быуын уҡытыусыларын саҡырып, «түңәрәк өҫтәл» ойоштороуы маҡтауға лайыҡ . Быуындар бәйләнеше өҙөлмәҫкә тейеш.

Сәғиҙә БАЙНАЗАРОВА,
мәғариф ветераны.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға