«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Бай йөкмәткеле гәзит өсөн рәхмәт



14.06.2011 Бай йөкмәткеле гәзит өсөн рәхмәт

Бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы гәзит сығарғанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, редакция коллективы. Үҫмер сағымдан алып «Йәшлек»тән («Ленинсы») айырылғаным юҡ. Ә хәҙер миңә 48 йәш. Беҙ ғаиләбеҙ менән йәштәр баҫмаһын түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ, талашып уҡыйбыҙ. Гәзитте уҡып, үҙемде ҡабат йәш сағыма әйләнеп ҡайтҡандай хис итәм. Бигерәк тә сканвордтар, кроссвордтар сисеү ныҡ оҡшай. Шул йәһәттән Илдар Ғәбитовҡа рәхмәтемде еткерәм. Ул һәр саҡ башватҡыстары менән беҙҙе ҡыуандырып торһон.
Шулай уҡ төрлө хикәйәләр, ғәҙәттән тыш хәлдәр, ғибрәтле ваҡиғалар тураһында, спорт, мәҙәниәт, мәғрифәт, әхлаҡ темаларына яҙылған мәҡәләләр ҙә бик оҡшай.
Минең һеҙгә бәләкәс кенә үтенесем дә бар. Бер нисә йыл рәттән гәзиттә «Йәшлек» гүзәле» конкурсы бара. «Йәшлек» батыры» йәки «Йәш­лек» бөркөтө» конкурсы булдырылһа, ир-егеттәр өсөн дә ниндәй­ҙер стимул булыр ине, тип уйлайым.
Һеҙгә артабан да эшегеҙҙә уңыштар, һаулыҡ, шатлыҡ, бәхет теләйем.

Кинйәғәли СОЛТАНОВ.

Йылайыр районы,
Яманһаҙ ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға