«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Петрушка – наркотик?!



14.06.2011 Петрушка – наркотик?!

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү идаралығы, петрушканы көслө йоғонтоһо булған наркотик һәм ағыулы матдәләр исемлегенә индермәксе. Исемлеккә был тәмләткестең ҡабығы түгел, кеше һаулығы өсөн зыянлы май яһап була торған емештәре индерелгән.
РФ Дәүләт наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы идаралыҡ етәксеһе Виктор Иванов белдереүенсә, хөкүмәттең ҡарары сығыу менән был үҫемлектең магазин кәштәләренән алыныуы мөмкин. Сөнки тыйылған үҫемлектәр тейешле ҡарар менән раҫланып, махсус исемлеккә индерелә һәм һатыуҙан алына.
Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға