«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Баланың мәйете табылды



14.06.2011 Баланың мәйете табылды

29 майҙа республиканың Благове­щен ҡалаһында туғыҙ йәшлек Дарья Асеева юғалғайны. Ул кискеһен өйҙән уйнарға ғына сығып киткән һәм ошо көнгә тиклем ҡыҙҙың ҡайҙалығын бер кем дә белмәне. Дарьяны эҙләү өсөн Благовещен ҡалаһы халҡы, хоҡуҡ һаҡ­­лау органдары хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителде. Баланың юғалыуын төр­лөсә фаразланылар бәхетһеҙ осраҡ та, урлау версияһы ла ҡаралды.
Үкенескә күрә, Дарья тере түгел. Уның кәүҙәһе Благовещен районы тер­риторияһында ер аҫтынан табыл­ған. Белгестәр әйтеүенсә, бала яҡты донъянан үҙ үлеме менән китмәгән, Дарьяны үлтереп, ергә күмгәндәр.
Әле тикшереү эштәре бара. Дарья Асееваның үлемендә ғәйепле булыуы мөмкин булған кеше лә асыҡланған һәм уның менән кәрәкле органдар шөғөлләнә. Йәй, ғөмүмән, балалар өсөн хәүефле осор. Улар өлкәндәрһеҙ генә тәби­ғәткә сыға, һыу буйҙарына ашыға. Ба­ла-сағаның батып үлеү, бер ҡатлы бәләкәстәрҙең яуыз уйлы әҙәмдәр ауына эләгеү ихтималлығы бар. Шуға ла хөрмәтле ата-әсәләр үҙ балаларына ҡарата иғтибарын кәметмәһен ине.
Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға