28.05.2011 Ейәндәребеҙ телепат булырмы?
Америка профессоры Мичио Каку 100 йылдан тормоштоң ниндәй булырын ошолайыраҡ күҙаллаған
«The Times» гәзитенә биргән интервьюһында профессор алыҫ киләсәк тураһында һүҙ алып барған. «Был прогноздарҙың фантастикаға бер ҡағылышы ла юҡ, – ти ул, – улар бары тик ысынбарлыҡта булған һәм буласаҡ фәнни асыштарға ғына нигеҙләнгән».
Виртуаль донъяға алып китеүсе линзалар
Мичио Какуның әйтеүенә ҡарағанда, 2030 йылда яңы линза төрө барлыҡҡа киләсәк.
Улар интернет селтәренә сығыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Бындай линзаларҙың прототибы өҫтөндә Вашингтон университеты профессоры Бабак Парвиз эш башлаған да инде. Был ҡулайлама күреү һәләте һәйбәт булған кешеләрҙең дә күҙҙәренә ҡуйыласаҡ. Сөнки уларҙың маҡсаты икенсерәк. Интернетҡа сығыусы күҙлектәр ҡулланыусылар алдында виртуаль ысынбарлыҡты асып бирәсәк. Унда йәһәт кенә йөҙҙәрҙе таныу һәм сит телдәрҙе автоматик рәүештә тәржемә итеп, ҡабул итеү функциялары ҡаралған буласаҡ.
Был күренеш ошолайыраҡ күҙ алдына баҫа: мәҫәлән, Лондонда сит ил кешеһенән ниндәйҙер ресторанға нисек үтергә, тип һорайһығыҙ. Ул һеҙгә яуап бирә, ә тауышты таныусы махсус технологиялар тәржемә эшләй һәм текстың һүҙҙәре һеҙҙең ҡаршығыҙҙа янып күренәсәк. Эйе, был тап фантастика кеүек яңғырай. Тик бында бер ниндәй ҙә магия юҡ. Телде һәм йөҙҙө таныусы функциялар хатта әле үк бар. Киләсәктә күҙҙәргә контакт линзалар итеп кейеп йөрөрҙәй бәләкәс кенә миникомпьютер эшләү ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ.
Юҡҡа сыҡҡан төрҙәрҙе кире терелтеү мөмкинлеге бар
2070 йылға ғалимдар фаунаның юҡҡа сыҡҡан бик күп төрөн ҡабаттан тергеҙергә ниәтләй.
Бразилияла 25 йыл элек һәләк булған йәнлектең ДНК өлгөләренән уның клонын килтереп сығарыуға өлгәшкәндәр. Неандерталецтың да геномы асыҡланған. Фән даирәләрендә кешенең был төрөн тергеҙеү хаҡында етди уйланалар. Бының нимәгә кәрәк икәне аңлашылмай, әлбиттә, әммә кешенең ҡыҙыҡһыныуын еңеп ҡара! «Advanced Cell Technology» корпорацияһынан Роберт Ланза уйлауынса, был мәсьәләне хәл итеүҙә бары тик бер генә проблема бар – этика. «Техник һәм технологик яҡтан ҡарағанда, бөтә нәмә лә килеп сығырға тейеш. Бары тик был эш менән шөғөлләнергә кәрәкме икәнен генә хәл итергә кәрәк», – ти ул.
Кешенең тәнен дә эшләп була
Кеше организмы өсөн төрлө «запчастар» ҙа ирекле һатыуҙа буласаҡ.
Яңы биотехнологиялар бөгөн дә ғалимдарға лаборатория шарттарында яңы танауҙар, ҡолаҡтар, ҡан тамырҙары һәм башҡа ағзалар үҫтереү мөмкинлеге бирә. Губка кеүек пластик нигеҙгә пациенттың ДНК күҙәнәктәре ултыртыла. Был күҙәнәктәргә катализатор өҫтәгәс, улар шәп тиҙлектә үҫә һәм үрсей башлай. Шулай итеп, тәүҙә тере туҡымалар барлыҡҡа килә, ә артабан – хатта тән ағзалары. Был турала Уэйк-Форест университетынан Энтони Атала һөйләй.
Телепат булыу өсөн артыҡ һәләт кәрәкмәй
Тиҙҙән, 20 йыллап ваҡыт уҙғандан һуң, кешелек телепатик мөмкинлектәргә эйә буласаҡ, тигән мәғлүмәт тә бар.
Бөгөн ғалимдар фалиж һуҡҡан кешеләрҙең мейеһенә махсус микросхемалар ҡуя белә. Улар ярҙамында бары көс менән, компьютерҙар менән идара итеп була, электрон хаттар яҙыу, веб-браузерҙарҙы ҡулланыу, видеоуйындар уйнау ҙа бер ни тормаясаҡ.
Японияның «Honda» компанияһында инженерҙар пациенттар менән тик фекер ҡеүәһе ярҙамында идара итә торған роботтар уйлап сығарған. Калифорния университетынан Кендрик Кейли һүҙҙәренә ҡарағанда, киләсәктә телепаттарҙың килеп сығыуы ҡотолғоһоҙ. Һәм бының өсөн кешегә бер ниндәй ҙә артыҡ һәләт талап ителмәйәсәк.
Әллә ҡағыҙ, әллә сынаяҡ
Иң ҡыҙыҡлыһы шул – 2100 йылда «программалаштырылған материя» технологиялары барлыҡҡа киләсәк.
«Терминатор – 2», «Т – 1000»де бөтәһе лә хәтерләйҙер. Шуның кеүегерәк технологиялар тураһында һүҙ бара ла инде: донъяла формаһын компьютерҙар аша программалаштырасаҡ материалдар барлыҡҡа киләсәк. Әле булавка ҙурлығындағы ғына микрочиптар уйлап сығарылған да инде. Электр разрядтары йоғонтоһонда улар йә ҡағыҙ бите, йә тәрилкә, йә сынаяҡ формаһын ала. Хатта бер төймәгә баҫыу менән тотош ҡалаларҙың ҡалҡып сығыуы мөмкин булыуы ихтимал, тип яҙа «The Times».
Йондоҙҙарға юлдар асыла
Йыһан технологиялары ла ҙур үҫеш кисерәсәк, тигән фекерҙә белгестәр.
«100 йылдан беҙ йондоҙҙарға оса аласаҡбыҙ», – ти улар. Бөтә нәмә лә тырнаҡ ҙурлығында ғына булған микрокомпьютерҙарҙан башланасаҡ. Уларҙы бөтә йыһанға ебәрергә мөмкин буласаҡ, тиҙлектәре – яҡтылыҡ тиҙлегенә яҡын. Был микрокомпьютерҙар ғаләмде тикшереп, өйрәнеп йөрөйәсәк. Аҙаҡ уны колонизациялауға кешеләр үҙҙәре тотонор, моғайын.
Ауырыуҙар ҙа ҡалмаҫ, ахырыһы
Яҡынса 100 йылдан кешелек яман шеш ауырыуын тамам еңеүгә өлгәшәсәк.
Белеүебеҙсә, был ауырыуҙы бары тик иртә стадияларында ғына юҡ итеп, кешене дауалап була. Шуға ла киләсәктә унитаздарға ДНК-чиптар ҡуйыласаҡ. Улар шеште иң тәүге этабында уҡ асыҡларға ярҙам итәсәк. Аҙаҡ организмға шеш күҙәнәктәренән таҙартыусы махсус нано-компьютерҙар ебәреләсәк.
Ярым кеше – ярым робот
Массачусетc технологик университетынан Родни Брукс яңы быуаттан кешелектең роботтар менән берләшеүен көтә.
«Беҙҙең тәнебеҙ киләсәктә радикаль ген үҙгәрештәренә дусар буласаҡ», – ти ул. Ә эргәбеҙҙә аҡыллы, кешегә оҡшаш роботтар йөрөйәсәк. Улар шул тиклем камил буласаҡ, хатта көндәлек тормошта үҙҙәрен ысын кешеләрҙән айырыуы ла ҡыйын булыуы мөмкин. Кешеләр үҙҙәре лә өлөшләтә киборгҡа әйләнәсәк. «Дарвин теорияһы дөрөҫлөккә тап килеүҙән туҡтап, кибернетика менән биологияның сиктәре юйыласаҡ», – ти ғалим.
Бындай киләсәк кәрәкме беҙгә? Беҙ ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең яртылаш робот булыуын теләйбеҙме? Был үҙгәрештәр ниндәй һөҙөмтәләргә килтерер? Хәйер, урынһыҙ һорауҙарҙыр. Прогресты туҡтатып булмай һәм ул, үҙ закондарына ғына буйһоноп, барыбер алға атлаясаҡ. Үҙебеҙ емереп бөтөп барған Ерҙән дә бит аҙаҡтан ҡайҙа ла булһа ҡасып китергә кәрәк буласаҡ, ә юғары технологияларһыҙ быны, ай-һай, башҡарып булмаясаҡ шул.