21.05.2011 Ҡасан электр уты килеп етер?
ҡәҙерле редакция!
Утһыҙ ултырған ауылдар юҡ, тип уйлайһығыҙҙыр әле. Ә бына беҙҙең Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа бар. «Көнсығыш – 2» биҫтәһе ул. Бында 50 – 60-лап йорт бар, 2-шәр, 3-әр, хатта 5-әр балалы ғаиләләр йәшәй. Яныбаевтар, Зәйнуллиндар, Сафуановтар, Вәлиуллиндар һ.б. унар йыл шәм менән көн күрә. Ярай, ҡайһы бер хәллерәк ғаиләләр генератор кеүек нәмә һатып алып, төнгө сәғәт 12-гә тиклем лампочка яндыра. Ә һыуытҡыс, телевизор, башҡа көнкүреш техникаһы өсөн көнө-төнө генератор ҡуйып булмай ҙа инде. Хатта кеҫә телефонын да эштә зарядкаға ҡуйып алып ҡайталар. Бына, мәҫәлән, Сафуановтарҙың өс балаһы бар. Береһе астма менән ауырый. Уға йыш ҡына ингалятор ҡулланалар. Һығылып ауырый башлаһа, үҙәккә алып баралар. ҡыш көнө бигерәк ауыр, юл таҙартылмай. Оло юлға биш саҡрым тирәһе. Балаларға мәктәпкә лә барырға кәрәк бит. «Ашығыс ярҙам» килһә лә инә алмай.
Урамдарҙың исемдәре, өйҙәрҙең номерҙары ла юҡ. Шунлыҡтан гәзит-журналдарға ла яҙыла алмайбыҙ. Мейес тотонабыҙ. Был турала күп урынға мөрәжәғәт иттек – файҙаһыҙ. Район хакимиәте лә, беҙҙең төбәктән БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты ла был хаҡта белә. Район гәзитенә яҙып, ике айҙан электр уты буласаҡ, тип вәғәҙә итһәләр ҙә, өмөт аҡланманы. Быйыл да республика етәкселегенә мөрәжәғәт итмәй булмаҫ. Ә юл аша ғына ятҡан «Көнсығыш–1» биҫтәһендә газ үткән, ут өйҙәрҙә лә, урамда ла балҡып тора, ҡышын юл да таҙартыла. Беҙгә тағы күпме көтөргә һуң? Ошо һорауға яуап табышығыҙ, зинһар!
«Көнсығыш – 2» биҫтәһендә йәшәүселәр
исеменән –
Рәхилә ӘБДРӘХИМОВА.
Әбйәлил районы.
Редакциянан. Әбйәлил районы хакимиәте был проблема менән яҡшы таныш. Халыҡҡа биргән вәғәҙә ҡасан үтәлер? «Йәшлек» гәзите лә быға яуап көтә һәм «Көнсығыш – 2» биҫтәһенә ут үткәреү буйынса эштәр барышын күҙәтеп барасаҡ.