14.05.2011 Уңыш сере
Фиҙакәр хеҙмәте менән абруй яулаған, ҡайҙа ла һүҙе үткән, сирек быуат тиерлек Әбйәлил районындағы юл ремонт-төҙөлөш идаралығын етәкләгән, район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын башҡарған Мирхәт Рәжәпов менән осрашыуға йыйынғанда, тормошта үҙ урынын табып, юғары баҫҡыстарға өлгәшеүселәрҙең уңыш сере ниҙә, уның берәй төрлө математик ҡалыптарға һалынған формулаһы бармы икән, тигән һорау килеп тыуҙы. Әгәр ундай формула була ҡалһа, ул башҡаларға ла яраҡлымы, әллә һәр шәхестең үҙенә генә ярашлы нескәлектәре бармы икән? Әйтәйек, тырышлыҡҡа эшһөйөүсәнлекте ҡушаһың да, килеп сыҡҡан сумманы яуаплылыҡ һәм маҡсатҡа ирешеүсәнлеккә ҡабатлайһың, һөҙөмтәлә килеп сыға уңыш, хөрмәт һәм бәхет. Ә һуң тәртип, түҙемлек кәрәкмәйме ни? Әлбиттә, кәрәк! Уны ла ҡушмай сараң юҡ. Шулай уҡ осраҡлылыҡ та (тейешле ваҡытта тейешле урында булыуың) үҙ ролен уйнамай ҡалмай, тик уны формуланың ҡайһы еренә ҡуйырға, ҡушырғамы, ҡабатларғамы, тигәндәй?.. Башҡаларға ла өйрәтеү, таратыу маҡсатында махсус уңыш формулаһын сығарып маташыуым һис бер һөҙөмтә бирмәне, шуға ла, теорияны ғалимдарға ҡалдырып, практикаға күсергә, йәғни мәҡәлә геройына әйләнеп ҡайтырға тура килде. Бәлки, уның тормош юлы ошо мәсьәләгә бер аҙ асыҡлыҡ индерер?
Ышаныс күрһәткесе
Мирхәт Рәжәповтың исеме әбйәлилдәргә яҡшы таныш, ә республика халҡына ул бик үк билдәле түгел. Әгәр Мирхәт ағай телевидение «йондоҙо», эстрада артисы, сәйәсмән булһа, әлбиттә, үҙен белмәгән кеше булмаҫ ине. Әммә ул билдәлелеккә, популярлыҡҡа, шау-шыуға ынтылмай, үҙенең вазифаһына яуаплы ҡараған, эшен теүәл, еренә еткереп үтәгән ябай хеҙмәт кешеһе булып ҡала. Уның эш көнө сәғәт һигеҙҙә башлана, ә ҡасан тамамланыры – Хоҙай ҡулында, сөнки көн торошона, эш барышындағы төрлө хәл-ваҡиғаларға бәйле өйгә ҡайтыу ваҡытының кисектерелеүе лә ихтимал. Ғөмүмән, бөгөн предприятие директоры – эш процесын тәьмин иткән етәксе генә түгел, ә иҡтисадсы ла, психолог та, юрист та, эшҡыуар ҙа. Кәңәшләшергә урынбаҫарҙары, ярҙамсылары булған хәлдә лә, һәр бер мәсьәләлә төп һүҙҙе ул әйтергә, проблемаларҙы хәл иткәндә берҙән-бер дөрөҫ юлды ла ул һайларға тейеш – предприятие карабын баҙар иҡтисады диңгеҙендә батырмай, команданы юҡҡа сығармай алға алып барыу бурысы уның иңдәренә йөкмәтелгән, кешеләр яҙмышы өсөн яуаплылығы хаттин ашҡан. Ике тиҫтәнән ашыу йыл идаралыҡты етәкләү холҡона ла тәьҫир итмәй ҡалмаған, ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫеү, һүҙгә тоғролоҡ ҡанына һеңгән: әгәр ниндәйҙер ҡарар ҡабул ителә икән, тимәк, ул төплө факттарға нигеҙләнгән; нимәлер әйтә икән, тимәк, һүҙе өсөн яуап тота ала, вәғәҙәһе елгә осмай. Юҡҡа ғына халыҡ уны әллә нисәмә тапҡыр район советы депутаты, ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе итеп һайламаған бит. Был төп ышаныс күрһәткесе ул.
Тормош баҫҡыстары
Мирхәт ағай сығышы менән ҡаҙмаш ауылынан. Атаһы фани донъянан киткәндә, уға ни бары өс кенә йәш булған. Әсә дүрт балаһын ҡосаҡлап тороп ҡалған. ҡайһы берәүҙәр, йәш ҡатынды йәлләп, балаларыңды интернатҡа бир ҙә, кейәүгә сыҡ, тип кәңәш итһә лә, Маһикамал, артыҡ бер балам да юҡ, тип, ул-ҡыҙҙарын ил буйлап таратмаған, барыһын да ата нигеҙендә аяҡҡа баҫтырған, уҡытҡан. Ун йәшлек сағында (ауылдарына ут үткәргәндә), электрик булам, тип хыялланып йөрөгән Мирхәт, мәктәпте тамамлағас, Өфө авиация техник институтына уҡырға инә. Бер аҙҙан тыныс холоҡло, аҡыллы, ғәҙел, үҙ-үҙенә һәм башҡаларға ҡарата талапсан беренсе курс студентын инженер итеп кафедраға ярты ставкаға эшкә алалар. Биш йыл буйы осоу аппараттарының ныҡлығын һынау, иҫәпләү менән шөғөлләнеп, Мирхәт Зиннәт улы ошо тема буйынса диплом яҡлай. Уҡытыусылары, ғилми эшең – әҙер кандидатлыҡ диссертацияһы, тип уны уҡыу йортонда ҡалырға өгөтләй. Ләкин Әбйәлил егете армиянан һуң ике-өс ай институтта эшләп ҡарай ҙа, фатир булмау сәбәпле, тыуған яғына ҡайтырға ниәтләй. Поезда һөнәрселек училищеһы директоры Әсғәт Хәсәнов осрай, ул йәш белгесте үҙенә эшкә саҡыра. Шунда барырға йөрөгәнендә, райком коммунист Рәжәповты РТП-ға йүнәлтә: «Әлегә инженер вазифаһында эшләп тор, аҙаҡ ҡарарбыҙ». Тиҙҙән Мирхәт Зиннәт улын партком секретары итеп һайлайҙар. Өс йылдан һуң ул үҙ теләге менән артта һөйрәлеүсе автогаражға эшкә күсә, уны табышлылар рәтенә сығарыу буйынса байтаҡ көс һала. Ә 1988 йылда юл ремонт-төҙөлөш идаралығын етәкләй, шунан бирле бар тормошо ошо предприятие менән тығыҙ бәйле.
– Беҙҙә, хөрмәт ҡағыҙына, премияға, маҡтауға лайыҡ булам тип, йә, көн үтһен, сабата туҙһын, тип еңел-елпе эшләгән кеше юҡ, – ти директор, – һәр кем үҙ урынында, һәр береһе, башҡаларға һылтанмай, һалынмай, үҙ бурыстарына яуаплы ҡарап, эшен башҡара. Шуға ла дөйөм эшебеҙ ырай, алға бара.
Яуаплылыҡ тураһында
– Мин бәләкәй саҡтан ауылыбыҙҙа механизаторҙарҙың эсеп йөрөгәнен иҫләйем, – тип, Мирхәт Зиннәт улы бөгөнгө көн бәләһенә баҫым яһаны. – Кемдең атаһы эсә, шуларҙың балалары мәктәптә насар уҡый торғайны, тәртиптәре лә маҡтанырлыҡ түгел ине. Әсәйҙәре иҫерткес эсемлектәрҙе ауыҙҙарына алмаған хәлдә лә, атайҙарҙың ғына эсеүе лә барыбер балаларҙың яҙмышына кире йоғонто яһаған булған, тимәк. Ә хәҙер ҡайһы бер ғаиләләрҙә атай ҙа, әсәй ҙә эсә. Бына ҡайҙа ул трагедия...
Эскелектең көсәйеүен әңгәмәсем әхлаҡи ҡиммәттәрҙең юғалыуында, эшһеҙлектә, маҡсатһыҙ йәшәүҙә күрә. Юғары эш хаҡы түләнгән эш урыны, маҡсаттары булған кешенең иҫерткес эсемлектәр менән мауығырға ваҡыты ла, теләге лә ҡалмай. Ә әгәр ҙә кеше алдында бер ниндәй перспектива күрмәй икән, ул эскелек һаҙлығына батҡандан-бата, башҡаларҙы ла үҙе артынан эйәртә. Әле ауылдарҙа халыҡ, шәхси хужалыҡтарына таянып, үҙ көсө менән йәшәргә ынтыла: күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрарға тырыша, пилорама тота. Тик ҡалаға яҡын йәшәүселәргә ит-һөттәрен һатыуға сығарыу бер ҡыйынлыҡ тыуҙырмаһа, алыҫта, төпкөлдә йәшәүселәр өсөн был артыҡ баш ауыртыуы. Шуға ла, кем килһә лә, итен дә, һөт-майын да, мал тиреһен дә, картуфын да ни бары ярты хаҡҡа һатып ебәрергә мәжбүр. Ни эшләп дәүләткә ошо мәсьәләне хәл итмәҫкә? Әллә ҡайҙан, икенсе ҡитғанан килтерелгән тауыҡ боттарын һатып алып ятҡансы, шәхси, фермер хужалыҡтарында етештерелгән итте сауҙаға сығарырға булышлыҡ итер ине. Ғөмүмән, иткә бәйле ғауғалар ҡубып тора бит: йә Латин Америкаһынан илебеҙгә 36 йыл стратегик запас маҡсатында һаҡланған итте индерергә маташалар, йә, Австралиянан килтерелгән юғары сортлы ит, тип, Һиндостан көтөүлегендә йөрөгән буйволдарҙың телен, эсәк-тояҡтарын беҙгә ашатырға тырышалар... Үҙебеҙҙең етештереүселәр менән ундай проблемалар булмаҫ ине. Тик дәүләтебеҙ шәхси, фермер хужалыҡтарына ярҙам итәһе, урындағы инвесторҙарҙы үҫтерәһе урынға, киреһенсә, уларға аяҡ салғандай. Мәҫәлән, Әбйәлил районында байтаҡ шәхси эшҡыуар пилорама тота. Йәғни һәр береһе үҙҙәренең ауылдаштарына яңы эш урыны булдырған. Әммә һуңғы ваҡытта улар эшһеҙ тороп ҡалды, сөнки урмандар ситтән килгән инвесторға – «Селена-урман»ға бирелгән. Юғары сифатлы пиломатериалдар етештереү проектын тормошҡа ашырырға бурыслы инвесторҙан урындағы халыҡ бер файҙа күрмәй, ә зыяны күҙ алдында – ағастар гел ситкә ташыла, ерҙең йәшел үпкәләре – урмандар юҡҡа сығарыла. ҡайҙа вәғәҙә ителгән яңы эш урындары, арзанға төшкән ағас йорттар? Улар юҡ.
– Ситтән инвесторҙарҙы эҙләргә кәрәкмәй, урындағыларҙы үҫтерергә кәрәк, – тип иҫәпләй Мирхәт Рәжәпов. – Ошо ерҙә тәпәй баҫҡан кеше тыуған иле, туғандары, ауылдаштары өсөн яуаплылыҡ тойоп йәшәй, эшләй, һәр үлән, ҡыуаҡ уның өсөн ҡәҙерле. Ә ситтән килгән инвестор тик үҙ яғын ғына ҡайыра (дөрөҫөрәге, үҙ кеҫәһен генә ҡайғырта), үҙенән һуң ҡап-ҡара ер ятып ҡалһа ла бошонмаясаҡ.
Ситтәр тураһында һүҙ сыҡҡас, Яҡтыкүл проблемаһына ла ҡағылмайынса булмай. Кемдең ҡулында – шуның ауыҙында, тигәндәй, гүзәл күл буйында төрлө юлдар менән участка алып ҡалған түрәләр, бай кеҫәлеләр, береһенән-береһе уҙҙырып, ярға терәп тиерлек йорттар төҙөп бөттө. Престиж мәсьәләһе тәүге урында торғанда, экология талаптарын үтәү ҡайғыһы булған тиһегеҙме ни уларҙа?! Һәм бөгөн иң матур күлдәребеҙҙең береһен даими рәүештә канализация һыуҙары бысрата.
– Олоғайған һайын тыуған ер тураһында күберәк уйланаһың, үҙеңдең тәбиғәт өсөн яуаплы икәнеңде тояһың, әгәр нимәнелер үҙгәртергә хәлеңдән килмәй икән, шул тыныслығыңды урлай, бошондора, – Мирхәт Зиннәт улы, эйәген ҡаушарылған ҡулдарына терәп, бер мәлгә уйға сума. – Тағы мине нимә борсоймо? Кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте. Үкенескә күрә, мөнәсәбәттәрҙә эскерһеҙлек, ярҙамсыллыҡ, тоғролоҡ кеүек сифаттар юғала бара, элекке кеүек кеше кешегә туған, дуҫ, иптәш түгел. Кемдер үҙенең һәләте, эш сифаттары, тырышлығы менән үҫә, карьера баҫҡысы буйлап күтәрелә башлай икән, икенсе берәүҙәрҙең уның башына һуғып, аяғынан тартып, аҫҡа тәгәрәтеп төшөрөргә ынтылыуы бик тә ихтимал. Башына һуғырға хәленән килмәгән осраҡта, алға барыусыларҙың тәгәрмәсенә таяҡ тығып булһа ла кинәнәләр. Шундай әҙәмдәрҙең арабыҙҙа булыуы, йөҙөбөҙгә йылмайып бағып, арҡабыҙҙан этеүе – күңелһеҙ күренеш. Ни тиһәң дә, көнсөллөк алама нәмә, йәштәр шул ҡортто күңелдәренә оялатмаһын.
Йәштәр тигәндән, идаралыҡта йәштәргә айырым иғтибар бирелә. Үҙ аллы эш башлар алдынан байтаҡ белгес тап ошонда ҡанат нығытҡан, тәжрибә туплаған. Быйыл да юл ремонт-төҙөлөш эштәренә йәштәрҙе күберәк йәлеп итергә ниәтләйҙәр. Эшләргә теләге һәм тейешле белеме булһа, беҙҙә эш табыла, ти директор: «Йәштәр менән эшләүе еңелерәк тә, ҡыҙығыраҡ та».
Етәксегә ниндәй сифаттар мотлаҡ, тигән һорауға Мирхәт Рәжәпов былай тип яуапланы: «Тәү сиратта ул кеше йәнле булырға тейеш. Етәксе үҙенең ҡулы аҫтында эшләүселәрҙе яратмай, уларҙы ихтирам итмәй икән, китһен вазифаһынан, этләтмәһен кешеләрҙе. Тормошта бумеранг ҡағиҙәһе көслө: һин башҡаларға ниндәй мөнәсәбәттәһең, улар ҙа һиңә шундай ҡарашта, изгелек ҡылаһың икән – шул уҡ үҙеңә кире әйләнеп ҡайта, яманлығың да үҙеңдән алыҫ китмәй. Мин һәр ваҡыт бергә эшләгән иптәштәргә ихтирам менән ҡараным, улар ҙа мине һынатманы. Әлегәсә, сетерекле мәсьәләләр килеп тыуғанда, уларҙы гел бергә хәл итәбеҙ. Кеше бер-береһе, татыулыҡ, хеҙмәттәшлек менән көслө».
...Мирхәт Рәжәпов менән оҙон-оҙаҡ хәбәр һатып ултырып булмай – әленән-әле уға телефондан шылтыраталар, кабинетынан кеше өҙөлмәй. Шуға ла әңгәмәләшкәндә уның шәхси уңыш формулаһын һорарға иҫтән сыҡҡан. Хәйер, был мөһим дә түгел, буғай. Сөнки уңышты ҡағыҙҙа ғына иҫәпләп сығарып булмайҙыр ул – уны кисерергә, тир түгеп яуларға кәрәк.
Баныу ҡАҺАРМАНОВА.