«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » ҠАР ИЛЕНДӘ ҠАЙЫНДАР ҘА ЮҠ, ИСМАҺАМ, СЕР ҺӨЙЛӘРГӘ



14.05.2011 ҠАР ИЛЕНДӘ ҠАЙЫНДАР ҘА ЮҠ, ИСМАҺАМ, СЕР ҺӨЙЛӘРГӘ

“ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы”
ҠАР ИЛЕНДӘ ҠАЙЫНДАР ҘА ЮҠ, ИСМАҺАМ, СЕР ҺӨЙЛӘРГӘ
Бованенковоға беҙ килгәс башлан­ған буран биш көн буйы, ғәйрәтен ҡайҙа ҡуйырға белмәгән һымаҡ, ҡоторҙо ла ҡоторҙо. Бындағы бурандар ҙа беҙҙәге кеүек түгел. Ул дауыллы еле менән ҡурғаш пуляларҙы хәтерләткән ҡар бөртөктәрен ҡуйындарға, ең остарына тыңҡыслай. Иркенләп тын алып та, ҡарап та булмай, танау эсе, күҙ алмалары, йөҙләгән энә менән тишкеләгән һымаҡ, әрнетә. Бындай саҡтарҙа Рәми Ғариповтың “Буранда” шиғыры иҫкә төшә.
Ел-арыҫлан, сал ялдарын сайҡап,
ҡотороноп өҫкә ташлана.
Тын быуыла, алға барып булмай,
Кем кемде, тип, алыш башлана.
Ике аҙым ерҙән эргәңдә атлаған кешене күрерлек түгел, шуға ла эшкә барғанда-ҡайтҡанда, бер-беребеҙгә һыйынып, бер өйөр булып йөрөйбөҙ. Буран саманан сығып шашҡан һайын, күңелгә шом өҫтәлә. Уның яраланған ғифриттең ажғырыуын хәтерләткән үкереүенә ҡеүәтле “Caterpillar”, “Трикол”, “Урал” машиналарының тәүлек әйләнәһенә геүләүе лә ҡу­шыл­һа, күңелдәге шөбһәләнеүҙәр тағы ла артып китә. ҡарап торһаң, төҙөлөш майҙандарындағы йөк күтәреү крандарының уҡтары, был тиклем көслө елгә сыҙамай, ергә ҡолар кеүек. Балок тип аталған эшселәр йәшәгән торлаҡ вагондары, буран һыҙғырыуына ҡушылып, урындарында бейеп тора.
Биш тәүлектән һуң ғына тәбиғәт аҡылына килде шикелле, һауа температураһы ҡапыл ғына түбән тәгәрәне лә, көндәр аяҙға тартты. Тап ошондай ваҡытта Ямал күгендә нәжәғәй уйнай башлай икән дә. Миллионлаған көмөш тәңкә йымылдашҡан күк көмбәҙендә сәхнә түренә эленгән ебәк шаршауҙы хәтерләтеп уйнаған төньяҡ балҡышын күҙәтеүе үҙе бер мөғжизә. Бала саҡта төндәрен лапаҫ башына ҡоролған ҡыуышта ҡош юлын, бер-береһен баҫтырып аты­лыш­ҡан шаян йондоҙҙарҙы ҡарап ятҡан ваҡыттар иҫкә төшә. Һай, барыбер сит тарафтарҙың нәжәғәйе, әллә ниндәй төҫтәрҙә балҡыһа ла, тыуған ереңдең ләйсән ямғырҙан һуң ҡалҡып сыҡҡан Салауат күперенә етәме ни?
Ямалда ҡыш сентябрь аҙаҡтарында башлана ла, июнь аҙағына ҡәҙәре һуҙыла. ҡар әллә ни ҡалын түгел, шулай ҙа ул 270 – 280 көн ята. Йәй оҙонлоғо ни бары 55 – 70 көн тирәһе генә. Ел тиҙлегенең секундына 30 метрға етеүенә бында күптән эшләүселәр күнегеп тә бөткән, Ямалға тәү тапҡыр аяҡ баҫҡандарға өйрәнеп китеүе ауырыраҡ, әлбиттә. ҡыш айҙарында ярымутрауҙа уртаса һауа температураһы минус 24 – 28 градус тәшкил итә. Ямал тарихында рәсми рәүештә теркәлгән иң түбән һауа температураһы минус 63 градус булған.
Ямалдың үҫемлек донъяһы бик ярлы. Йөҙәр саҡрымдарға һуҙылған арауыҡта бер генә ағас та осратмаҫһың. ҡайҙа инде беҙҙәге йәшел шәлдәрен шаян елгә елберләтеп уйнаған аҡ күлдәкле ҡайындар? Бында, башлыса, мүк үҫә. Хайуандар донъяһын аҡ төлкөләр, ҡуяндар, боландар тәшкил итә. Бүреләр ҙә бар, тиҙәр, әммә уларҙы күргән кеше һирәк. Карское диңгеҙе яры Арктика хужаһы – аҡ айыуҙар хакимлығында. ҡыш етеү менән улар ҡоро ерҙән алыҫҡараҡ, Төньяҡ ҡотопҡа ҡарайыраҡ, китеүҙе хуп күрә. Ә йәй көндәре ҡайһы бер дыуамалыраҡтары 30 саҡрымға ҡәҙәре материкка ла үтеп инә, имеш.
Ненец халҡының боронғо легендаларына күҙ һалһаң, элек был ерҙәрҙә сихиртя ҡәбиләһенә ҡараған кешеләр йәшәгән. Улар бәләкәй буйлы, асыҡ ҡарашлы, ифрат ҡунаҡсыл булған, ти. Кейгән кейемдәре лә тимер тәңкәләр менән биҙәлгән булған, имеш. Сихиртялар балыҡ тотоу, һунар итеү менән шөғөлләнгән. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Ямалда 41 454 ненец милләтле кеше йәшәй. Улар ана шул сихиртяларҙың ырыу­ҙаштары инде.
Бурандар туҡтап, сатнама һыуыҡтар башланғайны, бығаса һин дә мин генә йөрөгән байтаҡ егет сәсрәп ауырыны ла китте. Тын юлдары яна, өҙлөкһөҙ йүткертә, баш емерелеп килә, быуындар һыҙлай, туҡтау­һыҙ ҡалтырата. Медицина бүлегенә барыу менән дә, фельдшер бромгексин менән йүтәлгә ҡаршы таблеткаларҙан башҡа нәмә бирмәй. Хәйер, башҡа төрлө дарыу юҡ та шикелле. Тән температураһы юғары булып мөрәжәғәт иткән сирлеләрҙе өс көнгә эштән бушата бушатыуын. Ләкин балокта аунап ятҡан был көндәргә аҡса түләнмәй. Шуға күрә лә күптәр, аяҡтарын көскә һөйрәп йөрөһә лә, эшкә барырға тырыша. Таяҡтың тағы ла бер осо бар икән – кемдәр өс көндән артыҡ ауырып түшәктә ятҡан, уларҙы икенсе вахтаға килгәндә эшкә алмауҙары ла ихтимал.
Бер кис эштән һуң, мин ауырып киткәнде ишеткән дә, Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылы егете Ильяс Сарбаев мәтрүшкә күтәреп балокка килеп инде.
– Беҙҙең Урай урманында үҫкән шифалы мәтрүшкә ул, Сибәғәт ағай, атайым көсләп тигәндәй һалып ебәргәйне. – Шулай һөйләнә-һөйләнә, хәстәрлекле яҡташым сәй ҡайнатыр­ға ултыртты. – Хәҙер үҙебеҙҙең изге тупраҡтан һут алған үлән төнәтмәһе ҡушылған сәй эсеп ебәрһәң, сирҙәреңде ҡул менән һыпырып алғандай булыр.
Ильяс 9-сы класты тамамлағандан һуң Күмертау педагогия колледжында белем алған. Һуңғы курста ул үҙе теләп ил һаҡларға киткән. Алыҫ Көнсығышта радиолокация часында хеҙмәт иткән Ялсыҡай егете. Армиянан ҡайтҡас, эш эҙләп Өфөгә лә барған Ильяс, Күмертауҙың да барлыҡ предприятиеларын урап сыҡҡан. Аптырағас, ҡайҙандыр ишетеп, Уренгойға килгән.
ҠАР ИЛЕНДӘ ҠАЙЫНДАР ҘА ЮҠ, ИСМАҺАМ, СЕР ҺӨЙЛӘРГӘ– Бында ла саҡ кире бороп ҡайтарманылар, – ти ул. – Идаралыҡ начальнигына биш тапҡыр индем. Ул бороп сығарып тора, мин яңынан барам да инәм. Тегенең тамам маҙаһына тейҙем, ахырыһы, бишенсе тапҡыр ингәнемдә, ғаризаға ҡул ҡуйыуҙан башҡа сараһы ҡалманы.
– Молодец! – тип хуплап ебәргән булам тегене. – ҡулыңды һелтәп, Ялсыҡайыңа кире ҡайтып китһәң, ағайыңа кем мәтрүшкә сәйе эсерер ине әле.
Ильяс мырҙаның атаһы Илшат ағай доға уҡып һалып ебәргән мәтрүшкәнең сәйен генә эсеп ҡалманым, ҡайнар һыуға һалып, боҫонда ла ултыр­ҙым. Тын алыуҙарым еңеләйеп, ҡырҡҡа ярылып килгән күкрәгем йомшарып китте.
– Их, мунсаға барып, ҡайын миндекте туҙҙырғансы сабынырға ине лә бит һиңә, ағай, – Ильяс ысын күңелдән минең өсөн борсолоуын белдерә. – Тик уны ҡайҙан алаһың?
ҡайын миндек түгел, имәне лә юҡ әле уның. Хәйер, булһа ла, мунсаға миндек күтәреп барырға рөхсәт ителмәй, япраҡтары канализация торбаларына тығылғанға күрә ҡәтғи рәүештә тыялар. Шулай ҙа бер көн эштән ҡайтһам, минең менән бер вагонда йәшәгән Туймазы егете Кәрим шпагат бауҙан, һепертке һымаҡ бәйләп, миндек әтмәләп ҡуйған.
– ҡайындыҡына етмәй, әлбиттә, шулай ҙа сабынып ҡара, шифаһы тейер, бәлки, – тине Кәрим, миндекте миңә тоттороп.
Шпагат миндектең шифаһы тейгәндерме, белмәйем, һәр хәлдә иптәштәремдең минең өсөн йән атып тороуы күңелемә май булып яғылды. Кемдең кемлеге ана шундай ауыр саҡтарҙа беленә ул. Холҡона, һүҙенә, эшенә ҡарап баһалана кешенең кешелеге.

Ямалдың да бар үҙ сиге –Харасавей, Харасавей

Вахта бөтөргә ике аҙна ваҡыт ҡалғайны, Ишембайҙан Геннадий Хөсәйеновты, Стәрлебаштан Руслан Сафинды, Ғафуриҙан Артур Хәкимовты һәм мине Харасавейға күсерҙеләр. Беҙ инде бында донъяның әсеһен-сөсөһөн татыған тәжрибәле белгестәр һымаҡ килеп төштөк.
Харасавей – ненец теленән тәржемә иткәндә, дуғаланып торған урын, бөгөл тигәнде аңлата икән. Ул Карское диңгеҙе ярында урын­лаш­ҡан. Бында ҡеүәтле яғыулыҡ-майлау материалдары базаһы, порт, аэродром, Бованенковолағы төҙөлөштө кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүсе башҡа объекттар урынлашҡан. ҡасандыр сик буйы һаҡсыларының, ракета, элемтә ғәскәрҙәренең хәрби частары ла булған Харасавейҙа. Ләкин уларҙың урынында хәҙер бары тик емерек казармаларҙы ғына күрергә мөмкин. Илдең именлеген кемдәр һәм нисек һаҡлайҙыр – билдәһеҙ…
Беҙ йәшәгән ике тиҫтәгә яҡын торлаҡ, хужалыҡ вагондарынан торған ҡасабанан Карское диңгеҙе йөҙ метр тирәһендә генә. Хәйер, әгәр ярында билдәренән боҙға ҡуша туңып ултыр­ған караптар тормаһа, уның диңгеҙ икәнен белеп тә булмаҫ ине – күҙ күреме ерҙәргә ҡәҙәре һуҙылып киткән ҡар далаһы.
Карское – төрки һүҙе, ти белгестәр, “ҡара” тигәнде аңлата икән. Элегерәк уны Яңы Төньяҡ диңгеҙе, Татар диңгеҙе, Скиф диңгеҙе тип тә йөрөткәндәр. Ун бишенсе – ун етенсе быуаттарҙа был тирәгә тиклем йөҙөп килергә йөрьәт иткән урыҫ диңгеҙселәре уға Нарзям диңгеҙе тигән атама ла биргән. Кем нисек теләһә, шулай атаһын әйҙә. Беҙҙең күңелгә иһә уның тәүгеһе яҡыныраҡ.
Бованенковола беҙ балта оҫталары булып йөрөгәйнек, Харасавейҙа алдыбыҙға нефть торбалары магистрален электр сымдары төшөүҙән һаҡлаусы ҡоролма эшләү бурысын ҡуйҙылар.
– Балталарҙы ломға алмаштырабыҙ инде хәҙер, – тип ҡуйҙы быны ишеткәс Руслан Сафин.
Руслан менән беҙ Өфөнән бирле бер вагонда килгәйнек. Бова­ненковола ла тәүге көндән алып бергә эшләнек. Салауат ҡалаһында 7-се һөнәрселек училищеһын тамамлаған ул. Шунан бирле яҙмыш гел республикабыҙҙан ситтә йөрөткән Руслан Зөфәр улын. Ташкентта ла эшләгән, 1988 йылда Ленинаканда ҡот осҡос ер тетрәү булғас, төҙөкләндереү эштәрендә ҡатнашыу өсөн, Әрмәнстанға киткән. Красноярск крайында Игаркала ағас эшкәрткән. Ленинград өлкәһенең Ломоносов ҡалаһында күперҙәр төҙөгән.
– Мин бында сит кеше, – тип ҡабатларға ярата Руслан йыш ҡына. – Ғөмүмән, күберәк ҡырҙа йөрөй башлаһаң, тыуған ереңдә лә үҙ кеше түгел­һең, ситтә лә ят бауырға әйләнәһең. Йорт-ҡураны бөтәйтеү, әҙәмсә йәшәү өсөн һәр ваҡыт ике донъя араһындамын. Сит тарафтарҙа йөрөгәндә барлыҡҡа килгән әрнеү-һыҙланыуҙарҙы, йөрәктәге яраларҙы онотоп, яратҡан ҡатынымдың тәмле бәлештәренән генә ауыҙ итеп, өйҙә ятырға ла бит.
Башҡортостанда эшһеҙлек, Рәсәй менән сағыштырғанда, күпкә артығыраҡ. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, бөгөн республикала 39 мең кеше хеҙмәт биржаһында иҫәптә тора. Башҡортостандың тотош бер районы халҡы эшһеҙ, тигән һүҙ был. Барлыҡ эшһеҙҙәрҙең бюроға барып иҫәпкә тормағанын да беләбеҙ. Тимәк, был күрһәткес тағы ла юғарыраҡ.
Үҙебеҙҙә лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләһәләр, юғары белемле рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәрит Бәҙретдинов Харасавейҙа тракторҙа эшләп йөрөр инеме ни?
Фәрит Вәзир улы хеҙмәт юлын Ишембай районының ҡолғона ауылында башлаған. Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлаған йәш белгесте йүнәлтмә буйынса шул ауыл­ға ебәргәндәр.
– Бәләкәйҙән үҙебеҙҙең совхозда русса һөйләшеп үҫкәс, беренсе клас­тан алып русса уҡығас, башҡортса белмәй инем, – Фәрит ағай, алтын тирәсле күҙлеген һөрткөләп, миңә үҙе күргән-белгәндәрҙе бәйәнләй. Бәләбәй егете Володя менән нарда уйнарға йыйына улар. Харасавейҙа иң популяр уйын ул. Фәрит Вәзир улы дауам итә. – Һөйләгәндәрен аңлайым, ә үҙем ауыҙ асып һүҙ ҡуша алмайым. Ана шул ҡолғонала өйрәттеләр ҙә инде үҙебеҙсә һөйләшергә.
ҡурайға һөйөүҙе лә үҙемдең уҡыу­сыларым һеңдерҙе. Бер шулай, Учалыға ҡайтып эшләй башлағас, балалар менән Яйыҡ буйында палаткалар ҡороп ятабыҙ. Кис тегеләрҙе барлап, йоҡларға һалдым да, үҙем йылға буйында уйға ҡалып ултырам. Төн йылы, күк йөҙө нурланып тора, шылт иткән тауыш та юҡ. Шул ваҡыт тирә-йүнгә талғын ғына ҡурай моңо ағыла башланы. Ул тәүҙә мине сәңгелдәктә бәүелткән кеүек оноттороп торҙо. Унан, ләззәтләндереп, әллә ҡайҙарға алып сығып китте. Шул ваҡыт ҡолағыма меңәрләгән ат тауышы ла, ҡылыс сыңдары ла ишетелгән һымаҡ булды. Күҙҙәремдән йәштәр тәгәрәп төшкәнен дә тоймай тыңланым уны. Таң алдынан ғына туҡтаны ҡурайсы. Аҙаҡ белдем – ҡурайҙа уҡыуы ла, тәртибе лә насар ғына бер малай уйнаған, имеш. Шул көндән алып теге балаға ҡарата ихтирамым артты. Әле лә ул егет менән аралашып торабыҙ. ҡатыны өсөн ышаныслы таяныс, балаларына өлгөлө атай. Уны ла шул ҡурайға булған һөйөүе ысын кеше итте шикелле.
Фәрит ағайҙы тыңлағандан һуң, мин дә уртаһынан электр сымы үткәреү өсөн файҙаланылған полиэтилен торбанан ҡурай яһап ҡараным. Иптәштәремдең күҙен ҡыҙҙырып, матур килеп сыҡты. Ләкин, күпме генә өргөләһәм дә, көй тыуманы. Әллә үҙем уйнай белмәнем, әллә ҡурай ҙа сит ерҙе үҙ итмәне, моңон эсенә йәшерҙе…
Ер сигендә Башҡортостандың улдары ғына түгел, ҡыҙҙары ла ҡулдарынан осҡондар сәсрәтеп эшләй. Шуларҙың береһе – беҙҙең Харасавейҙағы мастер Вәлимә Матвеева.
Ул үҙе Баймаҡ ҡыҙы. Магнитогорскиҙа төҙөлөш техникумын тамамлаған. Федор исемле сыуаш егете менән тормош ҡорғас, Ишембайға килеп төпләнгәндәр. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназияһында директорҙың хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары булды Вәлимә Ишбулды ҡыҙы. Бөгөн даны алыҫтар­ға таралған был белем усағының яңы аяҡҡа баҫҡан ғына сағы ине әле ул ваҡытта. Шул ваҡытта ул гимназияның матди-техник базаһын нығытыу өсөн байтаҡ тырышты. Кешеләргә лә, үҙенә ҡарата ла талапсан булды, һәр эшкә яуаплы ҡараны. Харасавейҙа ла шул сифаттары тәүге урында тора. ҡырыҫ тәбиғәтле Ямалда күбәләк кеүек гүзәл заттың ирҙәр өҫтөнән етәкселек итеп йөрөүе ҡыҙыҡ та һымаҡ. Ләкин беренсе эш көнөнән һуң, Вәлимә Ишбулды ҡыҙының һәр бер нәмәгә ысын профессионалдарса тотонғанын күреп, был турала онотаһың. ҡул аҫтында эшләгәндәрҙе фиҙакәр хеҙмәте, зирәклеге, аҡылы менән генә үҙенә ҡаратмаған Вәлимә ханым, ул башҡаларға ҡарата ихтирамлы булыуы, яғымлылығы менән дә кешеләрҙе арбай.
ҠАР ИЛЕНДӘ ҠАЙЫНДАР ҘА ЮҠ, ИСМАҺАМ, СЕР ҺӨЙЛӘРГӘКүп, бигерәк күп шул Себер тарафтарында Башҡортостан вәкилдәре. Бер Себер тарафтарында ғынамы һуң әле? Һанай китһәң, сәстәр үрә торорлоҡ, Рәсәйҙең барлыҡ мөйөштәрендә лә осратырға мөмкин беҙҙең егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы, Сахалиндан алып Калининградҡа ҡәҙәре һибелгәндәр. Ситтә ят бауыр булып йөрөгәнсе үҙебеҙҙең тыуған республикабыҙҙың иҡтисадын, мәҙәниәтен, мәғарифын үҫтереү өсөн файҙаланып булмаймы икән шул ҡәҙәре көстө? Башҡортостанды эсеп, енәйәт ҡылып, тәртип боҙоп, ҡатынын туҡмап, балаларын рәнйетеп йөрөгән әтрәгәләмдәр ташлап сығып китмәй бит. Киреһенсә, ғәйрәттәре ташып, эшләргә атлығып торған уңғандар, сәмләнеп тормош көтөргә тырыш­ҡандар китә республиканан. Шул проблема борсой мине. Аяныс, бик аяныс хәл был…
(Дауамы. Башы 31, 33-cө һандарҙа).

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
“Йәшлек”тең үҙ хәбәрсеһе.
Өфө – Бованенково – Харасавей – Өфө.
Автор фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға