«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Өйрәнәйек бергә йыр



07.09.2010 Өйрәнәйек бергә йыр

Бул һин янымда
А. Абдрахманов көйө,
В. Камалов һүҙҙәре.
Һөйәме мине, һөймәйме, тип,
Юрама һин хистәремде.
Башҡалар түгел, мин үҙем дә
Аңламайым һөйгәнемде.

Беләм, ауыр саҡтарҙа
Таяныр башҡа кешем юҡ.
Тик бары һинең яныңда
Үҙемде бәйләр көсөм юҡ.

ҡушымта:
Бул һин янымда һалҡын ҡыштарҙа,
Яҙын ҡарҙар булып ирермен.
Сәскә атмаһам йәмле йәйҙәрҙә,
Көҙөн япраҡ булып яуырмын.

Көтмә мине үҙем киткәндә,
Талдырып ике күҙеңде.
Ваҡытлыса ғына булһа ла,
Үҙемә ҡалдыр күҙеңде.

Сабырлыҡ төбө – һары алтын,
Беләһең минән яҡшыраҡ.
Күп миҙгелдәр аша һынауҙан
Һөйөүем булыр татлыраҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға