«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Үгәйһетелгән ауыл



10.05.2011 Үгәйһетелгән ауыл

Беҙ йәшәгән Аҙау ауылы Архангел районының төпкөлөндә урынлашҡан – Белорет районы менән сиктәш йәшәйбеҙ. Уның эргәһенән Инйәр йылғаһы аға. Яҙын, боҙ тығылһа, ауылды һыу баҫа. Ауыл эргәһенән тимер юлы үтә. Шунлыҡтан мал аҫрауы ауыр – поездан тапала. Һыйыр малын 4 – 5 саҡрым араға – урман-тауға ҡыуабыҙ, сөнки ҙур яландар, көтөүлектәр юҡ. Һыйыр аҫраусылар һаны кәмей.
Аҙау ауылында йәшәүселәргә пай ерҙәре, сабынлыҡтар бүленмәгән, был турала ҡайғыртҡан кеше юҡ. Түрәләр төрлө сәбәптәргә һылтана. Йәнәһе, Аҙау халҡының ере юҡ, пай ерҙәрен бүлә алмайҙар. Ысынбарлыҡта аҙауҙар ҙа колхозда эшләне, ауылдағы ерҙәр ҡайҙа булған? Архангел урман хужалығында эшләгәндәргә пай ерҙәре бүленгән, уларға нисек бирелгән?
30 – 40 йыл элек Аҙау ауылына электр уты үткәрҙеләр. Ағас бағаналар серегән, иҫкергән. Кемдең ҡулынан килә, серегән бағаналарҙы үҙенсә төҙәтергә тырыша. Был турала һүҙ күп булды, ә биргән вәғәҙәләр һаман үтәлмәй. Шуныһы аптырата: беҙ йәшәгән ауылды уҙып, ҡарағай, Петропавловка ауылдарына, бетон бағаналар ултыртып, заманса электр линияһы үткәрҙеләр. Беҙҙе ниңә үгәйһетәләр?
Беҙҙә 1935 йылдан бирле ауыл советы эшләп килде. Халыҡтан һорамайынса, түрәләр уны үҙ белдеге менән 18 саҡрым алыҫлыҡтағы Оҙондар ауылына күсерҙе. Хәҙер ҡарағай, Аҙау, Айтмәмбәт халҡы йәйәүләп Оҙондар юлын тапай. Аҙнаһына ике тапҡыр автобус була, әммә уныһы ла ауылға инмәй уҙа.

Фанияз САДИҡОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға