«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Балыҡтар ҡырылыуына беҙҙең вайымһыҙлыҡ ғәйепле



10.05.2011 Балыҡтар ҡырылыуына беҙҙең вайымһыҙлыҡ ғәйепле

йәки «Балыҡ, ҡап-ҡап!» тип һамаҡлап, айҙар буйы буш ултырырға тура килмәгәйе
Балыҡтар ҡырылыуына беҙҙең вайымһыҙлыҡ ғәйеплеБорон беҙҙең ата-бабайҙар балыҡтар һәләк булмаһын өсөн ҡышын йылға-күлдәргә мәке уйырға бөтә ауыл менән сыҡҡан. Был үҙенә күрә бер йола, матур бер сара ла булған. Һәр йолала быуындан-быуынға күсеп килгән тәрән аҡыл, мәғәнә ята. Ана шуға ла йолаларҙы онотоу бер ваҡытта ла яҡшы тамамланмай. Һуңғы йылдарҙа мәке уйылмағанлыҡтан һауаһыҙ интеккән балыҡлы ҡышҡы күл мәсьәләһен «күл яныуы» тип тә атайҙар. Балыҡлы күлдәр ауылдарҙа ғына түгел, баш ҡалала ла бар. Халыҡ унда ҡармаҡ тотоп ултырырға бик яратһа ла, дөйөм файҙа өсөн ниндәйҙер эш башҡарырға атлығып тормай.
Яҙ ҡояшы ҡыуандыра башлау менән баш ҡалабыҙ халҡы төрлө парктарға, һыу ятҡылыҡтарына айырыуса ҙур дәрт һәм күтәренке күңел менән йөрөй башлай. Тик Өфөнөң «ҡашҡаҙан» паркында ял итергә яратыусыларҙы күңелһеҙ хәл ҡаршыланы – ундағы күлдә быйыл да балыҡтар ҡырылған, улар һәр бер килгән кешегә күренеп ята ине. Әлбиттә, хәҙер был балыҡтарҙы күренгән урындан йыйып алғандар. Һәр хәлдә, беҙ үткән аҙна аҙағында күл янына барған ваҡытта унда һыу өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡан бер генә үле балыҡты ла күрмәнек (тереләре лә осраманы). Тик ҡашҡаҙанда уларҙың быйыл да күпләп ҡырылыуы бер кемгә лә сер түгел. Паркта ял иткән халыҡ та: «Эйе, балыҡтарҙы йыйып алдылар шикелле, шөкөр, хәҙер күҙгә күренеп, йәнде әрнетеп ятмайҙар», – тип фекерен белдерҙе.
ҡашҡаҙан күлендә төйәкләнгән балыҡтарҙы йәлләмәү мөмкин түгел – улар былтыр ҙа, быйыл да күпләп ҡырылды. ҡашҡаҙан паркы хакимиәте етәкселәре әйтеүенсә, былтырғы күңелһеҙ хәлдән һуң, исмаһам, балыҡтар быйыл ҡырылмаһын өсөн уларға бөтә шарттар ҙа булдырылған. Тик кислород компрессоры ла, йылыу ҙа ярҙам итмәгән.
Билдәле булыуынса, 2005 йылда Өфөнөң ҡашҡаҙан паркындағы күлгә өс тонна һаҙан балығы ебәрелгәйне. Тора-бара балыҡтар үрсеп, етерлек ауырлығын йыйҙы. Тик 2010 йылда ошо балыҡтарҙың бөтәһе лә тиерлек ҡырылып бөттө. Уларҙы нимә һәләк итеүен һаман да аныҡ ҡына аңлата алмайҙар. Әммә күпселек белгестәр фекеренсә, улар әлеге лә баяғы һауа етмәгәнлектән ҡырылған.
Шуға ла ҡашҡаҙанға аэратор ҡуйҙылар, ул һыуҙы һауа менән байыҡтырып торорға тейеш ине. Тик аэратор ҙа ярҙам итмәне – быйыл балыҡтар тағы ла ҡырылды. Дөрөҫөн әйткәндә, быйыл уларҙың һәләк булыуы бөтәһе өсөн дә бөтөнләй көтөлмәгән хәл булды һәм шаңҡытты. Йылыу туңмаған, аппарат та эшләп торған.
Әлбиттә, балыҡтар тик торғандан, йә булмаһа, бөтә илде аптыратып уйлап сығарылған түләүле балыҡ тотоу законына үс итеп ҡырылып бөтмәгәндер инде. ҡашҡаҙан күлендә балыҡ ҡырылыуына битараф ҡала алмаған кешеләр интернет селтәрҙәрендә лә ошо хәл буйынса ҡыҙыу фекер алыша. Күптәрҙең фекеренсә, балыҡтарҙың ҡырылыуына күлдең бысраныуы ғәйепле. Һыу ятҡылығынан алыҫ булмаған ерҙә тәүлек әйләнәһенә автойыуыу урыны эшләй. Унан сыҡҡан бысраҡ һыу йылғасыҡ булып күлгә ағып төшә. Был һыуҙа ниндәй генә химикат булмаҫ!

Предприятие ғәйепле
Благовещен районындағы Әсекүлдә күпләп балыҡ үлеүе лә бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Апрелдә күлдең өҫтөн үлгән табан балыҡтары ҡапланы. Белгестәр әйтеүенсә, ярҙың бер метрына 20 – 40 һәләк булған балыҡ тура килгән.
Был күлдең ситтәрендә һорғолт төҫтәге ниндәйҙер шыйыҡса барлығы асыҡланған. Ул шыйыҡсанан химик матдәләр еҫе килгән. Ошо факттар, Әсекүлгә химик матдәләр сығарыл­ған, тигән һығымта яһарға нигеҙ бирә. Әсекүл һыу йыйған урындан ике саҡрым алыҫлыҡта «Өфөнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең төп производство бүлексәһе урынлашҡан. Шунда уҡ ошо предприятиеның ипкә һалынмаған ҡалдыҡтар ояһы ла бар. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, шул урында элек шишмә булған. Тик уны «Өфөнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәте цемент менән ҡаплап ҡуйған. Әлбиттә, улар­ҙың да ниәте изгеләрҙән тип әйтергә кәрәк – предприятиеның химик матдәләре ошо шишмәгә ағып төшкән булған. Шишмә һыуы аша химик матдәләрҙең таралып китеүенән ҡурҡҡандар.
Тик тәбиғәтте алдап буламы ни инде – шишмә үҙенең юлын барыбер ҙә таба икәнлеге билдәле. Шуға ла шишмәнең бысранған һыуы Әсекүлгә лә килеп етеп, балыҡ һәләк булған, тип уйларға нигеҙ бар. Һәр хәлдә, рәсми мәғлүмәттәр ҙә ошо хаҡта һөйләй.

Онотолоп ҡына ҡалмаһын
Ошо хәлдәрҙән һуң кешеләр ниндәйҙер һығымта яһарға тейештер. Балыҡтарҙың ҡырылыуында химик матдәләрҙе, бысраҡ һыуҙарҙы, уйылмаған мәкеләрҙе ғәйепләргә мөмкин. Тик һәр бер проблеманың башында кеше үҙе тора. Кешеләрҙең ҡылығына тәбиғәт, ни тиклем генә көслө һәм бай булһа ла, сыҙай алмаҫ кеүек. Балыҡтар йәл бит. Тик беҙ уларҙы ҡышын түгел, ә яҙын үле көйө йылға-күлдәр өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡас ҡына йәлләй башлайбыҙ шул...

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға