«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йәш йырсы инженер һәм иҡтисадсы һөнәрен дә үҙләштерә



07.09.2010 Йәш йырсы инженер һәм иҡтисадсы һөнәрен дә үҙләштерә

Анжелика Якусева тура­һында йәштәр бик яҡшы белә. Эстра­даға күптән түгел генә аяҡ баҫһа ла, һылыулығы, тауышы менән тамашасы күңелен яулап өлгөргән ул. Силәбе ҡалаһында тыуған ҡыҙ биш йәшендә ата-әсәһе менән Башҡортостанға – ҡыйғы районының Үрге ҡыйғы ауылына күсеп ҡайта. Бәләкәй сағынан уҡ күңеленә һалынған йыр-моңға һөйөүҙе әсәһе лә хуплай һәм уны музыка мәктәбенә фортепиано класына уҡырға бирә. Ике йылдан һуң ҡыҙ үҙе теләп бейеү түңәрәгенә лә яҙыла. Хыялы ла сәнғәт менән бәйле була – актриса йә йырсы булыу. Күп кенә бәләкәй ҡыҙҙар кеүек, көҙгө алдында тараҡты микрофон итеп тотоп йырлап та йөрөй. Мәктәптә, районда үткән бөтә сараларҙа ҡатнашыуы уҡыуына ҡамасауламай – ҡыҙ тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә.
8-се синыфҡа Рәми Ғарипов исемендәге гимназияға уҡырға килә. Бында ла әүҙем ҡыҙ бөтә яҡлап өлгөрә. Район, республика олимпиадаларында ҡатнаша, инглиз телен яратып үҙләштерә. «Һылыуҡай» матурлыҡ студияһында шөғөлләнә башлай. «Студия мине күп яҡлап үҫтерҙе, һәләтемде асырға ярҙам итте. Ғөмүмән, сәхнәлә генә түгел, тормошта үҙеңде күрһәтә белергә өйрәтте», – ти Анжелика. Кеше, теләһә, бөтә яҡлап та булдыра ала. Анжеликаның ижадҡа ылығыусан күңелендә шиғырҙар ҙа тыуа. Тап шул шиғыр яҙыуы уны эстрадаға алып сыға ла инде. 2008 йылда уҙғарылған «Йәшлек - шоу»ҙа ҡыҙ Радик Юлъяҡшин менән таныша һәм бер шиғырын йыр итеп яҙып, уға күрһәтә. Йәштәр стилендәге шиғырҙы Радик оҡшата, һәм улар бергәләп йыр яҙа. Бер саҡ дуҫ ҡыҙҙары радионан уның йырын ишетеүҙәре тураһында хәбәр итә. Баҡтиһәң, Радик уны «Юлдаш»ҡа тапшырған икән. Йыр көн һайын киске эфирҙа яңғырай башлай, һәм яйлап Анжеликаға ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуа. Йәш башҡарыусы «Моң» студияһының иғтибарынан да ситтә ҡалмай, уға бергә эшләргә тәҡдим итәләр.
Бөгөн Анжеликаның 15 йыры яҙҙырылған, шуларҙың өсәүһе – дуэт (МС Баш, Р. Юлъяҡшин, Dany менән). Мөхәббәт тураһындағы «Онот», «Саф мөхәббәт», «Бүләк итәм», «Һин минеке», «Һағынам һине» йырҙары йәштәр араһында киң таралған. Уңыштары ла байтаҡ ҡына Анжеликаның: «Йәшлек-шоу – 2008»-ҙә – «Йыл йырсыһы», «Йәшлек-шоу – 2009»-ҙа – «Йыл дуэты» номинацияларында, «Һылыуҡай – 2009»-ҙа – 3-сө урын һәм башҡа матурлыҡ конкурстарында еңеү яулай ул. Өфө дәүләт нефть техник университетының бер юлы ике факультетында уҡып йөрөргә лә, йыр менән шөғөлләнергә лә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға ла ҡайҙан өлгөрә тиһең? Анжелика ва­ҡыттың ҡәҙерен белә, шуға эштәре лә үҙ яйы менән бара. Тормоштоң ниндәй булып китере билдәһеҙ, шуға бөтә нәмәгә әҙер булырға кәрәк, тип, ике һөнәр үҙләштерә. Уҡып бөткәс тә, төп һөнәре буйынса эшләһә лә, йырҙан айырылмаҫҡа иҫәп тота. Әле йырҙары тик йәштәр өсөн генә булһа, артабан аудиторияны киңәйтергә, оло йәштәгеләр өсөн дә йырҙар яҙырға, бәлки, халыҡ йырҙарына заманса аранжировкалар эшләп, йәштәргә еткерергә тигән уйҙары ла бар. Хис-тойғоларын шиғырға, йырға һалып, тыңлаусыларға еткереүсе Анжеликаның артабан да үҙ тамашасыһынан айырылмауын теләйек.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға