«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Һыраһыҙ байрам файҙаһыҙмы?



30.04.2011 Һыраһыҙ байрам файҙаһыҙмы?

«Салауат Юлаев» командаһының еңеп, Гагарин кубогын алған көнө Башҡортостан халҡы өсөн иҫтәлекле бер дата булып ҡаласаҡ.
Хоккейҙы мин дә ҡыҙыҡһынып ҡарайым, һәр бер уйынды ҡалдырмаҫҡа тырыштым. Ә инде юлаевсылар еңгәс, шатлығым эскә һыйманы. Ошо ҡыуаныстан ҡыҙҙар менән Салауат Юлаев һәйкәленә барып килергә булдыҡ.
Еңеү кәйефе бөтә ғаләмгә таралған кеүек. Кешеләр мәж килә, ҡыуаналар, хатта машина тәҙрәләренән сығып, флаг болғайҙар. Һәйкәл эргәһендә лә кеше бик күп ине.
Тәүҙә ҡыҙыҡ кеүек тойолһа ла, аҙаҡ халыҡтың күплегенән баш ауырта башлағас, ҡайтыу яғына ыңғайланым. Бер аҙ кәйефем дә төшкәйне. Сөнки шул хәтлем дә күп эскән кешеләр­ҙе беренсе тапҡыр күрәм. Магазиндар эсе тулы кеше – бөтәһе лә һыра, араҡы һорай. «24 сәғәт» магазины бикләнеп, кешеләрҙе самалап индерә башланы. ҡайһы бер киоскыларҙа һыра бөткәйне инде.
Икенсе көндө магазиндарҙа һатыусылар: «Аҙнаға тип килтерелгән һыраны кисә алып бөттөләр», – тип аптырашты.
Эйе, «Салауат Юлаев» командаһының еңеүе – республикабыҙ халҡы өсөн ҙур шатлыҡ. Тик ни өсөн халыҡ был байрамды «йәшел йылан» менән үткәрергә уйлаған һуң? «Һыра эсмәйһең икән, тимәк, байрам да итмәйһең тигән һүҙ», – тине миңә бер йәш егет. Байрамды һыраһыҙ ҙа күңелле үткәреп булмаймы ни? Иҫергәнсе эсеп, һуңынан ауырып, һөрлөгөп йөрөүҙән ни фәтүә?
Эльмира МӨХӘМӘТЙӘНОВА,
БДУ студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға