«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йәштәрҙе наркотиктарҙан һаҡлайыҡ



19.04.2011 Йәштәрҙе наркотиктарҙан һаҡлайыҡ

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Советы Президиумы сираттағы ултырышын заман афәте – наркоманияға ҡаршы тороуға бағышланы. Иркутск ҡалаһында «Йәштәр араһында наркотик ҡулланыуға ҡаршы саралар­ҙы көсәйтеү тураһында» темаһына үткән сарала БР Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Әйткәндәй, Башҡортостанда туғыҙ меңгә яҡын наркоман иҫәптә тора. Был күрһәткес уртаса Рәсәй күрһәткесенән түбән, шулай ҙа хәүефләнергә урын бар. Төбәктә наркотиктарға бәйлелектән дауалаусы дәүләт реабилитация үҙәге лә эшләй. Быйыл унда урындарҙы 80-дән 300-гәсә арттырыу ҙа ҡаралған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға