«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Шундай «әсәйҙәр» ҙә бар...



05.04.2011 Шундай «әсәйҙәр» ҙә бар...

йәки ҡатын-ҡыҙҙар ҙа алимент түләй
Шундай «әсәйҙәр» ҙә бар...Үкенескә күрә, тормошта төрлө әсәй­ҙәр бар. Әсә тигән бөйөк исемгә тап төшөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы күреп, күңел әрней, йөрәк һыҙлай. Йәмғиәтебеҙҙә ошондай ҡатын-ҡыҙҙар һаны йылдан-йыл арта барыуы хәүефле. Быны алимент түләүсе ҡатын-ҡыҙҙар миҫалында күрергә мөмкин. Ғөмүмән, алиментсылар тураһында һүҙ барғанда, ир-егеттәр­ҙе генә күҙ алдына килтереп өйрәнгәнбеҙ, әммә һуңғы йылдарҙа алиментсылар сафын ҡатын-ҡыҙҙар ҙа тулыландыра бара. Балаһына алимент түләтеү буйынса башҡарма эш ҡуҙғатылған ҡатындар һаны йылдан-йыл арта. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Ленин районында 2011 йылдың 15 мартына алиментсыларға ҡарата 477 башҡарма документ булһа, шулар­ҙың 27-һе ҡатын-ҡыҙға ҡарата ҡуҙғатылған. 2011 йылда алимент буйынса бурыстары булған граждандарға ҡарата дүрт енәйәт эше ҡуҙғатылһа, шуның өсәүһе йәнә лә ҡатын-ҡыҙға ҡағыла.
Әсә кеше балаһына алимент түләргә тейеш – аҡылға һыймаҫлыҡ хәл! Кемдәр һуң ул балаларына алимент түләмәүсе әсәйҙәр? Суд приставтары һөйләүенсә, улар, нигеҙҙә, бер ҡайҙа ла эшләмәй, тәртипһеҙ тормош алып бара, әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Балалары балалар йортонда тәрбиәләнә, үҙҙәре ҡайҙа етте, шунда көн итә, ваҡытында алимент түләү түгел, барып, балаларының хәлен дә белмәй. Иң ҡыҙғанысы, алимент түләүсе әсәйҙәр араһында йәш кенәләре лә бар. Мәҫәлән, Рәсимәнең өс балаһы бар. Ҙурына – 6 йәш, иң бәләкәсенә – 3 ай. Ул әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Улдары балалар йортонда тәрбиәләнә, ә ҡыҙы – сабый­ҙар йортонда. Ай һайын балаларына эш хаҡының яртыһын күсереп торорға тейеш. Шул сумма өскә бүленә һәм 18 йәше тулғансы һәр балаһының шәхси иҫәбенә күсә бара. Әммә бер һөнәре лә булмаған, бер ерҙә лә эшләргә теләмәгән әсә, әлбиттә, алимент түләмәй. Суд приставтарының уны мәшғүллек үҙәктәре аша эшкә урынлаштырырға тырышыуы ла һөҙөмтәһеҙ.
– Ир-егеттәрҙән алимент түләтеүе еңелерәк, улар талаптарға ла күнә, алимент түләргә кәрәклеген дә аңлай, эшкә урынлашырға ла әҙер, – ти Өфө ҡалаһы Ленин районы суд приставтары хеҙмәтенең суд приставы-башҡарыусыһы Наилә Бу­раҡаева. – ҡатын-ҡыҙҙар менән эшләүе ауыр. Улар үҙҙәрен һәр саҡ хаҡлы тип иҫәпләй, бурысын ҡаплар­ға ла, балаһын ҡайғыртырға ла уйламай.

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға