«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Баллонлы газ – уңайлы һәм мобиль булыуы менән бер рәттән, хәүеф сығанағы ла!



29.03.2011 Баллонлы газ – уңайлы һәм мобиль булыуы менән бер рәттән, хәүеф сығанағы ла!

Күп кенә баҡсасылар һәм ауыл ерендә йәшәүселәр элек-электән көнкүрештә баллондарҙағы шыйыҡландырылған газды файҙалана. Был төр газ шулай уҡ иретеп йәбештереү эштәрендә лә бик кәрәк. Ул бик уңайлы: баллонлы газды алаһың да, кәрәкле ҡорамалдарҙы тоташтыраһың һәм ҡулланаһың.
Әммә был бик ябай һәм анһат ҡына түгел. Шыйыҡландырылған баллонлы газдан файҙаланғанда мотлаҡ үтәлергә тейешле айырым ҡағиҙәләр бар. Был ҡағиҙәләрҙе боҙоу, үҙ сиратында, шартлау, янғын, ғәҙәттән тыш хәлдәр кеүек күңелһеҙ һөҙөмтәләргә килтерә.
«Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәте шыйыҡландырылған углеводород газының хәүефле үҙенсәлеге һәм шыйыҡландырылған углеводород газы баллондарын ҡулланыу ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртә.
Шыйыҡландырылған газды (пропан-бутан) файҙаланыу тәбиғи газды ҡулланыуға ҡарағанда хәүефлерәк. Ул тәбиғи газдан (метан) – 3,2 тапҡырға, шулай уҡ һауанан да ауырыраҡ. Метан атылған осраҡта тиҙ генә тарала башлаһа, пропан-бутан, киреһенсә, ер өҫтөндә туплана, уйһыулыҡҡа, ҡоҙоҡҡа һәм подвалдарға тула. Һауа газлана. Был осраҡта шартлау өсөн бер осҡон етә.

Шыйыҡландырылған углеводород газы
тултырылған баллондар менән файҙаланыуҙың төп ҡағиҙәләре ниндәй һуң?

1. Әгәр ҙә йортоғоҙҙа көнкүреш маҡсатында файҙаланыу өсөн шыйыҡлан­дырыл­ған газ баллоны урынлаштырырға теләйһегеҙ икән – уны дөрөҫ көйләү һәм киләсәктә техник хеҙмәтләндереү өсөн йәшәү урыны буйынса «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалына мөрәжәғәт итегеҙ. Техник кабинетта инструктаж үтегеҙ. Унда һеҙҙе шыйыҡландырыл­ған углеводород газы баллондарынан файҙаланыу ҡағиҙәләренә өйрәтәсәктәр. Был маҡсатта уҡыу фильмдары, күргәҙмә әсбаптар ҡарарһығыҙ.

ҡулланғанда баллонлы газ ҡайҙа урынлаштырылырға тейеш?

2. Баллондарҙы ике ҡаттан да юғары булмаған торлаҡ биналарҙың фатирҙарында ҡуйырға рөхсәт ителә.
Торлаҡ биналарҙа газ баллоны газ плитаһынан (ҡаплап урынлаштырылғандан тыш) – 0,5 метр һәм йылытыу приборҙарынан бер метр алыҫлыҡта ҡуйылырға тейеш. Баллонды бинала урынлаштырыу мөмкин булмаған осраҡта, уны тышҡы яҡҡа металл шкафҡа ҡуялар. Шкаф елләтеү өсөн тишекле, яҡтылыҡтан алыҫ, бинаның тәҙрәләренән – 0,5 метр, тәүге ҡаттың ишегенән – 1 метр, ә ярым подвал һәм подвалдағы ишек-тәҙрәләрҙән, шулай уҡ канализация ҡоҙоҡтарынан 3 метрҙан да кәм булмаған алыҫлыҡта урынлаштырыла.
Газ менән ҡырҡыу, иретеп йәбештереү һәм металды газ ялҡыны менән башҡа төр эшкәртеү, шулай уҡ башҡа сығанаҡтарҙан асыҡ ут ҡулланғанда пропан-бутанлы айырым баллондарҙан 5 метрҙан да кәм булмаған алыҫлыҡта эшләү рөхсәт ителә.
Биналарҙа урынлаштырылған баллондар асыҡ утлы йылылыҡ сығанаҡтарынан биш метрҙан да кәм булмаған алыҫлыҡҡа ҡуйылырға тейеш.

Шыйыҡландырылған углеводород газы баллондарын урынлаштырыу түбәндәге осраҡтарҙа тыйыла:
– торлаҡ бүлмәләрҙә һәм коридорҙар­ҙа;
– ярым подвал, подвал биналарҙа һәм сарҙаҡтарҙа;
– дөйөм туҡланыу предприятиеларының туҡланыу һәм сауҙа залдары; аудитория һәм уҡыу кластары; тамаша залдары; дауаланыу палаталары; ошондай башҡа биналарҙың юғары һәм аҫҡы өлөштәрендә.
– тәбиғи яҡтыртылмаған биналарҙа;
– авария сығыу юлдарында;
– биналарҙың төп фасады яҡлап.

Баллондарға газ тултырыу
3. Баллондарға газ тултырыу хоҡуғына әлеге төр эшмәкәрлекте ғәмәлгә ашырыу өсөн лицензияһы булған махсуслаш­тырыл­ған ойошмалар ғына эйә. Эшкә яраҡлы баллондарға шыйыҡландырылған углеводород газын тултырыу газ тултырыу станцияларында башҡарыла. Бал­лон­дарҙы тултырыу журналда теркәлә. Унда баллонды тултырыу ваҡыты, баллондың номеры, уның тикшерелгәнлеге, баллондағы газдың ауырлығы, баллонды тултырған кешенең ҡултамғаһы булырға тейеш.
Баллондарҙы шыйыҡландырылған газ менән тултырыу ойошма ҡараған тәртиптә эшләнгән һәм раҫланған инструкция буйынса башҡарылырға тейеш. Тул­тырылған баллондар 100 процент кимәлдә үлсәнә.
Баллондағы шыйыҡландырылған углеводород газы тулы күләмдең 85 процентынан артмаҫҡа тейеш. Был ҡағиҙәләрҙе һанламайынса һәм газ баллонын кәрәгенән артыҡ тултырғанда, шыйыҡлан­дырыл­ған газ йылынып киңәйһә, баллондың шартлауы ихтимал.

Газ баллондарын тултырырға рөхсәт ителмәй, әгәр ҙә: уның ҡарау ваҡыты үтһә, баллондың корпусы зарарланһа, вентиль төҙөк булмаһа, тейешенсә буялмаған йәки яҙыуһыҙ осраҡта, газ баҫымы кәрәгенән артмаһа, урынлаштырылған тамғаһы булмаһа.
Газ баҫымы кәрәгенән артмаған баллондарҙы тултырыу, газ тултырыуҙы ғәмәлгә ашырыусы ойошмаларҙың инструкцияһына ярашлы, алдан тикшереү буйынса башҡарыла.

Баллондарҙы алмаштырыу

4. ҡағиҙәләргә ярашлы, баллондарҙы алмаштырыу ҡулланыусының заявкаһы буйынса баллондарҙы алмаштырырға хоҡуғы булған эксплуатациялаусы ойошма хеҙмәткәре тарафынан түбәндәге тәртиптә башҡарыла:
– газ баллоны һәм газ приборҙары урынлаштырылған бинала форточканы йәки фрамуганы асырға, газ баллоны ҡорамалының төҙөклөгөндә, газ прибор­ҙарының һәм кухнялағы баллондың дөрөҫ ҡоролоуын ентекләп ҡарарға, бинала ҡуйылған баллонды стенаға беркеткән ҡамыттарҙың ныҡлығын тикшерергә; баллондарҙы тышта көйләгәндә газ баллонының төҙөклөгөнә инанырға, газ үтеү нығытмаһын, шкафтың торошон һ.б. тишерергә;
– буш баллондағы вентилде ябырға, газ үткәргестән горелкаға килгән газды яндырып бөтөрөргә, газ приборҙарындағы крандарҙы ябырға, баллонды баҫым көйләгестән ысҡындырырға, вентиль штуцерына томалаусы металл прокладканы бороп индерергә, вентилгә һаҡлаусы ҡапҡас кейҙерергә;
– бинаның тышҡы яғындағы тултырылған баллонды тикшерергә, бының өсөн баллондың һаҡлау ҡапҡасын алырға, баллон һәм вентилдең (вентилде томалағыс металл булырға тейеш) төҙөклөгөн тыштан тикшерергә; клапандың штогының тығыҙлығын тикшерергә – вентилде асып, вентиль тоташҡан урындарға һабын күбеге һыларға; баллон ауыҙы һәм вентиль тоташҡан урындың герметиклығын күбек ярҙамында тикшерергә; вентиль клапанының герметиклығын тикшерергә – баллон вентилен ныҡлап ябырға, металл томалағысты алырға һәм штуцер менән резьбаға һабын күбеге һөртөргә;
– баллонды ҡорорға һәм нығытырға; вентиль штуцерына баҫымды көйләүсе йәймә гайканы бороп индерергә (прокладка ҡуйыу мотлаҡ); баллон вентиле асыҡ һәм газ приборҙарындағы крандар ябыҡ булғанда, тоташтырыу резьбаларының герметиклығын һабын эмульсияһы ярҙамында тикшерергә;
– газ приборҙары горелкаһын ҡабы­ҙыр­­ға һәм газдың дөрөҫ яныуына инаныр­ға.

Баллондарҙы алмаштырғанда тыйыла:
– эште сит кешеләр ҡатнашлығында башҡарыу, асыҡ уттан файҙаланыу, тәмәке тартыу, электр приборҙарын ҡабыҙыу һәм һүндереү;
– газ сығып торған төҙөк булмаған баллондарҙы урынлаштырыу;
– вентиле газды яба алмай торған баллондарҙы урынлаштырыу;
– ҡапҡас һәм томалағысты борғанда инструменттар менән һуҡҡылау;
– баллон һәм вентилдәргә ниндәй ҙә булһа ремонт үткәреү.

Юғарыла әйтелгәндәргә өҫтәп, шуны хәтерегеҙгә төшөрәйек: файҙаланылыу­сы газ йыһаздарын етештергән заводтың инструкцияһында күрһәтелгәнсә, әммә өс йылға бер тапҡырҙан да һирәк түгел, даими рәүештә газ баллондары ҡорамалдарына техник хеҙмәтләндереү үткәрелеп торорға тейеш.
Аварияларҙың һөҙөмтәләрен бөтөрөүгә ҡарағанда уларҙы булдырмау яҡшыраҡ!

«Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға