26.03.2011 Урам һатыусыларына Хоҙай сабырлыҡ бирһен
йәки Беҙ гәзитебеҙҙе һатыуҙа уларҙан ҡалышмаҫҡа тырыштыҡ
Коллегаларыбыҙҙың тәүге уңышлы тәжрибәһенән һуң баш ҡала буйлап гәзит һатырға беҙ ҙә сыҡтыҡ. Өсәүләшеп. Мин, Лилиә Сираева һәм Ләйсән Мөлөкова. Шуға гәзитте лә йөҙ дана түгел, иллегә арттырып тейәнек. Маршрутты алдан төҙөнөк. Беҙҙең өсөн гәзит еңел үткән нөктәләргә барыуҙың ҡыҙығы юҡ. Уны урамда, дауаханала, вокзалда һатып ҡарайыҡ әле! Эксперимент булғас, ғәҙел эксперимент булһын, йәнәһе...
– Аһ, көн һыуыҡ ҡына, еле әсе, – тип борсолдо Ләйсәнебеҙ. Быға беҙҙең иҫебеҙ китмәне. Хәйер, журналисмы ни инде курьер, урамдағы һатыусы һөнәренең ауырлығын аңламаған?!
Дауаханала
Иң беренсе ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына юлландыҡ. Ни тиһәң дә, мең койкалыҡ ҙур дауалау учреждениеһында Башҡортостандың нисәмә төбәгенән килеп дауаланалар. Шәмбе көндө ауырыуҙарҙың эргәһенә Өфөлә йәшәүсе туғандары, яҡындары ла килә торғандыр. Гәзитебеҙ ошонда ла үтмәһә...
Ихатала тәүге осратҡан кешебеҙ табибә Рәсимә Ғаяр ҡыҙы Рәхмәтуллина булып сыҡты. Ул үҙе Өфөнөң 21-се дауаханаһында эшләй. ҡалала тыуып үҫкән милләттәшебеҙ матбуғат баҫмаларының береһенә лә битараф булмай сыҡты. Өйөнә яҙҙыртып алып уҡымаһа ла, киоскылар эргәһенән гәзит-журнал һатып алмайынса үтеп китә торғандарҙан түгел икән. Әле лә ул гәзитебеҙҙе яратып уҡыуын, айырыуса ҡыҙыҡлы әңгәмәләр, объектив ҡарашлы ҡыйыу мәҡәләләр оҡшауын билдәләп, күңелдәребеҙҙе күтәреп ебәрҙе. Һүҙ аҙағында, пульмонолог булараҡ, интервью бирергә лә ризалашты. Яңы танышыбыҙ менән шулай киләсәктә тағы ла осрашырға өмөт уянды.
Дауаланыусылар араһында ла булды гәзитебеҙҙе һатып алыусылар. Ваҡыт үткәрә алмай ятҡанда, гәзит алып килеп шәп эшләнегеҙ әле, тип маҡтаусылар ҙа, тапҡанһығыҙ аҡса эшләр урын, тип һуҡраныусылар ҙа, мин башҡортса уҡымайым, тип йөҙ йыртыусылар ҙа осраны. Әммә кәйефте төшөрмәнек. Көндөҙгө йоҡо ваҡыты еткәнсе бер корпустан икенсеһенә йөрөп, арыуыҡ һатып ташланыҡ. Режимға бәйле, дауаханала тынлыҡ урынлашып, килеп-китеүселәрҙең дә юлы өҙөлгәс, урамға, ҡаршылағы трамвай туҡталышына, ашыҡтыҡ.
Дә, урам һатыусыларына сабырлыҡ бирһен. Ысынлап та, был – әрһеҙҙәр эше. Үткән-һүткән, халыҡҡа, уҡыуҙан ятаҡтарына ҡайтып барған Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттарына, светофорға туҡтаған машина хужаларына ярты сәғәт ваҡыт эсендә ни бары ете дана гәзит һата алдыҡ.
Вокзалда
Көньяҡ автовокзалда ла халыҡ ҡайнап тора. Беҙ, гәзит күтәргән өсәү, автобус платформаларына табан атлайбыҙ. Артыбыҙҙан фотографыбыҙ эйәргән. Тик Юлай ағайыбыҙ профессиональ объективты сығарырға ғына шөрләй. Сөнки махсус рөхсәтең булмаһа, вокзал фотоға төшөрөү тыйылған стратегик объекттар исемлегенә инә.
Диспетчерҙың, платформаға Өфө – Стәрлетамаҡ автобусы яҡынлаша, тип иғлан итеүе булды, өсөбөҙ ҙә шунда ыңғайланыҡ.
– Гәзит һатып алығыҙ, гәзит, «Йәшлек»! Республикалағы хәл-ваҡиғаларға объектив ҡараш, субъектив фекер, йәнле хикәйә, шәлкем шиғырҙар, рухташ, замандаш, үҙенсәлекле эксперимент – барыһы ла бөгөнгө һанда – бер гәзиттә!.. Көлөшә-көлөшә рекламалай торғас, гәзитебеҙҙе ялға ҡайтып барған студент ҡыҙ һатып алды. ҡулына бүләк итеп изге Торатау төшөрөлгән календарҙы тотторғас, эргәһендәге әхирәте лә ун һумын сығарҙы. ҡыҙҙарҙың баҫмабыҙ хаҡында уй-фекерҙәре менән ҡыҙыҡһынған арала эргәбеҙгә олпат кәүҙәле ир яҡынланы. Үҙен Сәлим Мөхәмәтшин тип таныштырған ағайҙың ҡатыны Разия Хәлит ҡыҙы менән Әлмәттән ҡунаҡтан ҡайтып барыуҙары икән. Беләһегеҙ, беҙҙең маҡсат гәзитте һатыу ғына түгел, уҡыусыларыбыҙҙың тәнҡит-тәҡдимдәрен, уй-фекерҙәрен дә ишетеү һәм, ошоларҙан сығып, гәзитебеҙҙең йөкмәткеһен тағы ла уҡымлыраҡ итеү. «Сода» берекмәһендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан уҡыусыбыҙ гәзитебеҙҙе ун бишенсе йыл алдыра булып сыҡты.
– Әлләсе...
«Гәзиттә нимә оҡшай, нимә уҡығығыҙ килә?» – тип һорағас, йөҙөнә етдилек йүгергән ағайыбыҙҙың тәүге яуабы шул булды.
Артабан, ризаһығыҙмы, мин тәүҙә теләктәремде еткерәйем, тип беҙҙе әҙерәк тәнҡитләп алды.
– ҡайһы саҡта яһалма геройҙар табып, ваҡиғаларҙы ҡуйыртып, уйлап сығарып яҙыу менән булаһығыҙ. Бәхетһеҙ яҙмыштар хаҡындағы был яҙмалар осһоҙ сериалдарҙы хәтерләтә... Йәнә ябай кешегә бер файҙаһы булмаған ҡыҫҡа яңылыҡтарығыҙ күп. Ә мин аныҡ ваҡиғаларҙы, уларға ҡарата аҡыллы фекерҙәрҙе, ҡыҙыу бәхәстәрҙе өҫтөн күрәм. Яҡшы, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тә етерлек, әлбиттә...
... Үкенескә күрә, һүҙебеҙ ошо урында өҙөлдө. Билет тикшергән ҡыҙ юлаусыларҙы салонға үтергә саҡырҙы. (Һөйләшеү тамамланманы. Бәлки, гәзит уҡыусыбыҙ ваҡыт табып, йылы фекерҙәрен хат аша яҙып ебәрер?)
Был арала беҙҙең гәзитебеҙҙе «юлдаш» итеп, берәү – Ағиҙел ҡалаһына, икенсе юлаусы – Баҡалыға, өсөнсөһө Дүртөйлө ҡалаһына ҡуҙғалды. Экспериментыбыҙға йәнә бер теләктәшлек күрһәтеүсе, Туймазыға китәсәк автобус көтөп, вокзалда ултырып ҡалды...
Октябрь проспекты буйлап елдерәбеҙ. Туҡталыш һайын – «Өфө-Матбуғат» киоскылары. Уларҙың икәүһенә – «ҡала хакимиәте» һәм «Искра» кинотеатры туҡталыштарында туҡтаныҡ. Икеһенә лә өсөшәр дана «Йәшлек» килә. «Гәзит һатылмай ҡалмай, ғәҙәттә, бер үк кешеләр ала», – ти 289-сы киоск һатыусыһы Александра Никитина.
Ошонан сығып, фекер төйнәнек. Өс дана ла һатыла икән, нишләп бишәүгә заказ бирмәҫкә? Уйыбыҙса, бөтәһе лә һатылыр ине. Ә бит Өфө халҡының башҡорт баҫмаларын уҡымауында ниндәйҙер кимәлдә милли гәзит-журналдарҙың киоскыларға аҙ сығарылыуы ла сәбәпсе булыуы мөмкин. Был мәсьәлә эксперимент һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһағанда иҫәпкә алыныр, тип уйлайым.
Беҙ – байрамда
Химиктар мәҙәниәт һарайы. Бында Республика башҡорт лицейының ҙур байрамы. Гел егеттәр генә уҡыған белем усағы «Өс быуын» тип исемләнгән интеллектуаль уйын үткәрә. Лицей уҡыусылары, бөгөнгө студенттар һәм РБЛИ-ны тамамлап, әлеге ваҡытта төрлө урындарҙа эшләп йөрөүсе белгестәр араһында йыл һайын ойошторолған әлеге сара тулы зал йыйғайны. Балаларының уңыштарына һөйөнөргә райондарҙан ата-әсәләр ҙә килгәйне. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр, лицей асылғандан алып әлегәсә тиклемге сығарылыш уҡыусыларының – барыһы ла гәзитебеҙҙе теләп һатып алды.
Улы уҡыған лицей сараһына Шишмә районының Әлибай ауылынан килгән Фәрит Вәлиев та тоғро уҡыусыларыбыҙҙың береһе булып сыҡты.
– Гәзитегеҙҙе көтөп алабыҙ. Уҡымлы мәҡәләләр сығараһығыҙ, йөкмәткеһе бик бай. Бигерәк тә ун алты битлек булып сыға башлағас, уҡыуы күңелле, – тине ул.
Ә Силәбе өлкәһенең ҡоншаҡ районынан килгән Клара ханым (үкенескә күрә, фамилияһы иҫтән сыҡҡан), быйыл улым да Башҡортостанда уҡый башлағас, ҡайтыу менән гәзиткә мотлаҡ яҙыласаҡмын, тип вәғәҙә итте.
Сарала ҡунаҡ булараҡ ҡатнашҡан гәзит һатып алыусыларҙың береһе – Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәре Рита Яҙыҡбаева, дүшәмбелә редакцияға үҙе үк шылтыратып, ойошторған акцияны хуплауын, гәзитте рәхәтләнеп уҡып сығыуын белдерҙе. Ул да «Йәшлек» гәзитен Өфөлә күпләп таратыу яҡлы.
– Баш ҡалала йәшәүселәргә матбуғат баҫмаларын почта аша алып уҡыу ҡатмарлы, киоскыларҙан да эҙләп табырлыҡ түгел. Гел генә, бөттө, тигән яуапты ишетәһең. Әгәр берәй юл табып, гәзит ошолай һатыуға күберәк сығарылһа, һатылмай ҡалыр, тип уйламайым. Кәрәк икән, бәлки, киоск һатыусыларына «Йәшлек» гәзите шунса һатылырға тейеш, тигән план ҡуйырға кәрәктер?! Ул саҡта милли матбуғат баҫмалары ялтыр тышлы журналдар аҫтында «йәшеренеп» ятмаҫ ине. Һатылыр ҙа ине... Артабан да кешене уйға һалыусы, ғәм уятыусы, сәм өҫтәүсе мәҡәләләр яҙыуығыҙҙы, хикәйәләр биреүегеҙҙе дауам итегеҙ, – тине ул.
Рухлы зыялылар, белемле йәштәр йыйылған ерҙә гәзит һатыуҙың әллә ни ҡыйынлығы булманы. Мәҙәниәт йортонда етмешкә яҡын гәзитебеҙ үтте. ҡыңғырау шылтырап, ҡунаҡтар тамаша залына үтмәһә, бәлки, күберәк тә һата алыр инек. Шулай итеп, нисә гәзит һатыуыбыҙҙы иҫәпләр мәл етте. Афарин, беҙ был аҙнала баш ҡалала 93 гәзит һатҡанбыҙ! Тәжрибә дауам итә. Эстафетаны коллегаларыбыҙ Сажиҙә Лотфуллина, Зөһрә Йәһүҙина һәм Руфина Дәүләтоваға тапшырабыҙ. Уларҙы тап итһәгеҙ, гәзитебеҙҙе һатып алмайынса үтеп китмәгеҙ!
Рәйлә КҮСЕМХАНОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.