26.03.2011 Шаян һәм отҡорҙарҙа ҡунаҡта
Һалҡын ҡыштан һуң тәүге тамсылар тамып, бер аҙ тәнде лә, күңелде лә йылыта башлағас, Өфөлә ифрат та сағыу, матур бер сара үтә. «Шаяниум» – ул шаттар, тапҡырҙар, зирәктәр һәм шаяндар уйыны. Үҙебеҙсә шаярта балалар, үҙебеҙсә генә тормоштоң төрлө яҡтарын сағылдыра, уйландыра, көлдөрә, хатта сәйәсәткә лә битараф түгеллеген күрһәтә. Туғыҙынсы тапҡыр уҙҙы быйыл был сара һәм «Берҙәмлектә – көс» девизы аҫтында үтте. Өфө ҡала хакимиәтенең гуманитар мәсьәләләр бүлеге ойошторған конкурста быйыл баш ҡаланың 53 мәктәбе ҡатнашты, шуларҙың 22-һе һайлап алыу турҙарына саҡырылды. Шуныһы ҡыуандыра: рус мәктәптәре командалары ла башҡортса шаяртырға өйрәнде. Ә башҡорт мәктәптәренең КВН-сылары иһә йылдан-йыл сағыу миниатюралары менән сығыш яһай, телдәре лә шымарҙы, шаяртыуҙарға ла оҫтарҙылар.
«Беҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел»
Быйыл да һайлап алыу турҙарына баһалама ағзаһы булараҡ саҡырылғас, йәш милләттәштәрем был юлы ниндәй йор һүҙе менән шаҡ ҡатырыр, күҙҙән йәш сыҡҡансы көлдөрөрмө, үҙенсәлекле шаяртыуҙар булырмы, әллә күберәк «плагиат емештәре» менән һыйларҙармы, тип ашҡынып барҙым. Шөкөр, ашҡыныуым бушҡа булманы. Рус мәктәптәренән килгән командалар ҙа һыр бирмәне. Мәҫәлән, 114-се мәктәптең «Талпандар»ы милли брендтарыбыҙҙы рекламалап кәйефте күтәрҙе. 23-сө мәктәптең «Өфө йәштәре» шаяндары ла әҙерлекле булыуы менән ҡыуандырҙы. Балаларҙың «осло» күҙҙәренән һәм «һаҡ» ҡолаҡтарынан бөгөнгө заман проблемалары йәшенеп ҡала алмаған. Уларҙа ришүәтселек тә, төрлө реформалар, ялҡытҡыс рекламалар ҙа, ҡыҙыҡлы тормош күренештәре лә сағылыш тапҡан. Әлбиттә, ҡайһы бер командалар, Милләт-ара татыулыҡ йылы, тип, күберәк Кавказ бейеүҙәренә иғтибар бирергә тырышҡан. Шуныһы яҡшы: тәүге йылдарҙан айырмалы рәүештә, «билдән түбән» юмор юҡ.
«Реали Star» (Республика иҡтисад лицей-интернаты), «ҡыҙыҡ мажор» (Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты), дүрт йыл «юғалып» торғандан һуң ҡатнашҡан «Рәссамдар фабрикаһы» (ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге республика художество гимназия-интернаты), «VIP йәштәр» (Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты), «Сәтәкәй» (48-се башҡорт лицейы), «Һупайлы дәрүиштәре» (М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт гимназияһы), «Депо Ханой» (102-се башҡорт гимназияһы), «Тағы ла «2» (2-се башҡорт лицейы) командаларын да билдәләмәү мөмкин түгел. Улар финалға сығыу хоҡуғын алмаһа ла, үҙҙәренең «төшөп ҡалғандарҙан түгел» икәнен күрһәтте. Быйылғы «Шаяниум»дың «Сәләмләү» номинацияһы ла юҡҡа ғына «Беҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел» тип аталмаған шул. Ә инде «XX централ» (Ф. Мостафина исмендәге ҡала гимназияһы), «Башҡорттар.ру» (Республика башҡорт лицей-интернаты), «Ығы-зығы» (140-сы башҡорт гимназияһы), «Кендектәр» (М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы), «Ша-Шу-Ша»ларҙы (122-се башҡорт гимназияһы) йәш тамашасы күптән таный, ярата. Нәҡ ошо командалар финалда көс һынашты.
Быйылғы еңеүселәр
«Шаяниум»сыларға йыл һайын өс һынауҙы үтергә тура килә. Тәүгеһе – сәләмләү, быйыл ниндәй исем аҫтында булыуын үрҙә яҙҙым инде, икенсеһе – «музыкаль төрттөрөү» «Бына нимәлә икән хикмәт!» тип аталды. Өсөнсө – «Үҙенсәлекле сәхнә күренеше» конкурсына «Дуҫым саҡырҙы ҡунаҡҡа» тигән исем бирелгәйне. Финалға быйыл жюри ғәҙәттәгесә дүрт түгел, ә биш команданы сығарырға булды, хатта, ҡулдан килһә, етәүҙе лә сығарыр инек, тип бәхәсләшеп тә алдыҡ. Тик конкурс шарттары ғына быға мөмкинлек бирмәне.
«Бөгөнгө конкурста беҙҙең киләсәк, беҙ таянырлыҡ йәштәр сығыш яһай. Фекерле, фәһемле һүҙҙәр һөйләрлек ысын шәхестәр булып үҫегеҙ. Был сара республикала ла киң танылыу яуланы, сөнки командалар һаны арта. «Шаяниум» йәмғиәттә үҙ урынын алды», – тине, ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов.
Финалда сығыш яһаусыларға махсус бүләктәрен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Башҡортостан умартасылыҡ һәм, апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге, «Башҡортостан», «Йәшлек», «Аҙна», «Йәншишмә» гәзиттәре һәм, әлбиттә, «Тамыр» телеканалы тапшырҙы.
«Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһына «Ығы-зығы» командаһынан Айназ Муллағолов һәм «Ша-Шу-Ша»нан Айрат Хоҙайбирҙин лайыҡ булды. «Ша-Шу-Ша» командаһы «Иң отошло шаяртыу» номинацияһын да алды. «Өмөт» – «ҡыҙыҡ мажор»ҙа. «Тамашасы һөйөүе» призын жюри «XX централ» командаһының иң шаян ағзаларының береһе Руслан Ғәлиевҡа бирҙе.
Иң һуңғы һөҙөмтәләр буйынса урындарҙы билдәләгәндә, «Ығы-зығы» – өсөнсө, «Ша-Шу-Ша» менән «Башҡорттар.ру» – икенсе, «Кендектәр» беренсе урын яуланы. Гран-при былтырғы «хужаһы»нда – «XX централ»дарҙа. Афарин, шаяндар! Һеҙҙән «Шаяниум»дың юбилей йылында ла (2012 йылда был конкурс унынсы тапҡыр үтәсәк) сағыу шаяртыуҙар көтәбеҙ.
Конкурстан һуң...
Йылдағыса, «Шаяниум» үткәс, ойоштороусылар, жюри ағзалары, командаларҙы әҙерләүселәр, капитандар осрашып һөйләшә, «хаталар өҫтөндә эш» алып бара. Был юлы ла беҙҙең «Йәшлек» редакцияһында «түңәрәк өҫтәл» уҙғарылды. Киләһе йылда конкурсҡа 10 йыл тула, шуның айҡанлы положениены бер аҙ үҙгәртеү, командаларға тағы ла етдиерәк һынауҙар ҡуйыу, жюри составына үҙгәрештәр индереү мәсьәләләре ҡаралды. Мәҫәлән, «Йәншишмә» гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов фекеренсә, баһалаусылар төркөмөнә уҡыусыларҙы ла индерергә мөмкин. Беҙҙең «Шаяниум»сылар Рәсәй кимәлендә үткәрелгән КВН-дағы кеүек «разминка» һынауын үтергә лә өлгөрөп еткән, тигән фекерҙәр әйтелде. «Түңәрәк өҫтәл»гә Әлмир Мөхәмәтйәров (ул конкурстың даими жюри ағзаһы һәм алып барыусы), Линар Хәлилов, Урал Кәримов кеүек ярайһы уҡ тәжрибәле КВН-сылар саҡырылғайны. Линар менән Урал быйылғы командаларҙы әҙерләүҙә лә ҡатнашҡан. Конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәре лә тәҡдимдәрен әйтте, был сараның кәрәкле булыуын билдәләне. Нимә генә тимә, башҡорт КВН-ы бар, ул үҫә, таралыу ала һәм унда ҡатнашыусылар араһында дуҫлыҡ ептәре нығый.
Айсын АҡБУЛАТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.
Шаяртыуҙар
Ике дуҫ осраша.
– ҡара әле, кисә интернет аша ҡыҙҙар менән таныштым, бөгөн осрашабыҙ.
– О-һо.
– Матур булһалар, һөйләшербеҙ, ә инде оҡшамаһалар, күрешербеҙ, тиербеҙ.
ҡыҙҙар килә.
– Сәләм, ҡыҙҙар!
ҡыҙҙар туҡтамай ҙа үтеп китә:
– Күрешербеҙ...
* * * *
Сәхнәлә ҡупшы ғына егет.
– Беҙҙең команда ниңә «Ша-Шу-Ша» тип атала, беләһегеҙме? Ша – шаяндар, Шу – шуҡтар һәм тағы бер Ша – (сәсен һыйпап ҡуя) шалковистыйҙар!
* * * *
Һуңғы яңылыҡтар.
– «Аҡ барс» «Салауат Юлаев»ты бер ҡасан да еңмәйәсәк... Сөнки Салауат Юлаев – һунарсы, ә аҡ барс – йәнлек.
* * * *
Сәхнәлә «Бауырһаҡ» тапшырыуына арналған миниатюра.
Алып барыусы башҡорт эстрадаһынан меню тәҡдим итә:
– Бына был ҙур бәлеш – Фидан Ғафаров, ә ваҡ бәлеш – Азамат Ғафаров. Бик тәмле бешерелгән спагетти – ул беҙҙең Сәғиҙулла. Тултырма, әлбиттә, Илмир Моратов. Борсаҡ ашы – Башҡортостандың милли оркестры. Хәләл аҙыҡ – Инсан. Тә-әмле бәшмәктәрҙе кем тип уйлайһығыҙ? Эйе, Фәнис ағай Солтанғолов үҙе.
(«Ша-Шу-Ша»).
* * * *
Магазинда – реклама.
– Һеҙ икмәккә май һөртөп, шәкәр ҡушып ашарға яратаһығыҙмы? Беҙҙең магазинда икмәк, май, шәкәр – барыһы ла бар!
(«Ығы-зығы»).
* * * *
– «Смешарики» мультфильмы башҡортса «Көлкәрики» була!
(«XX централ»).
* * * *
Күп балалы ғаиләлә.
– Әсә-әй, бармағымды бешерҙе-ем!
– Аша, балам, ашай һал тиҙерәк, һыуымаҫ элек!
* * * *
Мәктәп яңылыҡтары.
– Беҙҙең класта ысын ир-егет табылды. Ул – Шатморат. Шатморат ағас ултыртты, уға Илгиз тип исем ҡушты һәм шунда йәшәй башланы.
* * * *
– Ун беренсе синыф уҡыусыһы Тәлғәт раҫлаған: оҙон кешеләргә һауа таҙараҡ, яҡшыраҡ күренә, ә «Мегафон» бөтә ерҙә лә тота!
(«Башҡорттар.ру»).
* * * *
«Дөрөҫ яуап» тапшырыуы бара.
Алып барыусы:
– Кем эшләмәй, шул... Йә, аҙағы нисек?
Азат:
– Ашамай.
– Юҡ, ул – депутат!
* * * *
– Азат, Салауат Юлаев ҡайҙа тыуған?
– Шайтан-Көҙәй улусының Тәкәй ауылында.
– Ә тағы ла теүәлерәк?
– Б-белмәйем...
– Уңдан бишенсе тирмәлә!
(«Һупайлы дәрүиштәре»).