«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » АТ БӘЙЛӘРЛЕК ДУҪТАР ТАПТЫҠ



19.03.2011 АТ БӘЙЛӘРЛЕК ДУҪТАР ТАПТЫҠ

йәки “Йәшлек”тәрҙең Өфөлә нисек гәзит һатҡаны
АТ БӘЙЛӘРЛЕК ДУҪТАР ТАПТЫҠХалҡыбыҙҙа, Мөхәммәт тауға бармаһа, тау үҙе Мөхәммәткә килә, тигән тапҡыр һәм кинәйәле әйтем бар. Баш ҡалабыҙҙа “Йәшлек”тең киоскыларға һатыуға бик аҙ сығарылыуын, ошо сәбәпле редакцияға дәғүә белдереп шылтыратыусыларҙың үтенесен иҫәпкә алып, шулай уҡ гәзитебеҙҙе яҡшыртыу өсөн уҡыусының зауығын асыҡлау маҡсатында үткән шәмбелә беҙ ҙә халыҡ араһына сыҡтыҡ. Дөрөҫөрәге, иғлан иткән тәжрибәне (”Йәшлек”те 100 данаға артыҡ баҫтырып, 10-ар һумдан һатыу) республикабыҙ вуздарының флагманы һанал­ған, коллективыбыҙҙа эшләүселәрҙең бөтәһе лә тип әйтерлек белем алып сыҡҡан Башҡорт дәүләт университетынан башланыҡ.
АТ БӘЙЛӘРЛЕК ДУҪТАР ТАПТЫҠТөрлө осорҙа үҙебеҙ белем эстәгән, йәшлегебеҙҙең иң матур, күңелле сағы үткән уҡыу йортоноң буҫағаһына һәр саҡ тулҡынланыу менән аяҡ баҫабыҙ. Был юлы ла күңелебеҙҙе еңелсә тулҡынланыу биләне. Ни тиһәң дә, беҙ Башҡортостанда рухи күтәрелеш осоронда, шанлы 90-сы йылдарҙа, студент булдыҡ, шәхес булараҡ аяҡҡа баҫтыҡ, ҙур тормош мәктәбе үттек. Яңы ғына айырым факультетҡа әйләнгән баш­ҡорт филологияһы һәм журналистика фа­культетының бөтә курс егеттәре-ҡыҙҙары, лекцияларыбыҙҙы ҡалдырып, халҡыбыҙҙың милли ойошмалары, ижади интеллигенцияһы менән бер сафта Башҡор­тоста­ны­быҙға үҙаллылыҡ, телебеҙгә дәүләт теле статусы даулап митингыларҙа йөрөнөк, суве­ренитетыбыҙ емеше булып донъяға килгән саф башҡорт гәзите “Йәшлек”кә деканыбыҙ Ғиниәт Сафиулла улы ҡунафин етәкселегендә яҙылыу ойоштороп, уны кемуҙарҙан ярышып-ярышып уҡыныҡ, көнүҙәк мәҡәләләр буйынса ҡы­ҙып-ҡыҙып фекер алыштыҡ. Ул саҡтағы ВЛКСМ өлкә комитеты яңы аяғына баҫып килгән “Йәш­лек”те финанслауҙы туҡтатҡас, шулай уҡ дәррәү күтәрелеп, үҙебеҙгә лә саҡ-саҡ еткән стипендияларыбыҙҙан йы­йып, ярат­ҡан баҫмабыҙҙың фондына аҡса күсерҙек... ҡыҫҡаһы, уҡырға ла, эшләргә лә, республикабыҙҙа барған хәл-ваҡиғаларға ҡарата мөнәсәбәт белдерергә лә, киноға, театрға йөрөргә лә – һәммәһенә лә өлгөрә инек. Моғайын, шул осорҙа белем алыусылар донъяға, һәр ваҡыттағыса, үҙ ҡарашы булған, фекерләй белергә өйрәткән факультетыбыҙға, уҡытыусыларыбыҙға, ғөмүмән, университеттың үҙенә беҙҙең кеүек үк рәхмәт тойғоһо йөрөтәлер.
БДУ-ның бөгөнгө студенттары ниндәйерәк икән? Улар рух йәһәтенән беҙҙән айырыламы? Илдә, республикабыҙҙа, донъяла барған ваҡиғалар тураһында хәбәрҙармы? Ғөмүмән, иң мөһиме – интернет заманы йәштәре гәзит уҡыймы? Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына иртәнге сәғәт 10 тулыр-тулмаҫтан ошондай һорауҙар менән аяҡ баҫтыҡ. 4-се ҡаттағы тынлыҡ бер аҙ һағайта бирҙе. Сөнки коридорҙа уҡыу йортона хас ҡымғырыш юҡ. Ишеге ҡыҫыҡ торған кафедралар­ҙың береһенә үткәс, был тынлыҡтың сәбәбен доцент Илшат Камил улы Янбаев:
– Быйыл беҙҙең факультет студенттары йәрәбә буйынса 2-се сменала уҡый. Лекциялар көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана, – тип аңлатты. Заманында беҙҙең менән йәнәш курста уҡыған йәш ғалимды, юлыбыҙ уңмауға һыр бирмәй:
– Илшат курсташ, иң тәү осратҡан кешебеҙ – һин, өҫтәүенә, беҙҙең баш мөхәррир Артур Хәсән улының яҡташыһың да. Аяғың еңелме-юҡмы икәнен тикшереп ҡарайыҡ, – тип мәрәкәләйбеҙ. Ейәнсура егете уҡыған сағында ла асыҡ, ихлас, ярҙамсыл була торғайны. Кинәйәне аңлап, шундуҡ кеҫәһенән аҡсаһын килтереп тә сығарҙы, алты гәзитебеҙҙе алып, папкаһына һалып та ҡуйҙы. Ул беҙҙе, “Йәшлек”тең шәмбе һанын иң һәйбәт студенттарыма бүләк итәсәкмен, төштән һуң килһәгеҙ, бергәләп барырбыҙ, тип оҙатып ҡалды.
АТ БӘЙЛӘРЛЕК ДУҪТАР ТАПТЫҠБашҡорт филологияһынан ҡала, тарих факультетында ла рухлы йәштәр күп уҡый. Шуға ла юл ыңғайы унда ла һуғылдыҡ. Билдәле профессор Нәзир ҡолбахтин ултырған кабинеттың ишеген шаҡыйбыҙ. “Заходите”, – тигән тауышты ишеткәс, эскә инәбеҙ. Хөрмәтле ғалимдың кафедраһындағы ассистентка, ошо тарих факультетын тамамлап, әлеге мәлдә көндөҙгө аспирантураның I курсында белем алыусы Ейәнсура ҡыҙы Гүзәл Назарова булып сыҡты. “Фамилиям русса тип аптырамағыҙ”, – ти ул, оялсан йылмайып. Буласаҡ ғалимә билдәле шағир Хәсән Назарҙың берәй әҡрәбәһеме, был хаҡта һорашырға башҡа килмәгән. Фамилияһына артыҡ иҫебеҙ китмәне. Сөнки Бөрйән районының Яуымбай ауылында ла Назаровтар бер нисә нәҫел. Рәүиз сказкаларынан күренеүенсә, улар­ҙың олаталары Хоҙайназар исемле булған. Гүзәлдең дә фамилияһы, нин­дәй­ҙер сәбәптәр арҡаһында ҡыҫҡартылып, русса яңғырашлы булып киткән. Иң мөһиме, уның менән һүҙҙәребеҙ беректе. Йәш тикшеренеүсе сәнәғәткә ҡағылышлы темаға диссертация яҙа икән. Беҙҙең: “Йәшлек”те уҡыйһығыҙмы?” – тигән традицион һорауға ул, эйе, тик өйҙә генә, тине. “Ғәләмәт донъя” бите, яңылыҡтар колонкаһы оҡшауын белдер­ҙе. Донъяла, илдә, республикала барған ваҡиғалар бөтә матбуғат баҫмаларында ла берҙәй дәрәжәлә киң һәм эҫе мәлендә яҡтыртылһын ине, тигән теләктәрен дә еткереп, гәзитебеҙҙе һатып алды. Һаубуллашып, юлыбыҙҙы артабан дауам итәбеҙ.
БДУ бейек тупһаларынан ипләп кенә төшөп барғанда, ҡар­шыбыҙға береһе түңәрәк кенә аҡ йөҙлө, икенсеһе оҙон­сараҡ ҡуңыр битле, ҡапысыраҡ күҙле ҡыҙҙар осраны. 93 дана гәзит шыплап тултырылған ноутбук сумкаһын (7-һен һаттыҡ бит инде), календарҙар­ҙы тотҡан яуаплы сәркәтип Вадим Хә­би­ров менән фотохәбәрсе Юлай Кәри­мов­ты туҡтатып, был икәүҙең ҡаршыһына барып баҫтыҡ та:
АТ БӘЙЛӘРЛЕК ДУҪТАР ТАПТЫҠ– Һаумыһығыҙ, ҡыҙ­ҙар! Һеҙ Баймаҡ яҡтарынан түгелме? – тип таныша ла башланыҡ. Сөнки һүҙҙе ошолайтып башлауыбыҙға, берҙән, уларҙың дала башҡорттарына оҡшауы сәбәпсе булһа, икенсенән, был район йәштәре Өфөлә күпләп уҡый. Уларҙың күплегенә төрттөрөп, хатта “Өфөлә башҡорттар, баймаҡтар һәм башҡа халыҡтар йәшәй” тигән лаҡап та таралған.
– Жок, беҙ Баймактан түгел, ҡаҙағстандан, – тигән яуапты ишеткәс, үҙебеҙ ҙә бергилке албырғап ҡалдыҡ. ҡыҙҙарҙың йәшерәге, башҡортса яҡшы аңлайбыҙ, тип, БДУ-ның 2-се ятағына эленгән “Йәштәр – Рәсәйҙең киләсәге” тигән плакатты шартлатып беҙҙеңсә уҡып та ишеттерҙе. Ул – Жангирхан исемендәге Көнбайыш ҡаҙағстан аграр-техник университетының уҡытыусыһы Жанара Марат ҡыҙы Ғүмәрова, ә олораҡ әхирәте ошо уҡ уҡыу йорто уҡытыусыһы һәм ғилми хеҙмәткәре Мирамгөл Джамбул ҡыҙы Ноғманова булып сыҡты. Күрше төрки ил вәкилдәре БДУ-ның биология факультетында ике аҙналыҡ стажировкала булған. Уларҙан Өфө, беҙҙең вуз тураһындағы тәьҫораттарын һораш­ҡас:
– Башҡортостандағы коллегаларыбыҙ бик йылы ҡаршы алды, урынлаштырҙы, белгәндәре менән ихлас уртаҡлашты. Өфө лә бик оҡшаны. Һеҙҙең республика хаҡында матур тойғолар менән генә ҡайтабыҙ, – тинеләр бер тауыштан.
Алсаҡ ҡаҙаҡ ҡыҙҙарына Торатау төшөрөлгән календарҙарыбыҙҙы, әлеге лә баяғы “йыуантыҡ” гәзитебеҙҙе бүләк иттек (ҡунаҡтарҙан аҡса һорап тормаҫбыҙ бит инде!). Вадим яңы таныштарыбыҙға Торатауҙың башҡорт халҡы өсөн изге тау булыуы, борон унда йыйындар үткәрелеүе тураһында ҡыҫҡаса аңлатма ла бирҙе. Улар, үҙ сиратында, вуздары исемен йөрөткән Жангирхандың мәғрифәтсе булыуы, унда төрлө белгестәр әҙерләнеүе хаҡында һөйләне. Жанара менән Мирамгөлгә гәзитебеҙҙең электрон почтаһы адресын күрһәтеп, киләсәктә бәйләнештә булырға һүҙ ҡуйышып хушлашҡандан һуң, машинабыҙға ултырып, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына киттек. Был уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы факультеты ике ҡатлы матур бинаға күсенгән икән. Яҡшы хужа тупһаһынан билдәле, тигәндәй, ишек төбөнән үк таҙалыҡ, тәртип күҙгә салына. Бындағы техник хеҙмәткәр тыштан ингән студенттарҙың итек-ботинкаларынан ҡойолған еүеш ҡарҙы, бысраҡты һис иренмәй һөртөп кенә тора. Бындай күркәм, ниндәйҙер өйҙәгесә йылылыҡ бөркөлөп торған йыйнаҡ бинала уҡыусы йәштәр ҙә ҡарар күҙгә һөймәлекле күренә. Улар иртәнсәк уҡый, тимәк, үҙҙәре менән яҡындан аралашып, үҙебеҙҙең тәжрибәне бында һынап ҡараясаҡбыҙ. Эстән генә юлыбыҙ уңыуын теләй-теләй, 2-се ҡатҡа күтәреләбеҙ. Баҫҡыстан менгәс тә ишеге асыҡ кабинетта таныш йөҙ күҙгә салынды. Май ҡояшы кеүек балҡып, ҡаршыбыҙға ҡасандыр БДУ-ла беҙҙән түбәнерәк курста белем алған, бөгөн инде филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә еткән, олпатланып киткән доцент Винер Әбделмән улы Шәйәхмәтов сыҡты. Һүҙҙе оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, гәзитебеҙҙе һатып алды ла, беҙҙе 205-се аудиторияға, 2-се курс студенттары эргәһенә алып барҙы. “ҡайҙа барһаң да дуҫ-иш кәрәк, ҡаршы ла сығып атың бәйләргә” тигән йыр һүҙҙәренең дөрөҫлөгө бөгөн икенсегә раҫлана. Бында ла беҙҙе әлеге лә баяғы БДУ буйынса элекке өлкән һабаҡташыбыҙ, филология фәндәре кандидаты, “Урал” эпосын төрөксәгә ауҙарған йәш ғалим Ғәйнислам Дәүләтбай улы Ибраһимов әйҙүкләп түргә саҡырҙы. Унан лекцияһын өҙгәнебеҙ өсөн ғәфү үтенеп, башҡорт-сит телдәр бүлеге студенттары менән һөйләшеүҙе башлап ебәрҙек. Килеүебеҙҙең маҡсатын аңлатып, йәштәргә үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биргәс, улар уғата йәнләнеп китте. Аралашыу мә­лендә буласаҡ баш­ҡорт-ғәрәп теле белгестәренең күпселегенең гәзитебеҙҙе яҡшы белеүе, үҙҙәре йәшәгән райондарҙа өйҙәренә алдырыуы, ентекләп уҡыуы асыҡ­ланды.
“Һеҙҙеңсә, “Йәш­лек”тә ниндәй темалар етерлек ки­мәл­дә яҡтыртылмай?” – тигән һорауға гәзитебеҙҙә шиғыр­ҙары баҫылып сыҡ­ҡан, үҙе лә һүрәтләмә геройы булған Илеш ҡыҙы Рида Тимер­шә­йехо­ва: “Дин ме­нән туғандарым да, башҡалар ҙа ныҡ ҡыҙыҡһына. “Иман” махсус сығарылышын киңәйтеңкерәп, айына ике тапҡыр сығарып булмаймы?” – тип һорауға һорау менән яуап ҡайтарҙы. Уның курсташы, Нуриман районының Яңы Күл ауылы ҡыҙы ҡәҙриә Заһиҙуллинаны республикабыҙ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу сәғәттәренең кәметелеүе, РФ мәғариф министры Фурсенконың өс предметты уҡытыу тураһындағы фекерен мәктәп етәкселәренең үҙенсә аңлауы, шул сәбәпле ата-әсәләрҙең дә, балалар­ҙың да ауыр һайлау алдына ҡуйылыуы борсой. Уның, беҙ, уҡып бөткәс, эшһеҙ ҡалмаҫбыҙмы, тип хәүефләнеүе лә урынлы. Киләсәктә “Йәшлек” биттәрендә был темаларға ҙурыраҡ урын бирелер, тип ышандырҙыҡ ҡәҙриәне.
Алғы партала ултырған көләкәс кенә һары сәсле ҡыҙ ҙа, ҡулын күтәреп, фекерен белдерергә ашыҡты. Күгәрсен районы ҡыҙы Гөлназ фекеренсә, гәзитебеҙҙә профориентация темаһы тейешенсә яҡтыртылмай. Уның: “Элегерәк “Йәшлек”тә “Уҡырға ҡайҙа барырға?” тигән сығарылыш даими баҫылды. Ниңә уны тергеҙмәй­һегеҙ?” – тигән һүҙҙәрен наказ итеп ҡабул иттек.
АТ БӘЙЛӘРЛЕК ДУҪТАР ТАПТЫҠТуҡта-туҡта, был ҡыҙ кемделер хәтерләтә түгелме? Үҙем дә һиҙмәҫтән: “Һеңлем, фамилияң нисек?” – тип һораным.
“Вәлитова”, – тигәс, баҫҡан еремдән ултыра төшә яҙҙым. Был бит БДУ-ның 1-се ятағында 1 – 2-се курста минең бергә йәшәгән, тыуған яғына ҡайтҡан һайын беҙгә тәмле-тәмле балан бәлештәре алып килеп һыйлаған Сания Шәрәфетдинованың ҡыҙы ла баһа. Һуйған да ҡаплаған әсәһе. Үәт, осрашыу тиһәң дә осрашыу. Ихлас, ярҙамсыл һәм ябай бүлмәләш әхирәтем Сания менән бәйләнештәребеҙ ул уҡып бөткәндән һуң өҙөлдө. 90-сы йылдар башында Өфөгә Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтына белемен камиллаштырыу курсына килгәнендә ҡабалан ғына дөйөм ятаҡҡа инеп, хәл белешеп киткәне бирле осрашҡаныбыҙ юҡ. Донъя баҫты, донъя... Сания студент сағында башҡорт, рус әҙәбиәтен бик яҡшы белеүе менән һоҡландыра, хикәйәләр ҙә яҙа торғайны. Әлеге мәлдә Күгәрсен районының ҡалдар мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән әхирәтем ижадҡа, һүҙгә һөйөүен ҡыҙына бирә алған. Маладис! Бынан һуң бәйләнештәребеҙ өҙөлмәһен.
Синыфташым, яҡташым, шағирә Айһылыу Ғарифуллинаның ҡыҙы Айгүзәлде лә башҡорт-ғәрәп бүлеге студенттары араһында күреп, һөйөндөм. Быуындар күсәгилешлелеге һаҡланыуына нисек ҡыуан­майһың инде?!
БДУ доценты Ришат Рәүеф улы Мөлөковтың лекцияһына 4-се курста уҡыусы 20 ҡыҙ килгәйне. Бөгөн-ир­тәгә диплом алырға торған йәштәр араһында ла таныштарыбыҙҙы осраттыҡ. Әбйә­лил районы ҡыҙы Розалия Солтанова былтыр төркөмдәштәренән аҡса йыйып, редакцияға килеп алыу шарты менән уларҙы “Йәш­лек”кә яҙҙырғайны. Тырыш ҡыҙ вуздың “Алтынай” вокаль ансамблендә шөғөлләнә, бер нисә төркөмдәше менән май айында Таулы Алтай Республикаһының дәүләт университетына стажировкаға барырға йыйына. Киләсәктә редакцияға юлъяҙмаларын килтерергә вәғәҙә итте. Өлкәндәр өлкәндәрсә инде – ижтимағи-сәйәси, милләт яҙмышына ҡағылышлы темаларҙы ҡыйыуыраҡ күтәреүебеҙҙе үтенделәр.
Тәжрибә барышында әҙерәк тын алырға урамға сыҡтыҡ. Бында ла ял иткән бер нисә минут эсендә башҡорт филологияһы факультеты бинаһы эргәһендә урынлашҡан киоскыға барҙыҡ. Бәхеткә күрә, бында “Йәшлек” иң күренеп торған ергә – өҫкә ҡуйылғайны. Тәҙрә туҡылдатып, киоскерша менән танышабыҙ.
– Беҙҙең 176-сы киоскыға һеҙҙең гәзитегеҙ өс дана килә, – ти үҙен Елена Нурғәлиева тип таныштырған ханым.
“Уларҙы алыусы бармы?” – тигән һорауға:
– Төрлөсә, ҡайһы ваҡытта бөтәһе лә һатылып бөтә, һатылмай ҡалғандары ла була, – тине.
Вадим Хәбиров, еңел ҡулдан, тип, бер дана “Йәшлек”те һатып алғандан һуң, йәнә 6-сы корпусҡа ыңғайлайбыҙ.
Башҡа курс студенттарының лекцияларын өҙөп торманыҡ, йәштәр менән коридорҙа аралаштыҡ. “Йәшлек” журналистары килгән”, – тигән хәбәрҙе ишетеп, төрлө курстарҙа белем алыусы егет-ҡыҙҙар үҙҙәре яныбыҙға килеп, гәзитебеҙҙе ҙур теләк менән һатып алды, теләк-тәҡдимдәре менән бүлеште. Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылы ҡыҙы, әле 1-се курста уҡыусы Илүзә Буранова, беҙҙе эҙләп табып:
– “Йәшлек”те йыл да алдырабыҙ. Минеңсә, ул иң яҡшы гәзит. Һеҙ беҙгә кәрәкле бөтә мәғлүмәтте лә баҫаһығыҙ. Үҙем бында Белорет педколледжынан һуң уҡырға килдем. Практика ваҡытында дәрескә кәрәкле материалдарҙың бөтәһен дә тик “Йәшлек”тән генә алдым. Бигерәк тә бынан бер нисә йыл элек алып барылған “ХХ быуат башҡорто” тигән рубрикағыҙҙы оҡшаттым. Унда баҫылған мәғлүмәттәрҙе, билдәле шәхестәр тураһындағы мәҡәләләрҙең барыһын да ҡырҡып алып, айырым папкаларға йыйып барҙым. Сөнки миңә, буласаҡ уҡытыусыға, уларҙың кәрәге киләсәктә лә тейәсәк. Ошо юҫыҡта тағы берәй рубрика асһағыҙ ине, – тип бер тынала үҙе менән дә таныштырҙы, теләктәрен дә әйтте.
Бөрйән районының Байназар ауылы ҡыҙы Айзилә Вәлиева ла Өфөнөң 1-се педколледжын тамамлағандан һуң уҡыр­ға ингән. Бөрйәндәргә хас илгәҙәк ҡыҙ әле башҡорт бүлегендә 2-се курста уҡый.
– Тик “Йәшлек”те генә уҡыйым. Өйөбөҙҙә лә алдырабыҙ. Бына әле лекцияға килгәнемдә үк эргәләге киоскынан яратҡан гәзитемде һатып алдым. Аҙна һайын шулай итәм. Бөтә яңылыҡтарҙы уның аша беләм. Шулай ҙа иң яратҡаным – Илдар Ғәбитов төҙөгән сканворд-кроссвордтар. Былтыр һеҙ­ҙең призлы башватҡыстар конкурсында еңеп, театрға, филармонияға билет менән бүләкләндем. Тәнәфестә “Ватан­даш” журналына арналған сканвордты сисәсәкмен. Бәлки, был юлы ла бәхет йылмайыр, – тине ул.
Яуаплы сәркәтибебеҙ Вадим Хә­биров: “Бында әбйәлилдәр ҙә бөрйәндәр генә уҡый инде әллә? ҡыйғылар юҡ”, – тип бошоноп торғанда, яныбыҙға, шәп-шәп атлап, буйсан егет килеп баҫты. Үҙен Руслан Шамилев тип таныштырған студент ҡыйғы районының Абзай ауылынан икән. Әле 4-се курс­та уҡый.
– Бөтә мәҡәләләрегеҙ ҙә оҡшай. Тик, минең ҡарашҡа, балаларҙың аңын үҫтереүсе уйындар етмәй, фольклорға иғтибарығыҙҙы кәметтегеҙ, – тип, гәзитебеҙҙе алды ла, ҡырҡа баҫып, аудиторияһына инеп тә китте.
Буласаҡ тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән бер нисә сәғәт яҡындан аралашыу һөҙөмтәһендә уларҙың бер нәмәгә лә битараф булмауын, бигерәк тә халҡыбыҙ тормошона, киләсәгенә, тарихына, йәштәр проблемаларына арналған мәҡәләләр көтөүен, әҙәби әҫәрҙәр – шиғырҙар, бигерәк тә хикәйәләр уҡырға яратыуын асыҡланыҡ. Күҙҙәрендә ҡыҙыҡһыныу осҡондары сағылған асыҡ күңелле егет-ҡыҙҙар менән танышыуыбыҙға үҙебеҙ ҙә сикһеҙ шатбыҙ. Иманыбыҙ камил – улар араһынан киләсәктә бына тигән уҡытыусылар, мәктәп директорҙары, ғөмүмән, рухиәт таратыу­сылар сығасаҡ. Әйткәндәй, был студенттарҙың ҡыҙыҡһыныусан, әүҙем булыуына уҡытыусылары ла “ғәйепле”. Сөнки улар үҙҙәре лә йәш. Факультет деканының уҡыу эштәре буйынса урынбаҫары Гөлнур Мирза ҡыҙы Нәбиуллина үҙе лә милли матбуғатҡа битараф түгел.
– “Йәшлек”те ауылда ла, Өфөлә лә алдырабыҙ. Атайымдың, оло булһа ла, һеҙҙең гәзиттән айырылғаны юҡ. Минеңсә, һәр башҡорт үҙ телебеҙҙәге гәзит-журналдарҙы уҡырға тейеш, – ти ул.
Хаҡ һүҙҙәр. 100 меңдән ашыу башҡорт йәшәгән Өфөлә үткән йылдың икенсе яртыһына 281 кеше генә беҙҙең гәзиткә яҙылған. Ә бынан бер нисә йыл элек баш ҡалала тиражыбыҙ мең дананан ашыу ине. Әллә күпме мәҙәниәт, мәғариф учреждениеһы, уҡыу йорто булған Өфөлә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең рухы һүнгәнме әллә? Был һорауға яуапты тәжрибәне дауам иткән коллегаларым эҙләр.
Әлегә ҡунаҡсыл педуниверситет менән хушлашып, ҡабат Башҡорт дәүләт университетына – 1-се һәм 3-сө курста уҡыусы буласаҡ журналистар һәм башҡорт бүлегенең 4-се курс студенттары менән осрашыуға юлландыҡ. Гел ҡыҙҙарҙан ғына торған аудиторияла педуниверситеттағы кеүек йәнлелек һиҙелмәне. Әллә шәмбе көндө уҡыу арытҡанмы йәки бүтән сәбәптәнме, йәштәр беҙҙе һорауҙарға ла күммәне, күҙҙәре лә янманы. Әлбиттә, гәзитте һүҙһеҙ генә һатып алдылар. Шуныһына рәхмәт. Өҫтәүенә, журналистика бүлеге кафедраһы мөдире, профессор Тимерғәле Әбделғәлим улы Килмөхәмәтов, йәш журналистар “Йәшлек”кә яҙыласаҡ, подписканы бергәләп ойошторайыҡ, тип күңелдә өмөт осҡондары ла ҡабыҙҙы...
Шулай итеп, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем беҙ аяҡ өҫтө йөрөп, 100 дана гәзиттең 85-ен һата, йәштәрҙең баҫмабыҙға ҡарата тәнҡит һүҙҙәрен дә, матур кәңәштәрен дә ишетә алдыҡ. Үҙебеҙ ҙә белем эстәүсе йәш милләттәштәребеҙгә тормошсан кәңәштәр бирҙек, ҡайҙа йөрөһәләр ҙә, милли рухты, башҡорт булыуҙарын онотмаҫҡа саҡырҙыҡ.
Тауыш ярыларыбыҙ ултырыуын һәм аяҡтарыбыҙҙың үлтереп һыҙлауын иҫәпкә алмағанда, тәжрибә лә, аралашыу ҙа килеп сыҡты, тип ауыҙ тултырып әйтергә мөмкин. Тимәк, Илшат Янбаевтың да аяғы еңел, тип раҫларға була.
Шулай итеп, эстафетаны коллегаларыбыҙ Рәйлә Күсемханова менән Лилиә Сираеваға тапшырабыҙ. ҡыҙҙар, һеҙгә лә уңыш йылмайһын!

Әлфиә ХӘМИТОВА,
уның ярҙамсыһы Вадим Хәбиров,
Юлай КӘРИМОВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға