«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Япониялағы һәләкәт бөтә донъяны тетрәндерҙе



15.03.2011 Япониялағы һәләкәт бөтә донъяны тетрәндерҙе

Ғалимдар иҫәпләүенсә, ер тетрәү арҡаһында Ер шары күсәренән тайпылған, ә планетала тәүлек ҡыҫҡарған
Япониялағы һәләкәт бөтә донъяны тетрәндерҙе11 мартта Японияла 8,9 балл ҡеүәтендә ер тетрәне. Һөҙөмтәлә 10 метр бейеклегендәге цунами ҡотороп, ҡала-ҡасабалар­ҙы һыу баҫты, йөҙәрләгән кеше емереклектәр аҫтында ҡалған, меңләгәне зыян күргән. Һуңғы өс көн эсендә ярты миллиондан ашыу кеше эвакуацияланған. Мияги префектураһында ғына хәбәрһеҙ юғалғандар һаны 10 мең кешегә етә. Хонсю утрауына бигерәк тә ныҡ «эләккән» – ер тетрәүҙең эпиүҙәге Сендай ҡалаһынан – 130 саҡрым көнсығышта, Токионан 373 саҡрым төньяҡ-көнсығышта утрау яры буйында, 24,4 саҡрым тәрәнлектә теркәлгән. Японияның баш ҡалаһы Токиола ла биналар емерелгән, ил буйынса газ торбалары шартлауҙан хәүеф көслө, мобиль элемтә насар эшләй, авиаосоштар, тимер юлында йөрөү туҡтатылған, Токио янында нефть һаҡлау келәте яна, ялҡын 30 метр бейеклеккә еткән. АЭС-тар, нефть эшкәртеү, ҡорос ҡойоу предприятиелары, «SONY» компанияһының алты заводы ваҡытлыса эшен туҡтатыу тураһында хәбәр иткән.
Был ғына түгел әле: НАСА-ның реактив хәрәкәт лабораторияһы белгесе Ричард Гросс һүҙҙәренсә, ошо ер тетрәү планетаның күсәрен сама менән 15 сантиметрға шылдырған. Тәүлек 1,5 микросекундҡа ҡыҫҡарған. Тикшеренеүселәр, әлеге тәбиғәт катаклизмына Ер менән Айҙың ғәҙәти булмаған арауыҡҡа яҡынайыуы сәбәпсе, ти. Мәскәүҙәге Штернберг исемендәге Астро­номия институты ғалимдары иһә, Ай менән ҡояштың тартылыуы ер өҫтөндә лә «сағылыш» таба һәм океан һыуҙары массаһы үҙгәрә, тигән һығымтаға килгән. Һәр хәлдә, уның эҙемтәһе ни­мә­­гә килтеререн ҡапыл ғына күҙаллауы ла мөмкин түгел, ғалимдарҙан берәү ҙә фаразлар­ға ашыҡмай...
Японияға ярҙамға донъяның һәр тарафынан ҡотҡарыу төркөмдәре килә тора, шул иҫәптән Рәсәй ҙә ике төркөм ебәрҙе. Әммә эштәр һаман әүҙемләшеп китә алмай, ер һелкенеүен дауам итә, янғын, цунами хәүефе тураһында иҫкәртеүҙәр эште тотҡарлай. Әлеге һәләкәт Япония өсөн 1933 йылдан һуң иң көслөһө һанала. Ул саҡта, 78 йыл элек, тап мартта тетрәү магнитудаһы 9 балл була.
Япония ер тетрәү хәүефе яғынан тыныс булмаған ил иҫәпләнә. Бындағы АЭС-тар ҙа шул юҫыҡты күҙаллап төҙөлгән, йәғни көтөлгән хәүефтең Рихтер шкалаһы буйынса 7 – 8 балдан артмаҫына ышанғандар.
«Фукусима – 1» атом электр станцияһында шартлау булып, радиация кимәле күтәрелгән. Рәсәй эксперттарының фекеренсә, бындағы хәл Чернобыль эҙемтәләренә етмәйәсәк. Әммә ер тетрәүҙән зыян күргән стан­циялар­ҙа шартлауҙар дауам итә, шунлыҡтан әлегә бер ниндәй ҙә һығымта яһап булмай.
Ер һелкенеү, һыу баҫыу, янғын рәтенә янартау уяныуы ла өҫтәлгән. Синмоз вулканы илдең көньяғында урынлашҡан һәм Мияконодзе ҡалаһына ҡурҡыныс менән янай. Был янартау быйыл ғинуарҙан алып бер нисә тапҡыр «уянған» булған. Камчаткала бер түгел, өс янартау атылған – Карымский, Кизимен, Шивелуч. Индонезияла ла Карангетанг кратерынан лава һибелә.
Был фажиғә финанс баҙарына ла йоғонто яһаны, сөнки Токио биржаһы донъяла иң эреләрҙән һанала. Япон милли валютаһының хаҡы төшкән, Азия фонды индекстары ла түбәнәйгән. Япония Премьер-министры Наото Кан бөгөнгө фажиғәне, Икенсе донъя һуғышынан һуң, ил өсөн иң етди проблема, тип һанай.
Ғөмүмән, әлегә һәләкәттең иҡтисадҡа ниндәй кимәлдә «бәреүен» билдәләп булмай. Шуны ғына әйтергә мөмкин – был катаклизм кешелек тарихын үҙгәртеүсе һәләкәттәр иҫәбендә. Үкенескә күрә, ер аҫты һелкенеүе һаман дауам итә.

Әйткәндәй

ҡурҡыныс тураһында Сахалин, Курил, Тайвань, Филиппин, Индонезия, Мариан утрауҙары халҡы иҫкәртелгән, Науру, Папуа-Яңы Гвинея, Микронезия, Гуам, Гавай утрауҙарына ла хәүеф янай.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға