«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Тиңдәш



12.03.2011 Тиңдәш

«Бөгөн маҡсатһыҙ йәшәү мөмкин түгел»
ТиңдәшФәнил ҡолшәрипов Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамларға йыйына. Беҙ мөрәжәғәт иткәндә БР тарихы һәм этнология кафедраһының бишенсе курс студенты дәүләт имтиханын «бишле»гә биреп сыҡҡайны. «Тарих менән бәләкәйҙән ҡыҙыҡһынһам да, шул юлдан китермен тип уйламай инем. Атай-әсәйем йүнәлеш бирҙе. Диплом алғас, аспирантураға инеп, артабан да ошо өлкәлә белемде камиллаштырмаҡсымын. Әрме сафтарына барып ҡайтыу теләге лә бар», – ти егет. Фәнил – Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан. Донъяға алдынғы ҡарашы, әүҙемлеге, йыр-моң яратыуы менән айырылып тора. Дуҫ-иштәре күп. Берҙәмлекте ярата. Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында уҡығанда уҡ әле «Күгәрсен райо­ны йәштәре берлеге» төҙөй, яҡташтары менән таныша. Былтыр «Кесе Эйек» йәштәр яҡташтар ойошмаһы төҙөлгәс, ойоштороусылар рәтендә әүҙем ағза булып китә. Шулай итеп, Фәнил ҡолшәриповтан уңышҡа биш аҙым.

Маҡсат

Был тормошта ниндәйҙер маҡсатың, ниәтең булмаһа, тулы ҡанлы тормош менән йәшәү мөмкин түгел. Алда маҡсат торһа, ҙурмы, бәләкәйме, мөһим түгел, аҙымдар яһауы еңелерәк. Йәштәр, маҡсатһыҙ булмағыҙ!


Башҡорт рухы

Туған рухиәткә йән тарта. Туған тел, тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, йолаларыбыҙ аша рухлы булыу – бәхет. Манҡорт булыуҙан ҡурҡыу кәрәк.

Яҡшы дуҫтар

Яныңда һәр ваҡыт тоғро дуҫтарың булыуы мөһим. Бәлә килгәндә һынала ул ысын дуҫ, тиҙәрме әле? Уңыштарға юлды ла улар менән бергә һалып булалыр.

Белем

Белемһеҙ бер аҙым да алға атлап булмай. Аң-белемгә нигеҙ мәктәп йылдарында һалына, шуға уңышҡа ныҡлы аҙымдар ошо осор­ҙа башлана, быны онотмаҫҡа кәрәк.

Терәк-таяныс

Был юҫыҡта атай-әсәйҙең төп ярҙамсы булыуын әйтәм. Улар миңә ысындан да ныҡлы терәк, ниндәй­ҙер бәләкәй генә уңыштарымдың башында ла улар тора.

Эш табыуҙы еңеләйтеү өсөн...

Баҙар иҡтисады шарттарында вуз өсөн үҙе уҡытып сығарған йәш белгесте эш менән тәьмин итеү көн үҙәгендә тора. Юғары уҡыу йортонан һөнәр алып сыҡҡас, йәш кеше, ысынлап та, проблема алдына барып баҫа. Һөнәре буйынса уңайлы эш табырмы, юҡмы? Илдең һәр бер тиерлек вузы йәш белгескә эшкә урынлашырға булышлыҡ итеү үҙәге булдырған. Маҡсаты – йәш кешегә хеҙмәт баҙарында юғалып ҡалмаҫҡа, адаптацияның ҡаты шарттарын еңел кисерергә ярҙам итеү. Шулай уҡ предприятие, ойошмалар менән производство практикаһы, стажировка буйынса килешеүҙәр төҙөп, артабан ошонда уҡ йәштәргә эш урыны табыу ҙа – мөһим бурыс. Ә ул эш биреүселәрҙе нисек ҡыҙыҡһындырырға һуң? Йәш кешенең тикшеренеү проекттары, белем сифаты, һәләте бында ҙур роль уйнай. Предприятие-ойошмалар менән берлектә семинарҙар, тренинг үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтәләр бирә.
Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусыларға эшкә урынлашырға булышлыҡ итеү үҙәге 2006 йылда барлыҡҡа килгән һәм факультеттар, кафедралар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.
Үҙәктең мөдире, тарих факультеты аспиранты Айбулат Хөсәйенов һүҙҙәренсә, мәшғүллек органдары менән вакансия һәм резюмелар алмашыу аҙна һайын яңыртыла. Үҙәк ойоштор­ған вакансиялар йәрминкәһе, «түңәрәк өҫтәл», осрашыуҙар студенттарға һәм йәш белгестәргә, һис шикһеҙ, ҙур ярҙам булып тора. Әйткәндәй, студенттарҙы ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу ҙа – үҙәк тарафынан алып барылған һәм яйға һалын­ған эш. Иң мөһиме, ул республика, ҡала кимәлендә йәштәр мәшғүллеге үҙәге, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты, университеттың профкомы менән дә ныҡлы бәйләнеш булдырған.
Йәштәр был үҙәк тураһында яҡшы хәбәрҙармы? Ошондай ярҙамсы барын һәр береһе беләме? Шундай һорау тыуыр. Студенттарҙы йәлеп итеү маҡсатында үҙәк янында йәштәр үҙәге булдырылыу ҙа юҡҡа түгел, ти Айбулат Спартак улы. Деканаттар тәҡдиме буйынса унда 30 студент – һәр факультеттан икешәр кеше ингән. Төбәк статусын алған үҙәк Волга буйы федераль округында ла саралар координаторы булып тора.
Бөгөн Башҡорт дәүләт университеты Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, БР Фәндәр академияһының бөтә институттары, «Башинформсвязь», «Төмәнпромгеофизика», «Баш­нефтегеофизика» йәмғиәттәре, Мәғариф, Эске эштәр, Юстиция, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары, «УралСиб» корпорацияһы һ. б. менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгән.
Мәҫәлән, 2010 йылдың сентябрендә «Европлан» лизинг компанияһы һәм «УралСиб» йәмғиәтенең презентацияһы үткәрелгәндән һуң 14 студент уларға стажировка үтергә ебәрелгән. Октябрҙә уҙған вакансиялар йәрминкәһендә маркетинг һәм реклама кафедраһының сығарылыш студенттары өсөн БДУ менән «Форвард» йәмғиәте араһында килешеү төҙөлгән. Декабрҙә йөҙләгән студент «Йәш эшҡыуар мәктәбе»нә (Сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы базаһында ойошторған) өҫтәмә уҡыуҙарға ебәрелгән. Бындай миҫалдар күп. Бары тик өлкән курс студенттарының ошондай сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы талап ителә.
Абитуриенттар һәм түбән курстағы студенттар­ға – «Профориентатор», өлкән курстарға «Профкарьера» программалары буйынса тест үтеү мөмкинлеге бар.
2008 йылда БДУ-ның үрҙәге үҙәге ҡарамағында БР вуздары мәшғүллек үҙәктәренең координация советы төҙөлгән. Составына 11 юғары уҡыу йорто ингән совет эшендә БР Мәғариф министрлығының юғары һөнәри белем биреү бүлеге, республика ғилми-методик үҙәге, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығы, БР Йәштәр һәм спорт министрлығының «Йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү республика үҙәге» дәүләт учреждениеһы вәкилдәре лә ҡатнаша. Бер һүҙ менән әйткәндә, уҡыу йортон тамамлап сыҡҡан йәш белгес алдына килеп баҫҡан проблемалар менән яңғыҙы ҡалмаһын өсөн күп нәмә эшләнә.


Әҙәби әҫәр, телевизор, интернет – ҡайһыһын?

Ғәлиә ШӘРИПОВА, 20 йәш, буласаҡ филолог:
– Китаптан да кире тәьҫорат алып булған кеүек, интернеттың да файҙалы яҡтары күп, телетапшырыуҙарҙың да фәһемлеләре осрай. Мин береһен дә ҡулланылыштан «төшөрөп» ҡалдырмаҫ инем. Әммә шуны әйтәм: бөгөнгө йәштәр бер нисә йылдан виртуаль донъяла аралашып «туйып», әҙәби әҫәрҙәргә һыуһаясаҡ. Һәм уларҙы мотлаҡ китаптан (ә компьютерҙан түгел) уҡыр, тип уйлайым. Кем белә, киләсәктә, бәлки, компь­ютерҙар ҙа, роман, повесть китабы кеүек, кәштәлә саңға батып ятыр?!

Салауат ТАҺИРОВ, 15 йәш, уҡыусы:
– Миңә интернет ҡыҙығыраҡ. Уҡыуҙа кәрәкле күп мәғлүмәтте шунан алам, Мәскәүҙә йәшәгән ағайым менән скайп аша аралашам, дуҫтарым менән хат яҙышам. Телевизорҙан... «Өфө-Арена»ға бара алмаһам, хоккей ғына ҡарайым. Дөрөҫөн әйткәндә, өйҙә атай ғына телевизор менән дуҫ. Өйөбөҙҙә китаптар ҙа бар ул... шкафта торалар.

Айгөл ФАЗЫЛОВА, 25 йәш, банк хеҙмәткәре:
– Эшемде күҙ алдыма килтерәһегеҙҙер – көнө буйы клавишаларға баҫҡылап, компьютер аша мәғлүмәт алып-биреп ултырам. Тик эштән буш саҡта күҙ алдымда ундай дүрткел (телевизор менән компьютерҙы әйтәм инде) нәмәләр булыуын теләмәйем! Белһәгеҙ икән, нисек яратам нәфис әҙәбиәтте! Китап минең өсөн һәр ваҡыт тәүге урында торасаҡ. Иң мөһиме – яҡшы әҫәр­ҙәр күберәк булһын.


ЖК-телевизорҙы лазер ҡыуалай
Лазер телевизор лазер төҫтәр нигеҙендә эшләнә. Донъялағы тәүге шундай телевизорҙың коммерция моделе (Mitsubishi LaserVue L65-A90) 2008 йылда сығарыла.
Лазер проекторҙар һәм телевизорҙар менән тәжрибә егерменсе быуаттың 70-се йылдарында уҡ башлана. СССР-ҙағы «Техника – молодежи» журналы ла был хаҡта яҙа. Сағылыш сифаты бик һәйбәт булһа ла, күҙ тиҙ тала. Табиптар фекеренсә, бының сәбәбе лазерҙың спектры үтә тар булыуында, ә кешенең күҙе уға яраҡлашмаған. Тикшеренеүселәр ҙә был һығымтаны дәлилләй. Шуға ла лазер телевизор һатыуға сығарыла ҡалһа, ай-һай, күҙҙәре насарланыусылар күп буласаҡ, тип хәүефләнәләр. Был яңы төр телевизор 3D-дисплей рәүешендә эшләү һәләтенә эйә. Бөгөн үк кинотеатрҙарҙа йәштәр «йығылып ятып» 3D форматындағы фильмдарҙы ҡарай. Тағы шуныһы: лазер телевизор шыйыҡ кристаллы телевизорға ҡарағанда энергияны әҙерәк ҡуллана, имеш.
Әлегә лазер телевизор етештереү коммерция йәһәтенән үҙләштерелгән һаналһа ла, һатыуҙа АҡШ менән Японияла ғына күренә. Был, баҡһаң, эре габаритлы һәм үтә «нескә» техниканы күсереп йөрөтөүҙең «бәләһе». Шулай ҙа лазер телевизорҙы һатып алырға теләүселәр күп, хаҡы ла шуға бәрәбәр – ҡиммәт. 2011 йыл башына бер үк ҙурлыҡтағы «плазма»ға ҡарағанда бер нисә тапҡырға ҡиммәт торған. Барыбер тиҙҙән лазер дүрткел «йәшник» беҙҙең һәр беребеҙҙең өйөндә булмаҫ тимә!

Яҡшы кәйеф өсөн

«Хөрмәтле редакция! Минең холҡом шундай: кәйефем тиҙ төшә, сығырымдан тиҙ сығам, йыш ҡына үпкәләйем дә. Дуҫтарым да, гел генә депрессия хәлендә йөрөүемде үҙһенмәй, ситләшә башланы. Миңә нишләргә һуң? Үҙгәрмәҫ­менме икән ни?!
Гүзәлиә, 22 йәш, Өфө ҡалаһы».

Күңел төшөнкөлөгөнә, депрессияға бирелеү еңел. Бәхетһеҙ йөҙ менән ҡәнәғәтһеҙ йөрөү унан да еңелерәк. Был һиңә кәрәкме? Үҙең үк әлеге торошоң менән ҡәнәғәт түгелһең. Әлбиттә, үҙгәрә алаһың! Сөнки үҙеңде көр кәйефкә, яҡшылыҡҡа, еңеллеккә көйләү ап-анһат. Бының өсөн түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һал.
1. Көн һайын йәйәү күберәк йөрө. Саф һауаның берәүгә лә кире тәьҫире юҡ.
2. Йоҡоң туйһын.
3. Тиҫтерҙәрең менән йышыраҡ аралаш.
4. Ғәфү итә бел.
5. Күберәк китап уҡы. Әммә улар детектив, һуғыш хаҡында булмаһын.
6. Күңелһеҙ хәл-ваҡиғаларҙы тиҙерәк онот.
7. Тирә-йүнеңде, йәғни йыһазды күсереп, мөхитеңде «яңыртып» тор.
8. Үҙ-үҙеңә артыҡ талапсан булма – бөгөн эшләй алмаһаң, иртәгәгә лә ҡалдыр.
9. «Барыһы ла үтә. Был да үтер» тигәнде иҫеңдә тот.
10. Көнсөллөк – юҡҡа ваҡыт үткәреү һәм нервыларҙы ҡаҡшатыу ул.
11. Күберәк йылмай.
12. Шуны онотма: һинең өсөн бар яҡшы нәмә алда әле.
Ошоларҙы һәр саҡ хәтерҙә тотһаң, көн буйына, артабан инде аҙналап, айлап яҡшы кәйефтә йөрөрһөң. Депрессия, ул килтергән хәүеф-хәтәр, сир яҡынлай ҙа алмаҫ.
Гүзәлиәнең һорауына психолог Айһылыу Абдуллина яуап бирҙе.

Һаҡ булығыҙ: һеҙҙе күҙәтәләр

Интернет селтәрендә «йөҙөргә» яратаһығыҙмы? Социаль сайттарға ла йыш инәһегеҙҙер әле. «Контактта», «Синыфташтар. ru» (Одноклассники.ру), «Минең даирәм» (Мой круг) сайттарын әйтәм инде. Унда һеҙҙең эреле-ваҡлы фоторәсемегеҙ ҙә туп-тулылыр. Шуны белегеҙ: һеҙҙең кем икәнде ана шул фотоларҙан ҡарап асыҡлаусылар бар, имеш. CareerBuilder.com сервисы махсус тикшеренеүҙәр үткәргән. Баҡһаң, персонал буйынса менеджерҙар эшкә урынлашыусы кешенең фотоһын шул сайттарҙан ҡарап, уны эшкә алырғамы-юҡмы икәнен хәл итә. Бигерәк тә бер аҙ «төшөргән» килеш объективҡа эләккән булһағыҙ, эш харап.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға