«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (14-20 октябрь)



14.10.2019 Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Матди хәлегеҙ бик тотороҡло түгел һымаҡ. Был турала етди уйланырға кә­рәк. Бөтөнләй көтөлмәгән сығымдар булыуы ихтимал. Аралашҡанда ла ҡы­йынлыҡтар осрар. Төрлө дәғүә лә килеп сығыр.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна бер аҙ мәшәҡәтле үтер. Борсо­лоуҙарһыҙ ҙа булмаҫ, моғайын. Ҡайһы саҡ бының өсөн етди сәбәп юҡ кеүек, ҡайһы осраҡта хәл, ысынлап та, ҡат­мар­лашыр. Был арала иң мөһиме – булған мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалыу.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Көндәр көсөргәнешле килһә лә, өйҙәге эштәр тураһында онотмағыҙ. Яҡын­дарығыҙҙан кемдер һеҙҙең ярҙамға мохтаж кеүек. Аҙна араһында үҙегеҙгә мөмкин тиклем ял бирергә тырышығыҙ. Йомала яҡшы белгән кешеләр менән дә уяу булырға ҡушыла.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Осор бер аҙ ҡыйыныраҡ башланыр. Кешеләр менән уртаҡ тел табыу ауырлашыр, уйламаған дәғүәләр килеп сығыуы ла ихтимал. Бер-ике көн түҙегеҙ. Шаршамбынан һуң һеҙҙең тирәләге хәл һәйбәтләнергә тейеш.

Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна араһында үҙаллы эшләргә тыры­шығыҙ. Кеше кәңәштәре башығыҙҙы бутар. Был арала һеҙҙең өсөн яңы мөмкинлектәр асылыр. Бәғзеләр ҙур эштәрҙе башлап ебәрер, моғайын.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Икеле көндәр. Йондоҙҙар бер ниндәй ҙә әүҙемлек күрһәтмәҫкә ҡуша. Артыҡ күҙгә салынмайынса, эргә-тирәләге ваҡи­ға­ларҙы тыныс ҡына күҙәтеүегеҙ дөрөҫөрәк булыр. Кесе йомала хәл тулыһынса асыҡланыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Күптәр үҙ мөмкинлектәрен дөрөҫ баһаламаҫ һымаҡ. Был мотлаҡ хаталарға килтерер. Осор барышында аҡыллы кәңәш бирерлек кеше лә табылмаҫ. Аҙна араһында һис тә көтөлмәгән сәфәргә юлланырһығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна башы һеҙҙән иғтибарлыҡ талап итер. Бигерәк тә яҡындарығыҙ менән аралашҡанда ошо хаҡта онотмағыҙ. Юҡ ҡына сәбәптән мөнәсәбәттәрҙең оҙаҡҡа боҙолоуы ла ихтимал. Был арала ниндәйҙер яңы эш менән булырһығыҙ кеүек.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Осорҙо әүҙем һәм файҙалы үткә­рерһегеҙ. Ҡайһы бер эштәрҙән бөтөнләй баш тартырға ла мәжбүр булырһығыҙ. Ләкин был һеҙҙең кәйефегеҙҙе төшөрмәҫ. Уңышҡа өлгәшеү өсөн бик етеҙ эш итергә кәрәк.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Аҙна өмөтлө осрашыуҙарға бай булыр. Бер юлы кәрәкле мәғлүмәттәрҙе бе­лер­һегеҙ. Аҙаҡ уларҙың файҙаһын күрер­һегеҙ. Шаршамбыла тәжрибәгеҙ нин­дәйҙер сетерекле мәсьәләне анһат ҡына сисергә ярҙам итер.

Саян (24.10 – 22.11)
Был арала яҡындарығыҙ менән бәйле ниндәйҙер ҡаршылыҡ килеп сығыр һымаҡ. Уның сәбәбе аҡса мәсьәләләре менән бәйле булыуы бар. Үҙ-ара уртаҡ тел таба алырһығыҙ. Осор аҙағы бигерәк тә уңышлы көтөлә.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Көндәр һәйбәт килер. Барыһы ла һеҙ алдан фаразлағанса барыр. Шаршамбы һәм кесе йомала файҙалы мәлдәр күп булыр. Тик уларҙы күрергә тырышығыҙ. Йомала бер аҙ тулҡынланырға ла тура килер.





Автор: Өмөтбай
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға