«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Саңғыларҙы алдыҡ йүгәнләп



05.03.2011 Саңғыларҙы алдыҡ йүгәнләп

Саңғыларҙы алдыҡ йүгәнләпСаңғыла шыуырға яратаһығыҙмы? Әгәр «эйе» тиһегеҙ икән, һеҙҙе бик һәйбәт аңлайым. Артыңдан ҡар бурандары осороп, елгә ҡаршы көрәшеп, ҡәнәғәт йылмайып тау башынан төшөп килеүҙән, төшөп еткәс, ҙур кинәнес тойоп, үҙеңде герой итеп хис итеүҙән дә ҙурыраҡ ләззәт юҡтыр. Әгәр саңғыны яратмайһығыҙ икән, тимәк, һеҙҙең лайыҡлы, саңғыға һөйөү тыуҙырыусы уҡытыу­сығыҙ ғына булмағандыр. Юҡ, юҡ, мин донъяла иң оҫта саңғысы ла түгел, һеҙҙе үҙем килеп өйрәтергә лә уйламайым. Дөрөҫөн әйткәндә, саңғыла бөтөнләй шыуа белмәйем. Ә шулай ҙа был ләззәтте татыу минең өлөшкә лә төштө бит.
Редакциябыҙ коллективы менән Белорет районында урын­лаш­ҡан «Асы тау» тау саңғыһы үҙәгенә барабыҙ, тигән һүҙҙе ишеткәс тә, тиҙерәк был көндөң етеүен теләп яна башланым. Саңғыла шыуырға атлығып торғандан түгел, әлбиттә. Мин – саңғы менән дуҫлаша алмағандарҙың береһе. Унда тюбинг та буласаҡ, тигән һүҙ нығыраҡ ҡыҙыҡтырҙы. Тюбинг – тын тултырылған ныҡлы резина камераға ултырып шыуыу, тигән һүҙ. Минең өсөн иң хәүефһеҙ, әммә барыбер ҡыҙыҡлы ла булыр төҫлө булды был ял итеү сараһы. Һәм тағы ла саф һауа һулау мөмкинлеге, баш ҡала ығы-зығыһынан бер көнгә булһа ла айырылып тороу уйы теләгемде көсәйтте генә. Һәм, ниһайәт, бына ул көн. Күңелгә, ниндәйҙер мөғжизә көтәмме ни, шул тиклем рәхәт, ниндәйҙер яңы тойғоларға өмөт итеп, шатлыҡ осҡондары һикергеләй. Көнө лә бит кәйефебеҙгә торошло. Зәп-зәңгәр яҙғы күк, ағастарға ҡунған бәҫ, ҡояштың наҙлы нурҙарына иркәләнеп, мең төҫкә инеп емелдәп, юл буйы оҙатып бара.

Тәүге аҙымдар

Һәм башланды...
Саңғыларҙы алдыҡ йүгәнләпҮҙәккә килеп инеү менән, Закир ағай Тайыпов беҙгә ҙу-ур, ауыр ботинкалар килтереп тотторҙо. Уларҙы кейеүе лә, ай-һай, еңел түгел. Әлдә ярҙамға шәп инструктор егеттәр килде. «Быларҙы кейеп алһаң, хатта саңғыға баҫмай йөрөп кенә лә бер нисә килограмға ябығырға була», – тип шаяртып алдыҡ. Ә Сажиҙә Лотфуллина үҙенең ап-аҡ ҡына кейемендә йыһангирға оҡшап тора. Ботинкалар менән ҡыҙыҡ итеп атлауын да иҫәпкә алғанда, бөтөнләй айырма юҡ кеүек. Ботинкаларҙы кейеп алғандан һуң, тау саңғыларын бирҙеләр. Ғәҙәттәге саңғылар улар янында ауырлығы буйынса ҡауырһын кеүек кенә. Әммә был күрәһеләремдең башы ғына булған икән әле. Көс-хәл менән саңғыларҙы эләктереп, тауға табан юлландыҡ. Тау башына беҙҙе канат буйынса махсус күтәргес (подъемник) мендерә. Әммә, баҡтиһәң, уның менән дә дуҫлашып алыр­ға кәрәк икән. Дуҫлашҡансы ғына өс тапҡыр йығылдым. Был тиклем үкте күргәндәре булмағандыр әле бында эшләүселәрҙең. Әммә аптырауҙарын белдереп торманылар, йылмайып яныбыҙға килеп, торорға ярҙам иттеләр. Ошо урында, «Йәшлек»тәр бигерәк булдыҡһыҙ, тип уйламауығыҙ өсөн әйтеп китәйем, беҙҙең арала ла хәтәр шәп саңғысылар апаруҡ. Асҡар Ғәббәсов инструкторҙарҙыҡы кеүек ҡыҙғылт һары төҫтәге кейем кейеп алған да, елдерә генә. Беренсе тапҡыр шәп тиҙлек менән килеп, профессионалдар шикелле боролоп беҙҙең янға туҡтағанда, танымай ҙа торҙоҡ хатта. Саңғыға тәүләп баҫҡан хеҙмәткәрҙәребеҙ ҙә тора-бара оҫтарып китте. Ә аҙаҡҡа табан ҡайһы берәүҙәр ел дә ҡыуып етмәҫлек итеп елдерә ине.
Әммә бөтәһе тураһында ла үҙ ваҡытында. Ә әлегә мин күтәргес менән тауға менеп еттем. Тау үҙе һөҙәк кенә. Тамсы ла ҡурҡыныс түгел һымаҡ. Тик минең тиктормаҫ саңғылар ғына бының менән ризалашырға теләмәй, үҙҙәренән-үҙҙәре аҫҡа табан шыуа башланы. Әлеге лә баяғы инструктор егеттәр ҡотҡарҙы. Улар бишәү – Айгиз Абзалов, Илнур Томбаев, Айбулат Ғайсин, Биктимер Ниғәмәтов һәм Закир Тайыпов. Үҙәккә терәлеп торған Асы ауылында йәшәйҙәр. Бик һәйбәт, кешелекле егеттәр, үҙ эштәренең ысын оҫталары. Минең өсөн, мәҫәлән, был көндө уларҙан да ышаныслыраҡ, ғәзиз ғүмеремде ышанып тапшырылыҡ кешеләр юҡ ине. Тауҙан ҡобарам осоп, мине тыңламаған саңғылар менән төшөп барғанда, Айгиз таяҡтарымды арттан тотоп алды ла, шыуыуымды әкренәйтеп, яйға һалып барҙы. Күрһәгеҙ ине шунда нисек тубыҡтарымдың ҡалтырағанын. Бер тапҡыр төштөм дә, етте миңә, тип, саңғыларҙы сисеп ҡуйҙым. Ә беҙҙекеләргә оҡшап ҡалды. Рәхәтләнеп шыуалар. ҡолап та китәләр, әммә бирешергә уйлаған кеше юҡ. Сажиҙә менән Вадимдың тәүге тапҡыр ҡарға барып ауыуҙарынан һуң, бүтән шыуырға йөрьәт итмәҫтәр, тип, бик хаталанғанмын, һоҡланып ҡарап то­рорлоҡ итеп шыу­ҙылар. Афарин, «Йәш­лек»­тәр. Ә мин үҙ тюбингымда шыуайым. Минең кеүектәргә иҫ киткес шәп нәмә булып сыҡты ул. Рәхәтлеккә сыҙа ғына. Тауҙан төшә башлағанда йырылған ауыҙымды оҙаҡ йыйып ала алмай йөрөнөм.

Тау саңғыһы – хәүефһеҙ спорт төрө?!
Саңғыларҙы алдыҡ йүгәнләп
Был һүҙ көлкөлө кеүегерәк тойолһа ла, «Асы тау»ға килеүселәр мине аңлар. Был үҙәк тау саңғыһында яңы йөрөй башлаусылар өсөн тәғәйенләнгән. Ғаилә менән килеп шыуыусылар өсөн иң шәп вариант. Бөтөнләй шыуа белмәгәндәр, иң бәләкәйҙәр, иң ололар, ауыр кәүҙәлеләр – береһе лә ситтә ҡалмай, инструкторҙарҙың күҙәтеүе аҫтында һәр кем хатта бер көн эсендә саңғыға баҫа ала. Теләк кенә булһын. ҡырмыҫҡалынан килгән Хәниф ағайҙың ете йәшлек улы Йәлилдең теләге бик ҙур. Бәләкәс кенә малай саңғыларын кейеп алған да, түҙемһеҙләнеп атаһын көтә. Бында икенсе тапҡыр килеүҙәре икән. Уларға бик оҡшап ҡалған был спорт төрө. Ғөмүмән, бынан тик күтәренке кәйеф менән генә таралыша халыҡ. Быйыл ҡышын ғына эшләй башлаһа ла, тау саңғыһы үҙәге үҙенең даими килеп йөрөүсе саңғы спортын һөйөүселәрен тапҡан. Әммә ҡайһыларына бындай һөҙәк тауҙан шыуыу оҡшамай икән, экстрим кәрәк уларға. Ә үҙәк өйрәнсектәр, ғаиләлеләр өсөн булдырылған. «Беҙ, әлбиттә, экстремалдар өсөн дә айырым шарттар булдырасаҡбыҙ, әммә, ғәҙәттә, улар һөйләргә генә ярата һәм үҙҙәре һөҙәк тауҙа шыуыуҙы нығыраҡ хуп күрә», – тип көлә үҙәктең директоры Дмитрий Нестерец. Йәйгә лә пландары ҙур. Йәйәүле походтар, Инйәр йылғаһы буйлап кәмәләрҙә бер көнлөк ағып төшөү, тау велосипедында йөрөү – һәр кемдең күңеленә хуш килерлек саралар әҙерләйҙәр. Йәйгеһен дә килмәй булмаҫ, тигән уй ҙа килде башҡа.

Айыуҙы ла бейергә өйрәтеп була

Тәүге тапҡыр саңғы менән төшкәндән һуң, саңғыларҙы сисеп ташлап, ҡабат баҫмаҫтай булғайным. Әммә йылы сәй эсеп алғас, тағы ла дәртем тоҡанып китте. Ике йөҙ саҡрымдан ашыу юл үтеп килгәндән һуң былай ғына ҡайтып китеү оят булыр кеүек тойолдо. Сәм тигән нәмә лә барҙыр инде. Тағы кейә һалдым ауыр саңғыларҙы. Был юлы холоҡһоҙ күтәргесте үҙемә буйһондороп алдым. Эй, рәхәт икән дә уның ярҙамында тауға күтәрелеүе. Был юлы ҡайҙа барып йығылам инде, тигән уй менән менмәгәс, тирә-яҡты ла күҙәтеп барҙым. Шул тиклем матур икән дә баһа бында тәбиғәт. Хатта ҡышын шулай булғас, йәйгеһен әйтеп тә тораһы түгелдер. Урман араһында ҡупшы ғына ағас өйҙәр ҙә күренә. Улар, баҡтиһәң, бында ял итергә килеүселәр өсөн тәғәйенләнгән икән. Саф тау һауаһын һулап, урман араһында бер нисә көн булһа ла йәшәп алырға теләүсе ҡала халҡы өсөн һәйбәт бүләк инде. Был юлы ла Айгизде эйәртеп төшөп киттем. Әммә тубыҡтар ҡалтырамай, үҙемде ышаныслы тотам. Дөрөҫөрәге, Айгизгә ышанысым артҡан, ҡайҙалыр барып ҡоларға ул ирек бирмәйәсәк. Тора-бара шулай шыуыу бик оҡшап ҡалды. Шыуырға өйрәндем, тип маһая алмайым, әлбиттә, әммә саңғыла йөрөүҙең бөтә рәхәтлеген тойҙом. Ә беҙҙекеләрҙең бер көн эсендә ҙур оҫталыҡ туплауы ғәжәпләнерлек кенә.
Көн кискә ауышты. Беҙҙе йылы итеп ҡаршы алған хеҙмәткәрҙәргә, Белорет еренә рәхмәттәр әйтә-әйтә, машиналарға тейәлдек. Алда оҙон юл. Көн буйына күргән-кисергәндәр­ҙе иҫкә төшөрөп, алған тәьҫораттар менән уртаҡлашып, рәхәтләнеп бергәләп көлөшөп йә тыйнаҡ ҡына йылмайып ҡайтырға ваҡыт етерлек, тимәк.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.
Илфат ИШМӨХӘМӘТОВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға