«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары



05.03.2021 Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

Быйыл бәшмәк күп. Уңған хужабикәләргә урман байлығынан табынға ризыҡ әҙерләү өсөн түбәндәге рецептарҙың ярҙамы тейер.

Бәшмәктәрҙе стерилләп тә, стерилләмәгән көйө лә мари­надларға мөмкин. Бының өсөн таҙа һауытҡа етерлек тоҙ, 2 литр күләмендә һыу һалып ҡайнатырға кәрәк. Һыу ҡайнап сыҡҡас, унда бәшмәктәр һалына, бешкән ваҡытта бүленгән күбек йыйыла. Бәшмәкте төрөнә ҡарап бешерәләр. Аҡ, майлы бәшмәк, уҫаҡ, ҡайын, көләпә бәш­мәктәре кәмендә 20 минут беше­релә. Баллы бәшмәккә әҙер булыу өсөн 25 минут талап ителә. Һары бәшмәктәрҙе маринадлау алдынан 1 процент тоҙло һыуҙа бешереп, һыуын түгеп, ҡабаттан 3 – 4 процент тоҙло һыуҙа ҡайнаталар.

Бешергә 3 – 5 минут ҡалғас, тәм­ләткестәр өҫтәйҙәр, ә инде бешкәс, алдан әҙерләнгән аш һеркәһе өҫтәлә. Бәшмәктәр тулыһынса кәстрүлдең төбөнә төшөп бөтөп, тоҙло һыуҙың күбеге күренмәй башлағас, әҙер тип һанала.

Бәшмәктәрҙе маринадлау

1 кг бәшмәк, ярты стакан аш һеркәһе, 2 ҡалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ шәкәр, 3 лавр япрағы, 6 бөртөк ҡара борос, 2 бөртөк ҡәнәфер.

Йыуылған, таҙартылған бәшмәк­тәрҙе ҡайнар маринадҡа һалып, 15 – 30 минут ҡайнатырға. Бүленгән күбекте һөҙөп торорға.

Бәшмәк һалынған банкалар 15 – 20 минут стерилләнә. Банкаларҙы герметик рәүештә япмай ғына һыуытҡыста һаҡларға мөмкин. Бының өсөн бәшмәктәр өҫтөнә мул ғына итеп үҫемлек майы ҡойоп, полиэтилен ҡапҡастар менән ябыу ҙа етә.

* * *
Әҙерләнгән бәшмәктәрҙе 50 г тоҙ, 2 г лимон кислотаһы һа­лынған 1 литр һыуҙа бешерергә. Бынан һуң уларҙың һыуын түгеп, банканың өстән бер өлөшөн тултырғансы һалырға.

Маринад шулай эшләнә: ярты литр һыу, 1 ҡалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ шәкәр, 6 бөртөк хуш еҫле борос, ҡәнәфер, дәрсен (корица), 3 г лимон кислотаһын ҡайнатып, уға тағы ла 5 ҡалаҡ 5 процентлы һеркә өҫтәп, ҡабат утҡа ҡуйырға. Ошо маринад бәшмәкле банкалар­ға ҡойола һәм стерилләнә. Ярты литрлы банкалар – 20, 1 литрлылар – 25 минут, 3 литрлылар ярты сәғәт стерилләнә.

Тоҙлау

Маринадлау һәйбәтерәк булһа ла, бәшмәкте тоҙларға яратыусылар ҙа байтаҡ. Уны төрлө ысул менән тоҙ­ларға мөмкин: һыуытып, бешереп йәки ҡоро килеш. Иң шәбе – бешереп, эҫе килеш тоҙлау. Сөнки бәш­мәктәр һәйбәтерәк һаҡланасаҡ.

Тоҙлау өсөн таҙартылған, эре­ләре туралған бәшмәктәрҙе саҡ ҡына тоҙ һалынған һыуҙа ярты сәғәт ҡайнатырға. Әгәр бәшмәктәрегеҙ күп булып, бер юлы ғына бешерә алмаһағыҙ, һәр ваҡыт һыуҙы алмаштырып тороғоҙ. Юҡһа, бәшмәк әскелтем буласаҡ.

Ярты сәғәт самаһы бешерелгән бәшмәкте һалҡын һыуҙа сайҡатырға һәм һауытҡа һалырға. Тоҙ һалырға онотмағыҙ. 1 кг бәшмәккә 40 – 50 г тоҙ кәрәк. Тәмләткестәр итеп һа­рым­һаҡ, укроп, борос, һуған ҡул­ланыла. Һауыт өҫтөнә ауыр әйбер ҡу­йырға кәрәк. Был бәшмәкте һалҡын килеш ҡулланалар. Ул аҙна самаһы үткәс әҙер була һәм һалҡын килеш ашала.





Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға