23.09.2019 Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Көндәр һеҙҙең өсөн бер аҙ ауырыраҡ килер. Шулай ҙа, быға ҡарамаҫтан, алға табан бәләкәй генә аҙым яһарһығыҙ кеүек. Кесе йома уяулығығыҙ арҡаһында ниндәйҙер кире хәлде урап үтә алырһығыҙ, моғайын.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Алдан төҙөгән пландарығыҙҙы йыш боҙорға ла тура килер. Быға көтөлмәгән төрлө мәшәҡәт ҡамасаулап торор. Шаршамбылағы хәлдәрҙе үҙ яғығыҙға бороу мөмкинлеге булыр. Яңы танышығыҙ алдында күңелегеҙҙе асырға ашыҡмағыҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна киләсәгегеҙ тураһында етди уйланырға форсат бирер. Күптәр һуңғы ваҡиғаларҙан тейешле йомғаҡ яһар. Бәғзеләр был арала ниндәйҙер дөйөм файҙалы эштә әүҙем ҡатнашыр. Йомала уйламаған осрашыу булыр.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Көндәр һәйбәт килер. Бер ниндәй эш тә ауыр күренмәҫ. Бер нисә мәсьәләне тулыһынса хәл итә алырһығыҙ. Йондоҙҙар кеше араһында күберәк булырға кәңәш итә. Бәғзеләр яңы таныштар ҙа табыр. Матди хәлегеҙ яйлап ыңғай яҡҡа үҙгәрер.
Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна барышында бик мөһим эштәр менән шөғөлләнерһегеҙ. Шуларҙың береһен булһа ла тамамлаһағыҙ, бик яҡшы булыр ине. Иң ауыр саҡта ла яҡындарығыҙҙың ярҙамына өмөт итә алаһығыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа ла яҡшы үҙгәрештәр көтөлә.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был арала төрлө кире ваҡиғаның күбәйеп китеүе лә ихтимал. Күпселек осраҡта ғәйеп үҙегеҙҙә генә булыр һымаҡ. Шишәмбелә иғтибарһыҙлығығыҙ арҡаһында үҙегеҙгә өҫтәмә мәшәҡәт тыуҙырырһығыҙ. Хәлде төҙәтеү өсөн күп йүгерерһегеҙ, моғайын.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Һеҙҙе ҡәҙимге аҙна көтә. Әллә ни ҙур уңыштар ҙа, кире хәлдәр ҙә булмаҫ. Барыһы ла һәүетемсә барған кеүек. Шаршамбыла элек башҡарған эш өсөн сауап алыуығыҙ ҙа бар. Шулай ҙа уның ниндәй рәүештә булғанын төҫмөрләүе ауыр.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Йондоҙҙар бөтә мәсьәләгә лә яуаплылыҡ менән ҡарарға ҡуша. Кире осраҡта юлығыҙҙа кәрәкмәгән мәшәҡәттәр йыш осрап торор. Шаршамбыла бар яҡтан да уңырһығыҙ. Ғаиләгеҙ ағзаһына ҡағылған яҡшы хәбәр килер.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна башында уҡ ҡулығыҙға аҡса инеүе ихтимал. Бәғзеләрҙең бик өмөтлө тәҡдим ишетеүе лә мөмкин. Был арала күптәнге таныштарығыҙ менән дә аралашырһығыҙ. Кемдер өмөтлө эшлекле бәйләнештәр ҙә булдырыр, моғайын.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Дүшәмбе бер аҙ көсөргәнешлек башланып китер. Яҡындарығыҙҙан һис тә көтөлмәгән һүҙ ишетеүегеҙ бар. Түҙергә тырышығыҙ, үҙ эшегеҙ менән булығыҙ. Был арала башлап ебәргән эш еңел булмаҫҡа оҡшай. Шулай ҙа уның йомғаҡтары тейешенсә баһаланыр.
Саян (24.10 – 22.11)
Һирәк осрай торған мәл кисерерһегеҙ. Бөтәһе лә тулыһынса һеҙ уйлағанса барыр. Аҙнаның һөҙөмтәләре тырышлығығыҙҙың һәм уңғанлығығыҙҙың күрһәткесе булыр. Әгәр йомғаҡтар ҡәнәғәтләндермәһә, ғәйепте үҙегеҙҙә эҙләгеҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Тырышлығығыҙ һәм яуаплылығығыҙ арҡаһында уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Был арала бөтә үҙгәреш файҙаға булыр. Икеләнгән саҡта эске тауышығыҙ дөрөҫ юлды күрһәтер. Күптән күрмәгән кешенән хәбәр килер. Уның менән араны өҙмәҫкә тырышығыҙ.