«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Алма ҡағы



17.03.2023 Алма ҡағы

1,5 кг алмаға 1 кг шәкәр ҡомо кәрәк.

Алманы таҙартып, турап, өҫтөнә 1 стакан һыу һалып бешереп алығыҙ. Һуңынан уны тимер иләккә һалып һөҙөгөҙ ҙә, иҙмәгә 1 кг шәкәр өҫтәп, желе ҡуйылығына еткәнсе бешереп алығыҙ. Ут өҫтөнән алыр алдынан аҙ ғына лимон кислотаһы ла һалып ебәрегеҙ.

Варенье һыуынғас, батмустарҙың йәки ағас таҡтаның өҫтөн майлап, нәҙек кенә итеп һалып сығығыҙ. Еләҫ урында киптерегеҙ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға