«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Урмансы Илнур



15.09.2019 Урмансы Илнур

Тәбиғәтте йәне-тәне менән яратҡан Ҡолош егете, һәр беребеҙ урманды һаҡларға бурыслы, тип иҫәпләй

Учалы районының Ҡолош ауылы бейек тауҙар итәгендә, ҡуйы урмандар ҡосағында урынлашҡан. Шуға ла ошо ауылда тыуып үҫкән, Илтабан урмансылығында участка начальнигы булып эшләгән Илнур Ямалетдиновтың бала саҡтан тәбиғәткә ғашиҡ булыуына һис тә аптырарлыҡ түгел. Тау-урмандар, ялан-ҡырҙар – йәшәүенең, тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшө. Тәпәй баҫҡандан уҡ тиерлек урман менән дуҫ Илнурҙы, күҙен бәйләп, шырлыҡҡа сығарып ебәрһәң дә аҙашмаясаҡ, юлын табасаҡ, сөнки был егет – үҙ мөхитендә.

– Бер тапҡыр йөрөгән юлды ғүмерлеккә иҫтә ҡалдырам, аҙашып йөрөү миңә хас түгел. Айырыуса урманды биш бармағым кеүек яҡшы беләм, – ти Илнур Илдар улы. – Ҡолоштоң әйләнә-тирәһе тик урман бит, ун аҙым ситкә китеүең була, шунда уҡ ҡуйы ағаслыҡҡа барып инәһең. Әлбиттә, бәләкәйҙән һәр ағасты, үләнде, тау-ташты, ҡош-ҡортто танып, ятлап бөтәһең, ябай урамда йөрөгән кеүек иркен йөрөйһөң. Ниндәй генә урманға барып сыҡһам да, ҡурҡыу тойғоһо бөтөнләй юҡ – бөтәһе лә үҙ, яҡын, таныш. Урманда ниндәй йәнлек, ҡош йәшәй: айыу, бүре, төлкө, һеләүһен, мышы, ҡоралай, һуҫар, ҡор, өкө – шуларҙың барыһын да осратҡан, күргән бар. Улар ҙа беҙгә өйрәнеп бөткән һымаҡ, һәр хәлдә, бер-беребеҙгә ҡамасауламайбыҙ: һин дә үҙ эшең менән йөрөйһөң, улар ҙа бушамай.

Әлфиә менән Илдар Ямалетдиновтарҙың улы Илнур мәктәптә уҡығанда атаһы һымаҡ водитель булырға хыяллана. Тик үҫә килә урмансы булып эшләгән ике туған ағаһының һөнәре нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Белем усағын “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә тамамлағас, ул Башҡорт дәүләт аграр университетының урман факультетына документтарын тапшыра. Инергә саҡ ҡына балы етмәйерәк ҡалғас, урман-техника техникумына йүнәлә. Уны тамамлағас, юғары уҡыу йортона инергә тағы өлгөрмәйерәк ҡала, егетте армияға алып китәләр. Ил сиге һаҡсылары сафында дан итеп хеҙмәт итеп ҡайтҡас иһә, Юлиә исемле һылыуҙы осратып, ғаилә ҡора, ҡатырға-рубероид заводына эшкә урынлаша. Бер аҙҙан Илмир улдары, игеҙәктәр Динар менән Диана тыуа. Күңеле гел дә иркенлеккә тартылып торғанғалыр, ахыры, Илнур заводта оҙаҡ эшләй алмай, Учалы урман хужалығына ғариза яҙа. Һәм тәүге йылдарҙа уҡ үҙенең уңған, яуап­лы урмансы, булдыҡлы етәксе икәнен күрһәтеп өлгөрә. Учалы урман хужалығы директоры Айбулат Байғариндың һүҙе буйынса, Илнур Илдар улы – эшен еренә еткереп, сифатлы башҡарған ышаныслы хеҙмәткәрҙәрҙең береһе:
– Беҙҙең төп бурыс – ағас үҫтереү һәм урман янғындарына юл ҡуймау. Шулай уҡ халыҡҡа диләнкәләрҙе дөрөҫ бүлеү ҙә бурыстарыбыҙ иҫәбенә инә.

Ошо йәһәттән Илнур Ямалетдинов тик маҡтау һүҙҙәренә генә лайыҡ. Уның ҡулы аҫтында төрлө ваҡытта ике-өс мастер эшләй, улар ултыртҡан ағас үҫентеләре гөрләп үҫеп китә, ваҡытында уталалар, янғындар шунда уҡ һүндерелә, уттың киң йәйелеүенә юл ҡуйылмай. Ямалетдинов кеүек егеттәр менән бергә эшләүе – үҙе мәртәбә!

Гүзәллек ҡосағында бәләкәйҙән эш рәтен белеп үҫкән Илнур башҡаса булдыра ла алмай: нимәгә тотонһа ла, бар күңелен һалып эшләргә күнеккән. Ә ундайҙарҙың тормошо ла алға бара, һәр көнө кинәнес тә бирә. Һөнәрен яратҡан урмансыны урман хужалығына ҡарата дәүләттең бөгөнгө һалҡын мөнәсәбәте борсомай ҡалмай, әммә берәй заман хөкүмәттең яҡты йөҙө менән боролорона өмөтө ҙур:

– Урман – беҙҙең ҡалҡаныбыҙ, саф һауабыҙ, бер үлсәмгә лә һыймаған зиннәт-байлығыбыҙ икән, беҙҙән дә уға һаҡсыл ҡараш талап ителә, ул да беҙҙең яҡлауға, һаҡлауға мохтаж. Өҫтәгеләрҙән генә хәстәрлек көтөп ятыу дөрөҫ түгел, һәр беребеҙ урманды һаҡларға бурыслы, тип иҫәпләйем. Ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү һәр кемдең хәленән килә. Урман-ҡырҙа йөрөгәндә янған шырпыны, тоҡандырылған тәмәке төпсөгөн ташлау, теләһә ҡайҙа усаҡ яғыу тыйыла. Яңы йылға рөхсәтһеҙ шыршы, ҡарағайҙарҙы ҡырҡып, яҙын-көҙөн «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән үҫемлектәрҙе (әйтәйек, умырзая, ынйы сәскәләрен һ.б.) өҙөп алып ҡайтыу – енәйәт. Урманда полиэтилен, быяла, ҡағыҙ, пластик әйберҙәрҙе ташлап китеү ҙә шулай уҡ тәбиғәткә ҡаршы ҡылынған енәйәт: бер пластик шешә сереп юҡҡа сыҡҡансы ун йыл үтһә, быялаға йөҙ йылдан ашыу ваҡыт талап ителә. Урман – бик күп тере йән эйәһенең йәшәгән торлағы. Һеҙ уларға ҡунаҡҡа килеп, йәшәйештәренә зыян килтерергә тейеш түгелһегеҙ.


Бар донъя йәшеллеккә, хуш еҫтәргә күмелгән яҙ айҙары менән алтын һил көҙҙө ныҡ яратҡан урмансы Илнур Ямалетдиновтың һүҙҙәренә ҡушылып, ағас үҫентеләрен ултыртыу ҙа урманды һаҡлауҙың бер ысулы икәнен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Урманды, тәбиғәтте һаҡлау, тип һөйләһәк тә, был иң тәү сиратта үҙ-үҙебеҙҙе һаҡлау ул. Бар урмандар юҡҡа сыҡһа, сүллектәгеләр, бәлки, саҡсауыл, кактустарға ла хушһыныр, ә беҙ ҡайын, ҡарағай, шыршы, муйыл, тирәк, тал, уҫаҡ һәм башҡа тиҫтәләрсә ағас-ҡыуаҡтарһыҙ нисек йәшәрбеҙ?!





Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға