«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Әрме яңылыҡтары



22.02.2011 Әрме яңылыҡтары

Ваҡытын оҙайтмаҡсылар

РФ Дәүләт Думаһының «Берҙәм Рәсәй» партияһы депутаттары хәрби хеҙмәткә саҡырыу ваҡытын оҙайтмаҡсы.
Улар, саҡырыу кампанияһы 1 апрелдән 31 авгусҡа тиклем (хәҙер 15 июлгә тиклем), көҙгөһөн 1 ноябрҙән 31 декабргә (хәҙер 1 октябрҙән) тиклем үткәрелергә тейеш, тигән тәҡдим менән сығыш яһаған. Оборона буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Виктор Заварзин, был закон проекты хеҙмәт итеү ваҡытының бер йылға кәметелеүе менән бәйле, тип белдергән.


ҡайҙа һуң элекке кейемдәр?!

Һалдаттар элекке һалдат формаларын ҡайтарыуҙы һорай.
Себер, Алыҫ Көнсығыш хәрби округтары госпиталдәре үпкәләренә һыуыҡ тейҙергән һалдаттар менән тулған. Аптырауға ҡалған командир­ҙар шәхси составҡа тун, йылы кальсондар, быймалар таратып биргән. Яңы форманы уйлап табыусылар, нанотехнологиялар ҡулланып эшләнгән хәрби форма ҡарҙа ятып йоҡларға ла мөмкинлек бирә, тиһә лә, практика бының киреһен күрһәтте. ҡышҡы сатнама һыуыҡта яңы формала йөрөрлөк түгел.


Командирҙар әҙерләнәсәк

Быйыл Мәскәү, Рязань, Санкт-Петербург, Благовещенск, Омск ҡалаларындағы хәрби вуздарҙа урта профессиональ белем биреү программаһы буйынса кесе командирҙар әҙерләү өсөн курсанттарҙы уҡырға аласаҡтар.
Уҡыу программаһы 2 йыл да 10 айға иҫәпләнгән. Специальностар төрлө – үҙйөрөшлө артиллерия орудиеһы командиры, танк, мотоуҡсы, автомобиль, ремонт взводтары командиры һәм уның урынбаҫары, разведка төркөмө командиры һәм башҡалар. Уҡырға хәрби хеҙмәттә булған граждандар алына. 20 – 24 йәшлек егеттәр имтихандарға тиклем хәрби-табип комиссияһын һәм профессиональ һайлап алыуҙы үтергә тейеш. Физик әҙерлек буйынса, математика менән рус теле һәм әҙәбиәтенән имтихандарҙы уңышлы бирһәгеҙ, һеҙ курсант булдығыҙ, тигән һүҙ. Уҡырға инеү менән уҡыу ваҡыты һәм унан һуң биш йылға хеҙмәт итергә контракт төҙөргә кәрәк. Стипендия күләме – 8 мең һум. Ятаҡта бушлай йәшәргә мөмкин, курсанттар ашханаһында өс мәртәбә бушлай туҡланыу ойошторола. Йыл һайын йәйгеһен 30 көн отпуск, ҡышҡыһын 15 көнлөк ял ҡаралған. Уҡып бөткәндән һуң курсанттарға техник квалификация, сержант званиеһы бирелә.


Бойомға аша күрһен...

Әрмеләге офицерҙар составын 350 меңдән 150 мең кешегә тиклем кәметеү планлаштырылһа ла, киләһе йылдан ул, киреһенсә, арттырыласаҡ.
Оборона министры А. Сердюков белдереүенсә, өҫтәмә хәрби формированиелар ойошторолоуына, хәрби-космик оборона булдырылыуына бәйле «йондоҙло»лар сафы тулыландырыласаҡ. Хәрбиҙәрҙең социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә лә иғтибар арттырыласаҡ. Был тәү сиратта офицер һәм сержант контрактсыларҙың эш хаҡын арттырыуға, уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә ҡағыла. Кесе офицерҙар составы 40 мең һумға яҡын алһа, максималь эш хаҡы 87 мең һум булыуы мөмкин. 2012 йылдан юғары хәрби уҡыу йортон тамамлаған лейтенант айына 50 мең һум эш хаҡы аласаҡ. Хәрби реформаларҙың өсөнсө этабы – хәрби частарҙы заманса техника менән тәьмин итеү. Сөнки Рәсәй армияһындағы техниканың 85 проценты иҫке.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға