«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » ТӨШТӘРЕНДӘ ҺАМАН КАНДАГАР



22.02.2011 ТӨШТӘРЕНДӘ ҺАМАН КАНДАГАР

ТӨШТӘРЕНДӘ ҺАМАН КАНДАГАРСССР исемле ҙур илде һәләкәткә килтереүгә бер сәбәп булған афған һуғышы тамамланыуға байтаҡ йылдар үтһә лә, яралары һаман халҡыбыҙ бәғерен сейләндереп, әрнеп-әрнеп һыҙлай. Бәлки, ул ҡәҙәре һыҙламаҫ та ине, мәгәр бөгөн дә Рәсәйҙең Төньяҡ Кавказ төбәгендәге хәл иҫкәртеп кенә тора. Ун һигеҙ – егерме йәштәре лә тулмаған типһә – тимер өҙөрҙәй егеттәрҙе ғәрәсәт утына ташлаған йылдарҙы нисек онотмаҡ кәрәк? Уларҙың күптәре, үҙҙәрен ерҙәге Алла дәрәжәһенә күтәргән хакимдарҙың фарманын үтәп, сит тарафтар­ҙа демократик тәртип урынлаштырыу өсөн башын һалды.
Ун биш меңдән ашыу бынамын тигән егетте ҡорбан иткән афған һуғышы. Егерме йылға һуҙылған чечен болаһы ла шунса ир-уҙаманыбыҙҙың ғүмерен ҡыйған.
Уҙған шәмбелә Стәрлебаш райо­нының мәҙәниәт һарайында Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған Хәтер кисәһе үтте. Унда төрлө локаль һуғыштарҙа ҡатнаш­ҡан яугирҙар йыйылғайны.
– Беҙ һеҙҙең батырлығығыҙ хаҡында бер ҡасан да оноторға тейеш түгелбеҙ, – тип башланы үҙенең сығышын Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Ермилов. – Беҙҙең райондан ғына Афғанстанда, Тажикстанда, Днестр буйында, Чечен Республикаһында һәм башҡа «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә ҡатнашҡан яугирҙарҙың һаны йөҙҙән ашыу. Шуларҙың етәүһе һуғыш ҡорбаны булды. Тыныс осорҙа ғәзиз балаларын юғалтыу ҡайғыһын кисергән әсәләрҙең әсе күҙ йәштәре әле һаман кипмәй.
Александр Иванович хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған егеттәр­ҙең әсәләренә район хакимиәтенең бүләктәрен тапшырҙы.
Унан һуң район ветерандар ойошмаһы етәксеһе, афған һуғышында батырҙарса һуғышҡан яугир Кәлимулла Шәрәфетдинов сығыш яһаны.
– Нисә тапҡыр төштә күрәм шул аяуһыҙ һуғышты, – Кәлимулла Хәйрулла улы, күҙ йәштәрен көскә тыйып, сығышын дауам итә. – Иптәштәренең үлемен күреп, егерме йәше лә тулмаған егеттәрҙең сәстәре салланғанын күрәм. Нисә йыл үтһә лә, иңрәү булып ҡолаҡта яңғыраған снаряд шартлауҙарын ишетәм, ғәзиз балаларының үлем хәбәрҙәрен алып, иртә ҡартайған әсәләрҙең күҙ йәштәрен күрәм.
ҡабыҡҡыуыш ауылынан ғына бер түгел, ике йәш егет чечен һуғышында ятып ҡалған. Рушан Сатучин 1995 йылдың 4 февралендә һәләк була, ә Илнур Фәйзуллиндың ғүмере шул йылдың декабре башында дудаевсылар пуляһынан өҙөлә.
– Минең өсөн улым әле лә тере һымаҡ, – ти Илнурҙың хәҙер инде һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуған әсәһе Флүрә инәй. – ҡайҙалыр оҙайлы командировкаға ғына киткән дә, ҡайтмай ҙа ҡайтмай һымаҡ. ҡайтыр, иншалла, мин көтәм әле, әсә йөрәге сабыр була ул.
Хәтер кисәһендә, «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә ҡатнашыусыларға арналған һәйкәлде яңыртыу өсөн аҡса туплау маҡсатында, хәйриә акцияһы ла старт алды. Шунда уҡ район предприятие, ойошмалары үҙҙәренең иғәнәләрен индерә лә башланы. Был изге сараға ябай кешеләр ҙә дәррәү ҡушылды.
– Был башланғыстан беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ, – ти Аллағыуат ауыл хакимиәте башлығы Зифа ҡолһарина. – Хакимиәттә эшләүселәр, уҡытыусылар, клуб хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең бер көнлөк хеҙмәт хаҡынан өлөш сығарҙы. Беҙҙең ауылдан Әлмира апай Рәжәпова бер мең һум күләмендә аҡса индерҙе. Уның улы Наил дә яу ҡорбаны булғайны.
Хәтер кисәһе райондың үҙешмәкәр артистары тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле концерт менән тамамланды.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
«Йәшлек»тең үҙ хәбәрсеһе.


Стәрлебаш районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға