«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Башкириямы, Башҡортостанмы?



19.02.2011 Башкириямы, Башҡортостанмы?

Шәмбе иртән БСТ-нан: «Сегодня в Башкирии обильный снег, туман, видимость около 10 метров, метель... в Салавате, Кумертау, Куюргазах...» – тип иғлан тапшырҙылар.
Шул хәбәрҙе генә көтөп ятҡан Барый ауылға бармаҫ өсөн: «Йәтеш булды бит был, әй», – тип, бисәһенә әйтә һалды:
– Ишеттеңме, ана, в Башкирии буран, тинеләр. Ауылға юл ябыла, һеҙҙең ул арҡыры мәте юлығыҙға ҡар һырынтыһы тултырасаҡ, юл таҙартыу юҡ ул унда. Әҙ булдымы ни барып етә алмай кире боролғандар, сығып китә алмай, унар көн ятҡан мәлдәр? – тип, зарланыбыраҡ, эстән һөйөнөп, һүҙенә нөктә ҡуйҙы. ҡайтырға әҙерләнеп бөткән ҡатыны:
– Ул буран беҙҙең Башҡортостанда түгел, «Башкирия»ла, тигәндәр бит, – тип Барыйҙың Яңы йыл байрамынан һуң шаңҡыған башын тағы ла шаңҡытыбыраҡ ебәрҙе.
Барый ятҡан урынынан башын күтәреп кенә өндәште:
– Әллә иҫәрләнә башланыңмы, беҙҙә, Башкирияла, тинеләр бит, Көйөргәҙене лә әйттеләр, һеҙҙең районды!
– Ошо ерле-юҡты ишетер ҙә ятыр инде, нишләп Көйөргәҙе «Башкирия»ла булһын, ра­йон һынлы район унда ни эшләһен! – тип бутаны Барый башын.
– Үҙегеҙҙең Көйөргәҙе районын Башкирия­нан сығарҙыңмы ни, ҡайҙа ҡуйҙың? Әллә Ырымбурға бирҙеңме? – тип мыҫҡыллабыраҡ, ҡәнәғәтләнеп ята бирҙе Барый.
– Кит, мәжнүн, – тине бисәһе. – «Башкирия» тигән хәрби карап ҡына бар ҡайҙалыр, ә беҙҙең Башҡортостанда бындай төшөнсә юҡ! Ана, уҡый белһәң, Башҡортостан, Рәсәй Консти­туция­ларын уҡы, унда республиканың исеме аҡҡа ҡара менән яҙылған: «Республика Башкортостан», йә «Башҡортостан Республи­каһы», йә «Башҡортостан» ғына һәм вәссәләм! Ә элекке «Башкирия» тип аталған сауҙа үҙәге, колхоз-совхоздар, ҡунаҡханалар бөттө ул!
Барый тәрән уйға батты. Ә ниңә һуң телевизорҙан «Башкирия» тип көнө-төнө әҙәм башын бутайҙар? Әллә, ысынлап та, теге карапта буран, шторммы икән? Алла ярҙам бирһен капитанына, улай булһа. Байтаҡ ҡына беҙҙең егет тә хеҙмәт итә ине, ә... Юҡ, беҙҙең егеттәр унда почти ҡалманы, тине бит әле ҡатын. Бәлки, «Башкирия» тигән яңы губерна төҙөгәндәрҙер, баш ҡалаһын Ырымбур итеп? Унда ла башҡорттар күп бит. Жириновский нимәлер бер ваҡыт һөйләй ине лә. Улай тиһәң, БСТ менән Өфө-ТВ, береһенән-береһе арттырып, гел Өфөнө генә күрһәтә, Ырымбурҙы һанға һуҡмайҙармы икән? Ауылдар ҙа күренмәй ул. Бер уйлаһаң, кәнишне, дөрөҫ эшләйҙәр, нечево ауылды күрһәтергә. Бына реклама, КВН, рок, Африка, Америка кинолары, мульти-пульти – во!
«Ә... иҫкә төштө! Туҡта, туҡта, туҡтасәле, Боря, тррр! Ни эшләп әле анау көнө ауылға шылтыратҡанда: «Һеҙгә рәхәт, ҡышын эш юҡ, рәхәтләнеп «Сәләм»де генә ҡарап ятаһығыҙ», – тигәс: «Сәләм» бөттө ул, беҙ Татарстан каналын ҡарайбыҙ», – тинеләр әле? Әллә Татарстан беҙгә ҡушылдымы икән? Шәп булыр ине ул. Беҙҙә бөтә завод-фабрикаларҙы, урмандарҙы һатып бөткәндәр, Башҡортостанға ярҙам кәрәк, тигәйнеләр. Теге һатып алған кешеләр, урындағы халыҡ эшләй белмәй, тип, эшселәр­ҙе Удмуртстандан, Мәскәү яҡтарынан ташый икән. Даже «Салям»дан нимә һөйләргә, нисек гәзиттән мәзит яһарға улар өйрәтә ти ҙә баһа. ҡушылыуы дөрөҫ булһа, Себер сапҡансы ҡаҙанға барып эшләр инек», – тип үҙ алдына мығырлап ятҡанда, бисәһе: «Тор, әйҙә киттек Таймаҫҡа», – тип ҡаты ғына өндәште. «Тороп тор әле, Башкирия тип ил башлыҡтары ла әйтә бит әле, мин бының менән разобраться итмәйенсә ҡуҙғалмайым! Йөрөрһөң ҡайһы республикала йөрөгәнеңде белмәйенсә», – тип борсолдо Барый.
«Әүәл берәйһе ҡырын эш эшләһә, енәйәт эше ҡуҙғатып, төрмәгә ултырталар ине. Хәҙер Төп Законды – Конституцияны даими боҙғандар­ға ла яза юҡ икән дә баһа. Вәт, заманаң. «Ул телецентрға Үктәбр Вәлиевичты кире ултыртырға кәрәк. Вәт, ул «мочил»бы за это!» – тип осона сыҡты ла сығыуын, ләкин тышта ла, өйҙә лә буран ҡупты шул...


Юрист Юморист.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға