«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Яратҡан шөғөл ялҡытмай



03.09.2019 Яратҡан шөғөл ялҡытмай

“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән мәҡәл Ишембай ауылы оҫтаһы Флорис Нуриев тураһында әйтелгән кеүек. Уны Салауат, күрше райондарҙа ғына түгел, республика, Рәсәй кимәлендә лә алтын ҡуллы ир уҙаманы булараҡ беләләр.

Флорис Йомаҙил улы – ғүмерен мәғарифҡа һәм мәҙәниәткә ба­ғышлаған шәхес. Ул оҙаҡ йылдар мәктәптә военрук була, математика, рус теле, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәренән уҡыта. Һуңынан ауыл клубында директор ҙа була. Бер ни тиклем төҙөлөштә лә эшләп ала. Хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙе лә уйламаҫтан, ағастан һындар эшләй башлай. Эшендә ул йүкә ағасын ҡуллана, уны юнып, төрлө формаға килтерә.

– Иң беренсе эшем сана булды. Һуңынан сана үҙе генә булмаһын, тип уның янына ат, кеше һынын яһап ҡуйҙым, – ти Флорис Йома­ҙил улы, шөғөлө тураһында һөйләп.

Ағасты юнып та, һырлап-се­мәрләп тә һоҡланғыс әйберҙәр эш­ләй, улар араһында шырпы ҡабынан бәләкәйерәк әйберҙәр ҙә бар. Оло йәштә булыуына ҡара­маҫтан, бәләкәй генә деталдәрҙе, мәҫәлән, кешенең битен эшләү өсөн ни тиклем сабырлыҡ, тырышлыҡ кәрәк. Шөғөлөн ысынлап яратҡан кеше генә сәғәттәр буйына быны эшләп ултыра ала.

– Ағастан кеше, бигерәк тә уның йөҙөн яһағансы күп ваҡыт үтә. Ул шундуҡ ҡына килеп сыҡмай, бер нисә көн үтеүе мөмкин, – ти оҫта.
Сувенир, төрлө әйберҙе Флорис Йомаҙил улы ейән-ейән­сәрҙәренә бүләк итә. Уның эш­тәре төрлө күргәҙмәләрҙә, хатта ВДНХ-ла ҡуйыла. Киләсәктә ҡул эштәрен сит ил халҡына ла тәҡдим итергә ниәтләй.

– Күптән уйлап йөрөгән хыялым бар. Буғалыш ауылында Салауат Юлаев менән бәйле һуғыш булған. Ошо алышты панорама рәүешендә эшләп, Салауат Юлаев музейына бүләк итергә ине, – ти оҫта ҡуллы ир уҙаманы.





Автор: Л. Вәлиуллина
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға