26.08.2019 Таҙа нәски булһа
Килендәшкә шылтыратып, донъя хәлдәре хаҡында һөйләшеп алырға булдым. Теге остан ҡайнаға яуап бирҙе.
– Хәлдәрегеҙ нисек? Хәләлең ҡайҙа?
– Арыу ғына. Кәләш тырнаҡ яһата, бушамай.
– Әллә берәй ергә йыйынаһығыҙмы?
– Эйе, иртәгә туйға саҡырғайнылар. Һөйөклөм шуға матурлана. Тырнаҡтан һуң керпек үҫтерергә китәсәк. Артабан ҡашын буята, унан һуң – сәсен. Так что, бер минут та буш ваҡыты юҡ. Туй-юбилей тиһәң, ниңә ҡатындар береһенән-береһе уҙҙырып биҙәнә-төҙәнә икән, килен?
– Атаҡ, араһында иң матуры минеке, тип һеҙ, ирҙәр, ҡыуанып ултырһын өсөн. Үҙеңә лә рубашка-салбар алғанһығыҙҙыр әле, беҙ генә, йәнәһе, расхудҡа һуғабыҙ...
– Кит, нормаль кеше ҡунаҡҡа барған һайын кейем һатып аламы ни. Кәләш алғанда ЗАГС-ҡа кейгән кәстүмем бына тигән. Беҙгә, ирҙәргә ни, таҙа нәски кейһәк, шул еткән...
Рәхәтләнеп көлдөк тә көлөүен... Ысынлап та, матур булып күренеү беҙгә артыҡ ҡиммәткә төшә, тип уфтанып ҡуйҙым, телефонды һалғас. Киләһе аҙнаға ҡустымдың тыуған көнөнә кафеға саҡырылғанбыҙ. Күлдәк алаһым бар, уға килешле туфли, прическа-маҙар, макияж, уф, һанай китһәң... Барлыҡ “процедуралар” аша үтмәһәң, “үҙен ҡарамаған ҡатын” тигән дан тараласаҡ.
Исмаһам, иремдең кейемдәре бына тигән. Һай, әттәгенәһе, уға ла бит яңы нәски кәрәк, нисек онотмаҫҡа икән?