«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Быҙауҡайҙың тәүге көндәре



12.02.2011 Быҙауҡайҙың тәүге көндәре

Хәҙер, быҙау тыу­ғас, уны һыйыр­ға ғына ҡушып ҡуйыу, теләгән бер ваҡытта бесән ашата башлау ғә­ҙәте бөттө – кешеләр малды әллә ни күп булмаһа ла, берәгәйле итеп аҫрарға тырыша. Шуға ла һыйыр быҙаулау менән уны яҡшылап тәрбиәләй башларға кәрәклеген һәр кем аңлай. Малды бер өҙлөктөрһәң, йүнле тоҡом да, күп һөт тә, тәмле һәм күп ит тә көтөргә кәрәкмәгәнлеген аңлайбыҙ.
Быҙау тыуғас, 6 – 7 көн үтеү менән уны үҫемлек менән туҡландыра башларға кәрәк. Артыҡ оҙаҡлап китһәң, уның ашҡаҙаны насар үҫешәсәк. Әлбиттә, иң шәп аҙыҡ бер ниндәй ҙә диңгеҙ аръяғынан килтерелгән серле нәмә түгел, ә хуш еҫе сығып торған ябай бесән. Шуға ла йәйен бесән әҙерләгәндә матур итеп йәшел көйө генә кипкән япраҡлы бесәнде һарай башында айырым һаҡларға кәрәк. Уларҙы бәрәстәр, быҙауҙар ашаясаҡ. Был бесәнде йәйҙең башындараҡ әҙерләйҙәр. ҡыҫҡаһы, беҙҙең олатайҙар малға бесән генә тиерлек ашатып, дөрөҫ юл һайлаған.
Быҙауға бесәнде көнөнә өс-дүрт тапҡыр, яҡынса алғанда, 200 грамлап бирергә кәрәк. Быҙау тәүҙә бесәнде сәйнәй, әммә йотмай. Ул сәйнәп ташлаған бесәнде алып, яңыһын һалырға кәрәк. Ике-өс аҙнанан быҙауҡай бесәнде рәхәтләнеп ашай башлаясаҡ.
Тәүге айҙарҙа быҙауҙың шәкәр менән крахмалды иреткән ферменттары насар эшләй. Шуға ла составында күп крахмал йәки шәкәр булған татлы тамырҙарҙы, кукуруз, арпа кеүек нәмәләрҙе ашатыуҙың фәтүәһе юҡ. Хәҙер быҙауҙар өсөн сығарыл­ған махсус аҙыҡтар бар, ике-өс аҙна үткәс, уларҙы ла бирергә мөмкин.
Бер айлыҡ быҙауға кишер менән картуф бирә башларға була. Кишерҙе алдан иҙгеләп әҙерләйҙәр. Ә картуфты бешереп, иҙмә эшләргә кәрәк. Был аҙыҡ быҙауҙар өсөн бик файҙалы. Сөгөлдөр биреүҙе саҡ ҡына көтөңкөрәп тороғоҙ. Быҙау тыуып, дүрт ай тирәһе үткәс, уға силос бирергә була. Тик ул әсегән булмаһын, сифатлыһы кәрәк. Һәм, әлбиттә, быҙауҡайҙың төп һәм алмаштырғыһыҙ аҙығы булып әсәһенең һөтө тора.
Быҙауҙы тәүге көндәренән үк ябай һыу эсергә өйрәтергә кәрәк. Үҫкән организмға ыуыҙ һөтөндә, һөт составында булған һыу ҙа етә, тип уйлаусылар яңылыша. Быҙауҡай тыуып, 3 – 4 көн үтеү менән ярты литрлап ҡайнатып һыуытылған һыу эсерә башлайҙар. Ә инде уға өс аҙна булғас, ҡайнатылмаған һыуҙы быҙау үҙе теләгән тиклем эсерәләр. Һыу быҙау имгәндән һуң бер сәғәт тирәһе үткәндән һуң бирелә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға