«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Телеңде йоторлоҡ!



17.03.2023 Телеңде йоторлоҡ!

Корейса ҡыяр
2 кг ҡыяр, 250 г кишер, 1 баш һарымһаҡ, ярты стакан үҫемлек майы, тәмләткестәр, 2 ҡалаҡ тоҙ, 4 ҡалаҡ шәкәр.
Ҡыярҙы оҙонса итеп 4 өлөшкә бүлергә. Ҙурыраҡтарын 6 өлөшкә лә мөмкин. Кишерҙе корейса кишер сығара торған ҡырғыс аша сы­ғарырға һәм шуға престан сыға­рылған бер баш һарымһаҡ, ярты стакан үҫемлек майы, ярты стакан аш һеркәһе, 2 ҡалаҡ тоҙ, 4 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ корейса кишер өсөн тәм­ләткес һалып, яҡшылап бол­ғатырға ла, 2 – 3 сәғәткә ситкә ҡуйып торорға. Һуңынан стерилләнгән банка­ларға тултырырға ла, 1 литрлыҡ банканы – 30, ярты литрлыһын 15 минут һыуҙа ҡайнатып, ҡапҡас менән ябырға.

Консерваланған йәшел борсаҡ

Маринад өсөн бер литр һыуға бер ҡалаҡ тоҙ, бер ҡалаҡ шәкәр, һәр банкаға бер балғалаҡ алты процентлы аш һеркәһе алына. Һыйған тиклем йәшел борсаҡ кәрәк.
Борсаҡты һалҡын һыуҙа йыуып, кәстрүлгә һалырға һәм өҫтөн ҡапларлыҡ ҡына итеп һалҡын һыу ҡойоп, уртаса утҡа ҡуйырға. 15 – 20 минуттан һыу парға әйләнеп бөтә. Стерилләнгән банкаға борсаҡты эҫе килеш бер сантиметр самаһы тултырмай һалырға. Һәр банкаға һеркә, эҫе маринад ҡойорға кәрәк. Банканы ҡалын полиэтилен киҫәге менән ҡаплап, резинка менән нығытырға һәм яҡшылап төрөргә.
Был консерва һыуытҡыста һаҡлана.

Эҫе һыуҙа әҙерләнгән ҡамырҙағы чебурек
1 йомортҡаға ярты балғалаҡтан күберәк тоҙ һәм 1 ҡалаҡ көнбағыш майы ҡушып туғырға.
1 стакан он һалып бутап, өҫтөнә 1 стакан (250 мл) ҡайнар һыу ҡойорға, ҡул бешмәһен өсөн ағас ҡалаҡ менән бутарға. 2 стакан он өҫтәп, ҡамыр баҫып, ярты сәғәт ултыртып торорға.
Ит фаршына ваҡ ҡына туралған һуған, ҡара борос, паприка, һутлыраҡ булһын өсөн саҡ ҡына һыу өҫтәргә.
Йоҡа ғына итеп ҡамыр йәйеп, йәй­мәләр ҡырҡып, эслекте һалырға, ситтәрен сәнске менән тоташ­тырырға. Майлы табала ҡыҙҙырырға.





Автор: Т. АМАНОВ.
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға