«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » "һалҡын һуғыш" әсирҙәреме беҙ?



12.02.2011 "һалҡын һуғыш" әсирҙәреме беҙ?

Беҙҙең донъя тотошлайы менән «Ниңә?», «Нисек?», «Нишләп улай?» тигән һорауҙар­ҙан, «Аһ-аһ!», «Бынағайыш!», «Ыстағәфирулла!» тигән аптырау­ҙарҙан тора кеүек. Уйлай китһәң, аҙым һайын нәҡ ошо һүҙҙәр тел осона килә лә ҡуя. Эшкә юлым баш ҡаланың транспорт та, кеше лә мыжғып торған Октябрь проспектының буйынан буйына һуҙыл­ған. Туҡталышҡа сығып барғанда уҡ башымда үрҙә әйткән һорауҙар, аптырауҙар ҡайнай. Ниңә ошо подъезд шул тиклем тәмәке төпсөгөнә, төкөрөккә батҡан? Ниңә бынау йәш кенә ҡыҙыҡай ауыҙына тәмәке ҡабып, иртә менән айҡала-сайҡала китеп бара? Атаҡ-атаҡ! Был автобус водителе бүрәнә ташыймы, кешеләрҙеме? Магазиндағы (почтала, поликлиникала һ.б.) сиратта ниңә тик торғандан талашып китәләр һуң ул? Әйткәндәй, аҙыҡ-түлек хаҡтары нишләп улай, сүпрә ондо ҡабартҡандай, үҫә лә үҫә икән? ҡыҫҡаһы, бер кем дә, бер нәмәне лә «йүгәнләй» алмай кеүек тойола.
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, насар районда йәшәһәң, уның балаларыңдың һәр яҡлап үҫешенә тәьҫире лә насар буласаҡ. Мәҫәлән, ҙур ғына ҡалала, уның «имен булмаған», йәғни енәйәттәр йыш ҡылынған, бурҙар шашҡан бер биҫтәһендә йәшәүҙән кеше айырым бер тормош тәжрибәһе туплай. Әйтәйек, иртә менән балағыҙҙы мәктәпкә оҙатаһығыҙ икән, ти. Бала ни күрә? Туҡталыштарҙа тәмәке көйрәткән ҡатын-ҡыҙҙы күрәме? Күрә. Йөҙө йәмрәйеп, «баш төҙәтергә» кеҫәләренән һуңғы тиндәрен һанаған, һаҫыҡ еҫтәр аңҡыт­ҡан ир-атҡа ҡарап, һеҙгә һораулы күҙҙәре менән бағамы? Баға. Әммә һорауын бирмәй, сөнки «теге»нең ишетеп ҡалып, «матур һүҙҙәр» менән «һыйлар»ын яҡшы белә.
Балалар өсөн уйын майҙансыҡтарындағы эскәмйәләрҙә асарбаҡтар тулып ултыра, парктарҙа коляска этеп йөрөүсе ата-әсәләр­ҙең ҡулында – һыра, ауыҙында – тәмәке, телдәрендә – «эт ашамаҫ» һүҙҙәр, ә аяҡ аҫтында – тәмәке төпсөгө, төрлө ҡаптар, ҡаҡырыҡ... ҡыуаҡ артынан балалар уйнаған яҡҡа тамшанып ҡарап тороусы ир-атты ла күргән бар. Тәүбә-тәүбә... Унан килеп, йәш «ғашиҡтар» ғәм халыҡ алдында үбешеүҙән, ҡапшашыу­ҙан тартынмай. Бына шуларҙан бала күңелендә ниндәй уйҙар яралһын да, ниндәй тәрбиә тураһында һөйләргә мөмкин?! Өфө урамдарының береһендә шундай реклама щиты эленгән: бер малай көршәккә «сәптереп» тора, йәнәһе, тауарҙы рекламалай. Унан ниндәй фәһем алырға була?
Ирекһеҙҙән күңелемде тетрәткән бер яҙма иҫемә төшә. Интернет селтәрендә «эҙләнеп» ултырғанда, «Аллен Даллес доктринаһы» тигән нәмәгә юлыҡтым. Элекке документ булып сыҡты ул, Икенсе донъя һуғышы тамамлан­ған йылдарҙыҡы. Аллен Даллес (1893 –1969 йылдар) АҡШ-тың Үҙәк разведка идаралығында (ЦРУ) эшләгән. 1942 – 1945 йылдарҙа Европала сәйәси разведка менән шөғөлләнә. СССР-ҙы һәм башҡа социалистик илдәрҙе тарҡатыу буйынса эшмәкәрлекте ойоштороусыларҙың береһе, «һалҡын һуғыш» идеологы.
Документтың йөкмәткеһен уҡығас, уның әкренләп ысынлап та тормошҡа аша барыуын аңланым. Бына нимәләр хаҡында яҙған Аллен Даллес 1945 йылғы хеҙмәтендә, үҙе атауынса, тәҡдимендә: «Һу­ғыш бөтөр, барыһы ла үҙ урынына ҡайтыр, тынысланыр. Һәм беҙ булған барлыҡ нәмәне – алтынды, матди байлыҡты – кешеләрҙе (СССР халҡын – авт.) аңралатыуға йүнәлтәсәкбеҙ. Кеше мейеһе, аңы үҙгәреүҙәргә һәләтле. Унда буталсыҡтар тыуҙырып, һиҙҙермәйенсә генә уларҙың ҡиммәттәрен ялған ҡиммәттәргә алмаштырасаҡбыҙ һәм ошоларға ышанырға мәжбүр итәсәкбеҙ. Беҙ Рәсәйҙең үҙендә үк теләктәштәр табасаҡбыҙ. Күренеш артынан күренеш менән ерҙә иң буйһонмаҫ халыҡтың бөтөүе, уның аңы һүнеүе трагедияһы уйналасаҡ. Әҙәбиәт, театр, кино – барыһы ла кешенең иң әшәке тойғоларын күрһәтәсәк һәм данлаясаҡ. Беҙ кеше аңына секс, көсләү, садизм, һатлыҡ йән культын, ғөмүмән, әхлаҡһыҙлыҡты һеңдереүсе ижадсыларға ярҙам итәсәкбеҙ.
Дәүләт менән идара итеүҙә лә тәртипһеҙлек һәм буталсыҡ барлыҡҡа килтерәсәкбеҙ. Беҙ чиновниктарҙың алйотланыуына, ришүәтселектең, принципиалһеҙлектең үҫешенә һиҙ­ҙер­мәйенсә генә булышлыҡ итәсәкбеҙ. Бюро­кратизм менән волокита – яҡшы, ә намыҫ, ғәҙеллекте берәүгә лә кәрәкмәгән итәсәкбеҙ. Тупаҫлыҡ, алдаҡ, эскелек, наркомания, оятһыҙлыҡ, хыянат, милләтселек, халыҡ-ара ыҙғыш, бигерәк тә урыҫ халҡына ҡарата күралмаусанлыҡ – быларҙың барыһын да таратасаҡбыҙ.
Бик һирәктәр генә нимә булып ятҡанын аңлар. Әммә уларҙы ярҙамсыһыҙ ҡалдырасаҡбыҙ, йәмғиәттең түбәнгә төшкән әҙәмдәре итәсәкбеҙ. Рухи тамырҙарҙы йолҡоп ташларға, халыҡ әхлағының нигеҙен юҡ итергә йә әшәкеләргә тырышасаҡбыҙ. Ошо­лайтып быуын­дан-быуынды ҡаҡшатасаҡбыҙ. Бигерәк тә йәштәргә баҫым яһаясаҡбыҙ. Уларҙы тарҡатып, аҙҙырып, оятһыҙ, әҙәпһеҙ, космополит (милли традицияларҙы инҡар итеүсе) яһаясаҡбыҙ».
Ошо урында ҡайһы бер күрһәткестәргә туҡталмау мөмкин түгел. Рәсәйҙә бөгөн 150 самаһы спирт, 1000-ләгән ликер-араҡы заводы иҫәпләнә. Тотош бер алкомафия армияһы тиергә була. ҡайһы бер сит ил сығанаҡтары яҙыуынса, Рәсәй ышаныслы рәүештә алконаркотик илгә әүерелә бара. ХХ быуаттың 50-се йылдарынан алып йән башына иҫерткес эсемлек нисбәте катастрофик кимәлдә ҡапыл үҫеп, 60-сы йылдарҙа ил ошо күрһәткес буйынса донъя­ла тәүге урынға сыға. Нәҡ шул ваҡыт АҡШ Президенты Кеннедиҙың: «Урыҫтарҙы һуғыш менән яулау ярамай. Уларҙы эстән тарҡатырға кәрәк. Бының өсөн өс факторҙы ғына ҡулланыу талап ителә: араҡы, тәмәке, аҙғынлыҡ» (Ф. Угловтың «Самоубийцы» китабынан) тип әйткәне менән тура килә. Ул өс факторға дүртенсеһе лә ҡушылды. Наркомания Рәсәйҙә һуңғы ун йылда иҫ киткес хәүеф менән үҫә. Әгәр ҙә 2000 йылда наркобәйлелек менән интегеүселәр һаны ике (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса – өс) миллион кеше булһа, киләһе йылына уҡ миллион ярымға артып, 2005 йылға иһә алты миллион кешегә етә. Был ваҡытҡа рәсми рәүештә 500 мең кеше иҫәптә тора. 2008 йылда иҫәптә тороусы балалар һәм үҫмерҙәр һаны 140 меңдән ашып китә.
Бөгөн Рәсәй тәмәке тартыу буйынса донъяла беренсе урынға сыҡты. Ирҙәрҙең – 75, ҡатын-ҡыҙҙың 21 проценты тарта. Тәмәкеселәрҙең уртаса йәше – 20 – 29, йәғни бала табыу осоро. Был урында нимәлер аңлатып яҙып тороу кәрәкмәй ҙә – бары тик, «тәмәжник»тәрҙән тыуған быуын илебеҙгә файҙа килтерерме, тигән һорауҙы ғына бирергә мөмкин. Бына ошонан күрергә була ла инде Даллестың доктринаһы бойомға ашыуын. Уның беҙҙең илдә теләктәштәре барлығына ла ышанмаҫ ерҙән ышанырһың. Ни өсөн тигәндә, донъя­ла ниндәй генә насар ғәҙәт йә сир «ҡалҡып» сыҡмаһын, беҙҙең илдә ул үтә етеҙ темптарҙа үрсей ҙә китә.
Эйе, «афарин», Аллен! Халыҡты аңралатыу, дөрөҫөрәге, әҙәмдең үҙен-үҙе аңралатыуы дауам итә. Сөнки берәү ҙә бер кемгә лә бер нәмәне лә көсләп таҡмай. Кеше үҙе теләп араҡы, көмөшкә, һыра һатып алып эсә, тәмәке тарта, энә «ҡаҙай», урлай, талай, көсләй, үлтерә. Күп ҡиммәттәребеҙ, ысынлап та, ялған ҡиммәттәргә алмаштырылды. Бер генә миҫал: кеше китап уҡыуҙан ваз кисеп, телевизор экрандарына төбәлде. Ә нимә ҡарай һуң улар? Беҙ ҡан ҡойош, үлтерештән, порнографиянан торған фильмдар төшөрөүсе американдарҙы әрләп бер булабыҙ. Баҡһаң, Рәсәй уларҙы заказ биреп төшөртөп, ҡиммәт хаҡҡа һатып ала, имеш. Ихтыяж ҙур икән ундай киноға. Ә үҙебеҙҙең ватан фильмдары кәмме ни?! Һәр береһендә аяҡтан йығыл­ғансы эсәләр, бер туҡтау­һыҙ тәмәке тарталар, ҡатыны иренә хыянат итә, ире әйләнгән һайын һөйәркәһен алмаштыра... Үҙәк телеканалдарҙан барған тапшырыуҙарҙы һанаһаң, файҙалы-фәһемлеләре бер ҡулдың бармағына ла етмәй. Хатта юморға ҡоролғандары ла кендектән өҫкә менә алмай. Яңылыҡтарға тиклем ҡайҙа нимә емерелгән, кем кемде атҡан, кем нимәнелер урлаған кеүек сюжеттар менән тулды.
ҡалаларҙа төнгө клубтар ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәк шикелле үрсегәндән-үрсей бара. Унда йөрөгән йәштәр бейеп, һут эсеп кенә ултыра, тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ. Ауылдарҙағы клубҡа күп йәштәр барып та етә алмай – махсус эшләгән «һатыусылар» ағыуын алып, берәй ергә ҡунаҡлай. Ата-әсәләр кемдәр һатыу иткәнен дә белә, әммә был хаҡта ләм-мим.
Бына нимәгә килтерҙе идеологияның булмауы. Элек, исмаһам, халыҡ киләсәктә нимәгәлер өмөтләнеп йәшәй ине. Балалар-үҫмерҙәр тәртипһеҙ октябрят, пионер, комсомол булыуҙан ҡурҡа, ояла ине. Уҡытыусының абруйы ҡолас етмәҫлек ине. Бөгөн нимә күрәбеҙ? Американдар килеп, бөтә нәмәне ҡыйратып китмәне бит – үҙебеҙҙә, күңелебеҙҙә эшләнде барыһы ла.

Айсын АҡБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға