«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Мәктәп көләмәстәре



12.02.2011 Мәктәп көләмәстәре

– Атай, күҙеңде йомған килеш ҡултамғаңды ҡуя алаһыңмы?
– Эйе.
– Улайһа, минең көндәлегемә ҡуй әле.
* * *
Уҡытыусы:
– Данис, ҡыҫала һымаҡтар класына нимәләр инә?
Данис:
– ҡайсы.
* * *
Уҡытыусы:
–Уҡыусылар, яһалма балды нимәнән яһайҙар?
–Яһалма сәскәләрҙән.
* * *
Уҡытыусы – уҡыусынан:
– Ни өсөн өйгә эштәреңде гел атайың эшләй?
– Әсәйемдең башҡа эштәре күп бит.
* * *
Уҡытыусы:
– Доктор һүҙенең синонимы нисек була?
Уҡыусы:
– Айболит.
* * *
Рәсем дәресендә уҡытыу­сы өй эштәрен тикшерә. Әлфиәнең рәсемен ҡарағас:
– Ә һин ниндәй рәсем яһаның? – тип һорай.
– Океан...
– Тулҡындары юҡ бит.
– Был бит Тымыҡ океан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға