15.07.2019 Өмөттәрегеҙ һис тә һүнмәһен
Дүртөйлө районының Бейектау ауылында тыуған Алмас Торсонов, күңел күҙе барыһын да күрә, тип, ғүмеренең һәр минутын мәғәнәле үткәрергә ынтыла
Кешегә Хоҙай Тәғәлә һынауҙы бер бирһә, мул бирә, ти. Бәғзеләр, йырып сыға алған тиклем, хәленән килгәнсә бирә, ти. Һәр беребеҙ маңлайыбыҙға ни яҙылһа, шуны күрәбеҙ инде, тип йыуата өсөнсөләр. Һәр һүҙҙә лә дөрөҫлөк бар кеүек... Уйлап ҡараһаң, кешенең һәр аҙымы – һынау... Бына ошондай уйҙарға һалып, ҡулыма ҡәләм алырға мәжбүр итте был танышыу...
Эштән һуң башҡорт йырҙарын тыңлап ял итеү ғәҙәтем көндәгесә үҙенекен итте. Интернет селтәрендә «Йылмайыуың» тигән йырға юлыҡтым. Бер тапҡыр тыңланым – халыҡсан тауыш, йәштәрсә, мәғәнәле. Ҡабат тыңлайым... Башҡарыусыһы – Алмас Торсонов. Бығаса ишеткән дә юҡ. Дуҫлашырға тәҡдим иткәндәр исемлегендә үҙенең исеме лә бар. Диуарын байҡап сыҡтым. Шунан тегегә: «Йырың матур, тик атамаһы хаталы», – тип шелтә яҙып ебәрҙем. Оҙаҡ көттөрмәне: «Мин үҙем яҙманым, һеңлем», – тине. Башыма артыҡ насар уй килмәне. Төҙәтермен, тигәс, шатланып ҡуйҙым. Һуңыраҡ, ул күҙҙәренең күрмәүен әйткәс, оялдым.
Асыҡ һәм итәғәтле был егет менән яҡшы дуҫтар булып киттек. Аяҡ-ҡулы иҫән кеше лә үҙенә ҡарата шул тиклем талапсан булмаҫ. Алмас көн дә тиерлек үҙенең яңы ярыштан еңеп ҡайтыуы, яңы йыр яҙҙырыуы тураһында хәбәр итеп кенә тора. Аптырамаҫлыҡ түгел бит. Унда шул тиклем көс ҡайҙан? Был егетте йәлләү тойғолары һуңғараҡ һоҡланыуға әйләнде.
Алмас – Дүртөйлө районының Бейектау ауылында йәшәүсе Ләйлә һәм Камил Торсоновтарҙың көтөп алынған берҙән-бер бөртөк улдары. Ул 1999 йылдың 8 ғинуарында донъяға килә. Ошо көндө йортта шатлыҡ менән ҡайғы ла тыуа. Ата-әсә табиптарҙан, балағыҙҙың күҙҙәре бөтөнләй күрмәй, тигән хөкөм ала. Шулай ҙа һөймәлекле был малайҙан улар баш тартмай. Уны тәрбиәләүгә күп көс түгәләр. Алмас тыуған ауылындағы балалар баҡсаһына тиҫтерҙәре менән бергә йөрөй. Тик 7 йәше тулғас, Өфөнөң 28-се һуҡыр балалар өсөн махсус мәктәп-интернатына уҡырға урынлаштырыла. Бында Алмас 12 йыл уҡый. Йәйҙәрен тыуған ауылында уҙғара. Күрмәйем тип тормай, бала-саға ыңғайына велосипедта ла йөрөргә өйрәнә. Ата-әсәһенең, өләсәһенең тыйыуҙарына ҡарамаҫтан, йорт эштәрен дә башҡара. Мунса ла яға, һыу ҙа ташый, ҡыҫҡаһы, барыһын да эшләй. Әсәһе моңланғанда, уға ҡушылып йырлай. Тик, үкенескә күрә, ата-әсәһе иртә вафат була. Алмас Ләйләнең һеңлеһе Илһөйәр менән еҙнәһе Рәшит, өләсәһе Мөслимә ҡурсыуында ҡала.
Үҫмер әсәһенән отоп алған йырҙарҙы гел иҫенә төшөрөп йырлап йөрөр була. Интернатта йәшәгәндәр аңлай торғандыр, таныш йыр ишетелһә лә, ата-әсәгә, тыуған йортҡа гел күңеле тарта. Әсәһенән ҡалғас, Алмас үҙенә һүҙ бирә. Әсәйем хөрмәтенә йырсы буласаҡмын, ти ул. Музыка менән шөғөлләнеүҙе ҡумыҙ сиртергә өйрәнеүҙән башлай. 7-се класта уҡыған мәлендә Салауат Балаевтың «Зәңгәр күҙҙәреңде» тигән йыры менән беренсе тапҡыр мәктәп сәхнәһенә сыға. Тамашасылар моңло тауышлы егеттең йырлауын бик оҡшата. Ошонан һуң инде ул бер концерттан да, бер саранан да ситтә ҡалмай, иғтибар үҙәгендә була.
Мәктәп-интернатта 10-сы кластан үҙ уҡыусыларын киләсәк тормошҡа әҙерләү эштәре башлана (ниндәйҙер һөнәрҙе үҙләштереп, үҙ көнөңдө күрергә кәрәк бит). Уларҙы кластары менән медицина учреждениеларына массажсылар курстарына йөрөтә башлайҙар. Алмас алдына йә музыка, йә медицина тигән һорау тыуа. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Тәүге хыялдар, икенсе яҡта – һаулыҡтарын нығытырға теләп ярҙам һораған кешеләр. Апай-еҙнәһе, өләсәһе егетте, медицинаны һайлаһаң ышаныслыраҡ, тип өгөтләй. «Мохтаж кешеләргә ярҙам итеү – үҙе ҙур бәхет! Медицина менән дә, йыр менән дә, теләгең булһа, шөғөлләнергә мөмкин. Рухи яҡтан йыр дауалай, физик яҡтан – массаж. Айырмаһы артыҡ күп түгел», – ти егет, шаяртып. Һәм яңылышмай ҙа...
Медицина колледжына уҡырға килгәс, шунда үткән сараларҙың береһендә шулай уҡ күҙҙәре насар күргән, үҙенән бер курс юғары уҡыған ҡыҙ Алмас менән танышырға теләк белдерә. Улар дуҫлашып китә. Егет шул мәлдә үҙен илһамландырыусы мөхәббәтен осратыуын аңлай. Әйткәндәй, егет быйыл уҡыуын тамамланы. Буласаҡ кәләше Бөрөгә ҡайтып, балалар өсөн үҙ массаж салонын булдырған. Аралары алыҫлашыу сәбәпле, Алмас һөйгән ҡыҙына арнап, шиғырҙар ижад итә башлаған. Азат исемле дуҫы уның йырҙарын аранжировкалай, һәр береһен яҙҙырып баралар. Ә йәштәргә килгәндә, улар йәйгеһен никахлашыу тураһында уйлай.
– Мин кешеләрҙең тормошона ҡыҫылмайым, һәр береһе юлын үҙе һайлай, тик үҙ маҡсатыңа ирешергә өгөтләйем. Һынауҙар күп була, тик һынмаҫҡа, һағылмаҫҡа кәрәк, – ти Алмас. Бының өсөн уға рухи яҡтан көс биреүсе йырҙары, үҙенән-үҙе тыуған шиғырҙары, кәйефен күтәреү өсөн спорт ярҙам итә. Әйткәндәй, егет һуҡырҙар араһында уҙғарылған бер спорт ярышынан да ситтә ҡалмай. Саңғы ярыштарында ғына бихисап миҙал менән беренсе урындар яулаған. «Һуҡыр килеш нисек саңғыла йөрөргә була, тип һорай күптәр аптырап. Мин уртала, ситтә ярҙамға кешеләр ҡуйыла, улар миңә, уңға йәки һулға, тип күрһәтмәләр бирә, минән тик етеҙлек талап ителә», – ти был хаҡта. Бынан тыш, егет өҫтәл теннисы менән дә шөғөлләнә.
Бер ялында Алмас ауылға ҡайтып, өләсәһенең хәлен белеп китергә була. Йорт тирәһендә ярҙамлашып, мунса ла яғып ебәрә. Кис ауышҡаны һиҙелә. Тик өләсәһе утты ҡабыҙмай. Ниңә утты ҡабыҙмайһың, тип һорай ул. Өләсәһе: «Люстра бөтөнләй килеп төштө, янғын сығыуҙан ҡурҡам», – ти. Алмас люстраны йүнәтергә була. Мөслимә инәй ҡаршы төшә. Егет өләсәһен, мунса инеп кил, тип оҙата. Ул өйҙән сығыу менән Алмас өйҙәге утты тулыһынса һүндереп, ҡулдары менән ҡапшай-ҡапшай, сымдарҙы тоташтырып, люстраны түбәгә элеп ҡуя. Бер аҙна тирәһе утһыҙ ултырған оло ҡатын ейәненең бындай һәләте барлығына, мунсанан сыҡҡас, шаҡ ҡата.
Тыуым, тормош, бәхет, яҙмыш тураһында төрлө әйтемдәр бар. Уларҙы көндәлек тормошта әүҙем ҡулланырға яратабыҙ. Ә Хоҙай Тәғәлә беҙҙе, кешеләрҙе, яҡты донъяға яралтҡан икән, тимәк, бер бирелгән ғүмерҙе ғорур, намыҫлы үтергә тейешбеҙ түгелме? Кешене ҡылған эштәре биҙәй. Ете ағзаң теүәл килеш һин ҡул ҡаушырып ултыраһыңмы? Кемгә ышанаһың? Хыялың бармы? Маҡсат ҡуй! Килеп сыҡтымы? Уңыштар һиңә! Алға атла, кеше!