«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ах, был ҡоротҡостар…



17.03.2023 Ах, был ҡоротҡостар…

Быйыл яҙ иртә килгәс, ҡайһы бер үҫемлектәр иртә сәскә атты, шуға бөжәктәр ҙә әүҙемләште. Балан, муйыл ағастары бетләп ултыра, япраҡтарын ниндәйҙер ҡорт тишкән. Сәскәләрҙең япраҡтарын ниндәйҙер бөжәк кимереп бөтөп бара. Емеш ағастарын химик препараттар менән эшкәртке килмәй. Нимәләр менән ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшеп була?

Бындай осраҡта иң яҡшыһы – һарымһаҡ төнәтмәһе. Ул үҫемлек­тәрҙә парша, серек бәшмәк ауырыуҙары булғанда ярҙам итә.
20 – 30 г һарымһаҡты иҙегеҙ ҙә, шул массаны 1 биҙрә һыуға һалығыҙ. Бер тәүлек тотоғоҙ. Төнәтмәне марля аша һөҙөп, үҫемлектәргә һибегеҙ. Һарымһаҡ төнәтмәһе ямғыр менән йыуыла. Һөҙөмтә булһын өсөн уны йышыраҡ һибегеҙ.
Һарымһаҡтың ҡабығы ла ярҙам итә.
Һуған ҡабығы ла ҡоротҡостарға ҡаршы яҡшы ярҙамсы. Бер үк ваҡытта ашлама ла булып тора. 2 ус һуған ҡабығын ҡайнатып сығарырға. 1 биҙрә һыуға 2 литр төнәтмә һалырға. Ул ҡыярға ла файҙалы.Тик иртән һибергә кәрәк. Юғиһә япраҡтар көйә.
Ағас-ҡыуаҡтарға һалҡын һыу һиптереү ҙә беттән ҡотолорға ярҙам итә. Был ваҡытта бет туңып күшегә, ҡойолоп төшә, япраҡтарға йәбешеү һәләте кәмей.
Бет үрсегән урындарға тәмәке оно, көл һипһәң дә яҡшы. Ҡоротҡостарҙы төтөн менән дә ҡурҡытырға була.
Беттәр, бөжәктәр сүп үләне төнәтмәләрен дә яратмай. Ҡанлы үлән, ҡарағай бөрөһө, картуф һабағы төнәтмәләре файҙалы.
Ҡыҫҡаһы, сәләмәт булабыҙ тиһәгеҙ, химик препараттар менән аҙыраҡ эш итегеҙ.





Автор: З. Йәһүҙина
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға