13.07.2019 Йылмайыуы уның нур сәскәндәй, күңелендә, гүйә, яҙ ғына...
йәки Ҡужанаҡ ҡыҙы Элмираның Иҙәшкә таштай батҡаны, үҙ яҙмышын тапҡаны
Элмира апай менән танышҡас та, үҙенсәлекле матурлығы, һөйкөмлөлөгө, нәзәкәтлелеге һәм мәҙәниәтлелеге менән ихтирамымды яуланы. Донъя мәшәҡәттәре тураһында башланған әңгәмә эш һәм ғаиләгә барып тоташты. Ә үҙем эстән генә был сибәр ханыма ҡарап: “Был апай, моғайын, алыҫтан төшкән килендер. Был яҡтарға хас булмаған ниндәйҙер үҙенсәлек бар”, – тип уйларға өлгөрҙөм.
Ейәнсура районының Иҙәш ауылына юлым йыш төшә. Урындағы спорт һәм мәҙәни сараларҙа ихлас ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар менән дә даими аралашабыҙ. Уңғанлыҡта ла, етеҙлектә лә, талантта ла ал бирмәгәндәрҙең береһе – Элмира Миңлеғәле ҡыҙы Ураҡаева менән Әсә көнөнә арналған кисәлә таныштыҡ. Хәҙер ҙә уны ауылдың байтаҡ сараларында, район кимәлендә үткән фестивалдәрҙә йыш осратып, аралашып торабыҙ. Һәр кем менән итәғәтле итеп һөйләшкән, үҙен тотошонан уҡ ниндәйҙер сабырлыҡ та, тәүәккәллек тә бөркөлгән ханымға тәү ҡараштан күңелем тартылды. 55 йәшен тултырыуға ҡарамаҫтан, йәшлек һылыулығын ташламаған апайға һоҡланмау мөмкин түгел. Ил биҙәге, тиҙәр ундай ҡатындарға.
Элмира апай Ҡужанаҡ ауылында, матур, мөхәббәтле ғаиләлә тыуып үҫә. Бала саҡтан уҡытыусы булырға теләгән ҡыҙ, мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия университетының сит телдәр бүлегенә уҡырға инә. 1986 йылда тыуған яғына эшкә ҡайтҡан йәш белгесте район мәғариф бүлеге Иҙәш ауылына уҡытырға ебәрә. Ул саҡта тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡан ауыл менән яҙмышын бәйләү тураһында уйлап та ҡарамай. Әммә ошо уҡ мәктәптә рәсем һәм һыҙма фәндәренән уҡытҡан Илүс ағай йәш коллегаһына тәү күреүҙән ғашиҡ була. Ҡыйыу, егәрле, матур егет ҡыҙҙың йөрәген яулау менән эште ҡыҙыу тота: танышыуҙарына ике ай үтеүгә Ҡужанаҡ ауылына яусылар килә. Шулай итеп, уңған кешеләре, матур ғаиләләре менән дан тотҡан Иҙәш ауылында йәш ғаилә барлыҡҡа килә.
Йорт, эш мәшәҡәттәре менән 18 йыл күҙ асып йомғандай ғына үтеп китә. Бер-бер артлы донъяға килгән өс сабыйҙарына һөйөнөп, донъя бөтәйтеп йәшәп ятҡанда, 2004 йылдың йәйендә Илүс ағай фажиғәле вафат була. Йәш ҡатындың яҡын кешеһен юғалтыуҙан да, аталарын һағынып илаған балаларын йыуатыр һүҙҙәр тапмауҙан да йәне әрнегән мәлдәр күп була. Яҙмыш ошо һынауҙары менән Элмира апайҙың күңел ныҡлығын, көсөн һынап ҡарамаҡсы була, күрәһең. Бер аҙ аңҡы-тиңке булып, артабан нисек йәшәргә белмәй аптыранып йөрөгәс, ул үҙ-үҙен ҡулға алырға, артабан да матур итеп йәшәргә кәрәклеген аңларлыҡ көс таба. Хатта ниндәйҙер кимәлдә көн һайын тыуып торған ауырлыҡтар үҙҙәре үк яңғыҙ ҡатынға ебеп төшмәҫкә көс бирә. Йәй көндәрендә мал аҙығы әҙерләү, баҡса һәм йорт-ихатаны тәртипкә килтереү, ҡышын көрт йырып мал ҡарау, яғырлыҡ утын хәстәрләү – был физик көс талап иткән эштәрҙе атҡарыу өҫтөнә, уҡытыусы һөнәренең ваҡ мәшәҡәттәре лә өҫтәлә. Ә йән яралары тағы ла тәрәнерәк: һылыу ҡатындан ирҙәрен көнләшеүселәр ҙә табыла. Нахаҡ һүҙ ишетеү ҙә еңел булмай. Төндәрҙе аптыранып, күҙ йәштәренә быуылып үткәргәс, иртәнсәк бер ни булмағандай йылмайып эшкә барыу өсөн Элмира апайға ниндәй көс кәрәк булыуын күҙ алдына ла килтерә алмайым. “Барыһы ла ваҡытлыса!”– тип йыуата ул үҙ-үҙен.
Аталарының вафатына йыл үтеүгә Элиза менән Илзинә мәктәпте тамамлай. Артабан белем алыу өсөн ҡыҙҙар икәүләшеп Сибай ҡалаһына юллана. Береһе – Башҡорт дәүләт университеты филиалына, икенсеһе күп профилле һөнәрселек колледжына уҡырға инә. Дүрт йылдан уларға өсөнсө ҡыҙ Гүзәл дә ҡушыла: ул Сибай медицина училищеһы студенты булып китә. Бер өйҙән сығып киткән өс балаһын кейендерергә, ашатырға, йәшәрҙәренә, юлдарына нисек аҡса еткергәнен Элмира апай үҙе генә белә. Ярай, аҡыллы, инсафлы булып үҫкән ҡыҙҙар әсәләренең хәлен аңлап, ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә. Юҡ еренә күнеп, булғанының ҡәҙерен белеп йәшәргә өйрәнә, затлы кейем, телефон, биҙәүестәр таптырмай. Уларҙың төп маҡсаты белем алыу, тиҙерәк эшкә урынлашып әсәләренең хәлен аҙ ғына булһа ла еңеләйтеү була. Бөгөн ҡыҙҙарҙың һәр береһе ғаилә ҡороп балалар үҫтерә, үҙ донъяһын көтә.
– Ир бала һөйөргә насип булмаһа ла, алты ейәнем менән бәхетлемен. Ә улар араһында бер сәскә булған Элина ейәнсәрем инде үҙе буй етеп килә, – тип бәхетле йылмая Элмира апай.
Эшкә өйрәнгән ҡатын, ауырлыҡтар артта ҡалһа ла, ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай, һаман да мал тота, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә. Ихатаһын күҙҙе ҡамаштырыр гөл-сәскәләр биҙәй. “Өләсәй!” – тип һағынып ҡайтҡан ейән-ейәнсәрҙәренә өҫтәл тулы тәмле ризыҡтар әҙерләй. 30 йылдан ашыу ғүмерен балаларға белем биреүгә арнауы ла юҡҡа түгел: мәктәптә абруйы бар, уҡыусылары хөрмәт итә.
Алыҫтан төшкән килендер, тип юрауым бер аҙ дөрөҫлөккә лә тап килә икән. Ул үҙе түгел, ә әсәһе Резеда инәй Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән ҡыҙ була. Бынан 56 йыл элек ул Ейәнсура егете Миңлеғәле менән танышып, төпкөл райондың төркөл ауылына килен булып төшә. Ҡала ҡыҙы яратҡан кешеһе хаҡына алты бала табып, һыйыр һауырға, шәл бәйләргә өйрәнеп, ауыл тормошон үҙ итеп, йәшәп китә. Бына ҡайҙан икән ул Элмира апайҙың үҙенсәлекле йөҙ һәм күңел матурлығы, рух көсө?!