«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Балалар баҡсаһына йөрөтөргәме, юҡмы?



15.02.2011 Балалар баҡсаһына йөрөтөргәме, юҡмы?

Мәктәпкәсә йәштәге баланы балалар баҡсаһына урынлаштырыу бер мәсьәлә булһа, икенсеһе – унда баланың күнегеп китеүе. Сөнки ғаиләлә һәр саҡ ата-әсәһенең, башҡа туғандарының иғтибары үҙәгендә булып өйрәнгән бәләкәскә ят мөхиткә, тәрбиәселәргә һәм балаларға өйрәнеп китеүе еңелдән түгел. Шуға күрә балалар баҡсаһына биреү мәсьәләһен, уның төрлө яҡтарын уйлап, өйҙә яҡшыраҡ булырмы, балалар баҡсаһындамы – сағыштырып ҡарап хәл итергә кәңәш итер инек.
Балалар баҡсаһына йөрөгән бала балалар менән уйнай, аралаша
3 – 4 йәшлек сабыйҙа ололар менән генә түгел, балалар менән аралашыу теләге тыуа. Бындай аралашыуҙың файҙаһы бик ҙур. Балалар менән үҙеңде тиңдәрсә тотор­ға, дуҫтар табырға мөмкин. Тик тиҫ­тер­ҙәре компанияһында ғына бала ғәҙел алышта еңергә һәм еңелергә өйрәнә, ә өлкәндәр менән уйнағанда гел юрый ғына еңелгән була, бала быны үҙе лә һиҙеп тора.
Уйнағанда бала башҡаларҙың фекеренә ҡолаҡ һалырға өйрәнә. Оло кешене иһә мыжып, илап та еңә ала. Ә тиҫтеренә ҡыҙыҡлы уйын тәҡдим итә, ҡағиҙәләрҙе тота һәм уныңса эшләй белергә кәрәк. Ниһайәт, башҡа балалар компанияһында күңеллерәк тә.
Әммә кире яҡтары ла бар
Балалар баҡсаһында төрлө ғаиләлә төрлөсә тәрбиә алған балалар йыйыла. Һөҙөмтәлә баланың унда төрлө насар ғәҙәттәргә өйрәнеүе, насар һүҙҙәр отоп алыуы ла ихтимал.

Әсәй юҡ

Был иркә һәм яңғыҙ балалар өсөн һәйбәт. Бала барыһы ла уның көйөн генә көйләмәүенә, барыһы ла ул теләгәнсә генә булмауына өйрәнә.
Кире яҡтары
Көн буйына әсәһен күрмәү һәм өйҙән айырылыу – бала өсөн ҙур стресс. Ата-әсә, ғаилә тәрбиәһен бер кем дә, бер нәмә лә алмаштыра алмай. Ғаиләлә үҫкән бала ғүмер буйы үҙен ҡурсаулы итеп һиҙә.

Тәрбиәселәр бар

Көн әйләнәһенә бала ҡараулы була. Тәрбиәсе уларҙы уйната, уҡыта, өйрәтә, тышҡа алып сығып, саф һауала йөрөтә. Шулай уҡ ваҡытында ашауын, йоҡлауын да контролдә тота. Улар менән аралашҡанда бала тыңларға, аңларға, ололарҙың һүҙен һанларға өйрәнә.
Кире яҡтары
Тәрбиәсенең дә ниндәйе эләгә бит әле. Яҡшы, тәжрибәле тәрбиәсегә эләкһә – бәхетегеҙ, ә инде балағыҙ менән уртаҡ тел таба алмаһа, күңелегеҙҙә тыныслыҡ булмаясаҡ. Өҫтәүенә, балағыҙҙың һеҙҙең генә яҡшы сифаттарығыҙҙы үҙенә алыуын теләһәгеҙ, баҡсаға ебәрергә ашыҡмағыҙ.

Баланы мәктәпкә әҙерләйҙәр

Баҡсаға йөрөгән бала һандарҙы, хәрефтәрҙе танырға, төҫтәрҙе айырырға өйрәнә. Өлкән төркөмдәге балалар менән төрлө темаға дәрестәр үткәрелә. Музыка хеҙмәткәре йырҙар, бейеүҙәр өйрәтә. Һүрәт төшөрөү, пластилиндан әүәләү өсөн дә махсус ваҡыт бүленә.
Кире яҡтары
Практика күрһәтеүенсә, мәктәпкә барғанда өйҙә шөғөлләнгән балаларҙың телмәре лә яҡшыраҡ үҫешкән, һүҙлек запасы ла байыраҡ була, сөнки улар ололар менән күберәк аралаша. Өйҙә тәрбиәләнгән балалар баҡсаға йөрөүселәргә ҡарағанда, ғәҙәттә, яҡшыраҡ уҡый, һанай һәм яҙа.
Һеҙҙең өсөн нимә мөһим: балалар баҡсаһына йөрөтөүҙең ыңғай яҡтарымы, әллә кире яҡтарымы – үҙегеҙ хәл итегеҙ. Ғөмүмән, 3 йәштә лә, 5 йәштә лә балағыҙҙы балалар баҡсаһына бирә алаһығыҙ, барыһы ла һеҙҙән тора.
Балалар баҡсаһына йөрөтөргә ашыҡмағыҙ, әгәр ҙә:
Балағыҙҙа ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә, ҡош мамығына, аквариум балыҡтары аҙығына аллергия булһа. Бындай балалар йыш ауырый, сөнки уларҙа ауырыуға ҡаршы тороу системаһы ҡаҡшаған була.
Бала йыш ауырығанда. Иң беренсе сиратта бының сәбәбен асыҡларға кәрәк.
Бала артыҡ тынысһыҙ, әсәһен бер минутҡа ла янынан ебәрмәй, ят кешеләрҙән, ҡараңғынан ҡурҡып, бер үҙе бүлмәлә ҡалмағанда. Мотлаҡ рәүештә психологтан консультация алығыҙ.
Балаға йә дауаханала ятып, йә башҡа сәбәп менән яҡындары менән айырылышырға тура килеп, быны ауыр кисерһә.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға