«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (8-14 июль)



08.07.2019 Йондоҙнамә (8-14 июль)


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала ҡыйынлыҡтар ҡапыл күбә­йеп китер. Күптәр бындай хәлгә әҙер түгел һымаҡ. Бәғзеләр сиселмәгән мәсьә­ләләрҙе өҫтәр генә. Шаршамбыла һәм кесе йомала йондоҙҙар уйлап эш итергә кәңәш итә. Был көндәрҙә уңайлы мәлдәр күбәйер.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Иң мөһим эштәрегеҙҙе аҙна башына тәғәйенләүегеҙ дөрөҫ булыр. Әүҙем­легегеҙ арҡаһында уңышҡа өлгә­шер­һегеҙ. Артабан ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр баҫыр. Кесе йомала бер ниндәй ҙә дәғүәгә инмәҫкә тырышығыҙ. Уның һөҙөмтәләре тәрәнгә китеүе ихтимал.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был аҙнала төп иғтибарығыҙҙы йорт-ғаилә мәсьәләләренә йүнәлтергә тура килер. Яҡын кешеләрегеҙ менән дә уртаҡ тел табыуы ауырлашыр. Кемдер туғаны өсөн яуаплылыҡты үҙ иңенә алыр, бәлки. Бәғзеләр тәжрибәле кешенең кәңәшенә мохтажлыҡ кисерер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна һиҙелерлек уңыштар килтерәсәк. Үҙгәреүсән ваҡиғалар ҡайһы ваҡыт көтөлмәгәнерәк булһа ла, уларҙан файҙа ғына күрерһегеҙ. Һеҙҙең тирәләге хәлдәр үтә етеҙлек талап итер. Тап был арала бәғзеләр ниндәйҙер ҙур эште башлап ебәрер, моғайын.

Буға (21.04 – 21.05)

Мәл шәхси тормошоғоҙға үҙгәрештәр индерер өсөн уңайлы. Күптәр яңы мөнәсәбәттәр ҡорор, насар ғәҙәттәренән ҡотолор, элекке бәйләнештәрҙе өҙөр. Иң мөһиме – был йүнәлештә йондоҙҙар һеҙгә һәр саҡ ярҙам итеп торор.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Был арала ижади кешеләр бигерәк тә уңыр. Кеше араһында абруйығыҙ ҙа күҙгә күренеп артыр. Элекке дошмандарығыҙ хатта дуҫлыҡ та тәҡдим итер. Бындай хәл менән ваҡытлыса ризалашырға ла мөмкиндер. Аҙаҡ күҙ күрер...

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна барышында ниндәйҙер тәҡдим яһауҙары бар. Ул бик өмөтлө күренһә лә, мәшәҡәтле һәм оҙайлы булыуы ла мөмкин. Ризалашыр алдынан был мәсьәләне бар яҡтан да өйрәнегеҙ. Йомала аҡсалата булмаған юғалтыу кисерерһегеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Ҡапыл төрлө ҡыйынлыҡ күбәйеп китеүе бар. Йомшаҡлығығыҙ, ярамһаҡ­ла­ныуығыҙ өҫтәмә мәшәҡәттәр тыуҙырыр. Файҙаһыҙ бәйләнештәр ҙә һәр саҡ ҡамасаулар. Дөйөм хәлегеҙ бөтөнләй алға барырға бирмәҫ, моғайын.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Янығыҙҙа ярҙам һәм терәк өмөт иткән кешеләр пәйҙә булыр. Уларға ышанырға ашыҡмағыҙ, уяу булығыҙ. Аҙаҡ һаҡ булған өсөн үҙегеҙгә рәхмәт әйтерһегеҙ. Аҙ­наның аҙағы уңышлы көтөлә. Һәләттәрегеҙҙе лә күрһәтә алырһығыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Башығыҙҙа һәр саҡ яңы маҡсаттар тыуып торор. Һөҙөмтәлә бер эште лә тулыһынса тамамлай алмаҫһығыҙ һымаҡ. Йондоҙҙар бер аҙ әүҙемлегегеҙҙе кәметеп, уй-фекер төйнәп алырға кәңәш итә. Был арала көтөлмәгән сығымдарығыҙ күбәйер.

Саян (24.10 – 22.11)
Элек алған ниндәйҙер йөкләмәне үтәү өсөн көс түгергә тура килер. Юғиһә кеше араһында абруйығыҙҙы юғалтыуығыҙ ҙа ихтимал. Шаршамбылағы ваҡиғалар ҡайһы бер нәмәләргә күҙегеҙҙе асыр. Йомала уйламаған осрашыу булыуы мөмкин.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Аҙна барышында аралашыу өмөтлө буласаҡ. Күптәр яңы танышлыҡтар булдырыр, фекерҙәштәр ҙә табыр, моғайын. Бөтә эшегеҙ ҡыйынлыҡ менән барыр, шаршамбынан һуң хатта туҡтағандай тойолор. Йомаға ҡорған уй-маҡсаттарығыҙҙың бөтөнләй боҙолоуы ихтимал.





Автор: Өмөтбай
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға