«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ғәйебен таныны, бурысын түләмәне



12.02.2011 Ғәйебен таныны, бурысын түләмәне

Гәзитебеҙ редакцияһына Сибай ҡалаһынан ошондай йөкмәткеле хат килде:
«Хөрмәтле редакция!
«ИП Куликова» шәхси эшҡыуарҙың һөт заводында эшләп-эшләп, әлеге ваҡытта үҙебеҙгә тейеш эш хаҡын түләтә алмайбыҙ.
Куликова Екатерина Андреевна беҙгә, үҙенең эшселәренә, 2009 йылдың 1 ноябренән эш хаҡы түләгәне юҡ. Һуңғы ике йылда, эш хаҡы алыуҙан төңөлөп, күптәр эштән сығып бөттө. 2010 йылдың 24 ноябрендә, коллективтың ғаризаһына ярашлы, Куликова суд яуаплылығына тарттырылды һәм ғәйепле тип табылды. Әммә, судтан һуң ике ай үтеүгә ҡарамаҫтан, беҙ һаман үҙ аҡсабыҙҙы ала алмайбыҙ, бер ниндәй ҙә ыңғай хәрәкәт юҡ был йүнәлештә. Телевизорҙан Рәсәй Президенты ла, Башҡортостан Президенты ла даими рәүештә, эш хаҡы түләмәүселәргә ҡаршы ныҡлап көрәшергә кәрәк, тип һөйләй. Әммә Куликова ханымды суд та, приставтар ҙа ҡурҡыта алмай, күрәһең. Хәҙер инде икенсе кеше исеменә күсереп яҙылған һөт комбинаты һаман да эшләй, уның продукцияһын Магнитогорск, Орск, хатта Сибай магазиндарында ла күрергә була, ә беҙгә эш хаҡы буйынса бурыстарҙы берәү ҙә түләргә йыйынмай. Беҙҙең хәлде гәзит аша фаш итһәгеҙ, бәлки, Куликова Екатерина Андреевна оялыр, йә булмаһа, хоҡуҡ яҡлау органдары проблемаларыбыҙға иғтибар итер ине. Балаларын мәктәпкә әҙерләй алмай, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләй алмай хитланған ғаилә башлыҡтарын, ҡатын-ҡыҙҙарҙы аңлап, хәлебеҙгә инер кеше табылыр, бәлки.
Ихтирам менән – «ИП Куликова»ның элекке эшселәре төркөмө».
Хатҡа беркетелгән суд ҡарарынан өҙөктәр килтерәбеҙ:
«2009 йылдың 1 ноябренән 2010 йылдың июленә тиклем Куликова Е. А. үҙенә буйһонған хеҙмәт коллективының 41 эшсеһенә йәмғеһе 1 549 274 һум, шул иҫәптән рәсми рәүештә хеҙмәт килешеүе төҙөп эшләп йөрөгәндәренә – 1 115 874 һум, хеҙмәт килешеүе төҙөмәйенсә эшләп йөрөүселәренә 433 400 һум эш хаҡы түләмәгән. Кассаһында һәм банк иҫәптәрендә булған 3 185 928,28 һум аҡсаһын подрядсылары һәм һөт тапшырыусылары менән иҫәп-хисапҡа, административ-хужалыҡ ихтыяждары өсөн, физик шәхестәргә бурыстарын түләү өсөн тотонған, шулай уҡ был аҡсаһын «Сибай», «Таналыҡ», «Рассвет», «Урал», Салауат исемендәге ауыл хужалығы-етештереү кооперативтары (СПК), «Юлук» агрофирмаһы менән төҙөгән килешеүҙәренә ярашлы, был хужалыҡтарҙың «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәте алдындағы бурыстарын ҡаплау өсөн, йәғни фәҡәт үҙ мәнфәғәттәрендә тотона. Эшселәренә эш хаҡын түләргә мөмкинлеге була тороп та, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенән килгән табышты үҙенең матди мәнфәғәттәрендә генә тотона. 2009 йылдың 1 ноябренән 2010 йылдың 1 июленә тиклем Куликова Е. А. үҙ эшселәренә – Г. Бар­динцеваға – 35889 һум, Б. Бай­назароваға – 13550 һум, О. Бойкоға – 26029 һум, Е. Хачинаға, О. Волковаға, О. Воронинаға, М. Ильясоваға, А. Мәҡ­сүтоваға, Н. Худалееваға, Р. Шаһи­вәлиеваға, Н. Путятоға, Р. Нур­мөхәмәтоваға, С. Пронинға, С. Cафи­уллинға, Ю. Сухановҡа, А. Үтәме­шоваға – һанап үтелгәндәрҙең һәр береһенә 38 889 һум, Р. Гадляевҡа – 34 664 һум, С. Ғәлимовҡа – 18270 һум, Т. Горбаткоға – 35319 һум, Т. Гор­шенинаға һәм З. Йәнтүринаға 35389-ар һум, В. Ивановаға 34608 һум, А. Кар­поваға 36 540 һум, Н. Красноваға, Э. Хәсәноваға 34889-ар һум, Л. Ма­кароваға 36414 һум, А. Романишинаға 35 889 һум, Е. Самохинаға 28051 һум, А. Таиповаға 34389 һум, В. Труноваға 54810 һум, И. Йәнбәковаға 32289 һум, О. Яшниковаға 13050 һум – бөтәһе 1 115874 һум, быларҙан тыш, хеҙмәт килешеүҙәре төҙөлмәгән көйө эшләп йөрөгән эшселәре – Ф. Әлмө­хәмәтовҡа 70000 һум, Р. Гордееваға 32000 һум, О. Козыряловаға 60000 һум, А. Мещеряковаға 15000 һум, А. Мусинға 44000 һум, Б. Рыҫҡужинға 60000 һум, Р. Сәйетбатталоваға 10 400 һум, И. Хабиловҡа 72000 һум, К. Юлыевҡа 70000 һум – йәмғеһе 433 400 һум күләмендә эш хаҡы түләмәгән.
Суд ултырышында Е. Куликова үҙ ғәйебен таныны, ғәйепләү менән килеште һәм был эш буйынса суд тикшереүе үткәрмәй генә хөкөм сығарыуҙы һораны, был ҡарарҙы, яҡлаусыһы менән кәңәшләшкәндән һуң, үҙ ирке менән ҡабул итеүен, эҙемтәләрен аңлауы хаҡында әйтте.
Е. Куликоваға яза биргән саҡта суд, уның үҙ ғәйебен таныуын һәм тәүбәгә килеүен, унан зыян күреүселәрҙең миһырбанлыҡ күрһәтеү яҡлы булыуын иҫәпкә алып, Куликоваға реаль срок бирмәйенсә яза бирергә кәрәклеге хаҡында фекергә килде.
Үрҙә әйтелгәндәргә таянып һәм РФ Енәйәт-процессуаль кодексының 136-сы статьяһына ярашлы, мировой судья Куликова Екатерина Андреев­на­ны, РФ Енәйәт кодексының 145.1статья­һының 1-се бүлегенә ярашлы, енәйәт ҡылыусы тип тапты һәм, РФ Енәйәт кодексының 73-сө статьяһын ҡулланып, уны – 8 (һигеҙ) айға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итергә, тигән ҡарар сығарҙы.
Мировой судья Г. Аллаярова.»
Редакцияға хат яҙыусылар, судтан һуң уларға эш хаҡы буйынса бурысты кем, нисек ҡайтарып бирер икән, тип һорай: «Элек эшләгән урыныбыҙҙа, һөт комбинатында, хәҙер яңы хужа, һәм ул беҙгә аҡса түләмәйәсәк. Суд приставтары, һеҙҙең хеҙмәт килешеүе төҙөмәйенсә эшләүселәрегеҙгә, Куликова аҡса биргән осраҡта ла, эш хаҡы эләкмәйәсәк, сөнки судтан беҙгә ебәрелгән ҡарарҙа исем-шәрифтәрегеҙ юҡ, тине. Булған хәлдә лә, Куликованың бар мөлкәте банкыларҙа залогҡа һалынып бөткән, уларҙы һатҡан хәлдә лә, аҡсаһы шул банкы­лар­ға китәсәк. Беҙ, шулай итеп, эшләп алған аҡсабыҙҙан яҙырбыҙмы икән?»
Куликованың һөт заводында бәләгә тарыусыларҙың фараздарын дөрөҫләп ҡуйҙылар: предприятиеның хәҙерге хужаһы Грибко Лариса Григорьевна әйтеүенсә, ул берәүгә лә бурыслы түгел, бар һорауҙар – Куликоваға.
– Мин был цехты Куликованан ҡуртымға алдым, уның бында бер ҡыҫылышы ла ҡалманы, тиергә була. Беҙ уның бурыстарын түләй алмайбыҙ, тейеш тә түгелбеҙ. Әммә Екатерина Андреевна үҙ бурыстарынан баш тартмай бит һәм киләсәктә барыһын да түләп ҡуясаҡ.
– Бер ниндәй хеҙмәт килешеүе төҙөмәйенсә эшләүселәргә ләме?.. Һуң, уларына бит, юридик күҙлектән ҡарағанда, Куликова бурыслы ла түгел.
– Эш хаҡы алыуҙарын раҫлаусы табелдәр бар, башҡа документтар. Кемгә бурысы барлығын таныған, барыһына ла түләйәсәк. ҡай­ғырмаһындар.
Сибай ҡалаһы прокурорының өлкән ярҙамсыһы Фәнил Рәмил улы Мортаев шәхси эшҡыуар Е. Кули­кованың эше буйынса ошондай аңлатма бирҙе:
– Куликова Екатерина Андреевна РФ Енәйәт кодексының 145.1 статья­һының 1-се бүлегенә ярашлы енәйәт ҡылыусы тип табылды, хөкөмгә тарттырылды. Хөкөм ҡарары ғәмәлгә инде. Был енәйәт эшен ҡарау барышында Куликоваға хеҙмәт килешеү төҙөмәйенсә эшләп йөрөүселәр билдәләнде. Рәсәй Федерацияһы Енә­йәт-процессуаль кодексының 90-сы статьяһына ярашлы, ғәмәлгә ингән суд ҡарары менән раҫланған факттар буйынса өҫтәмә тикшереүҙәр үткәреү кәрәкмәй, суд уларҙы дөрөҫ тип таба. Ошоно иҫәпкә алып, Сибай прокуратураһы, был эшселәрҙең мәнфәғәттәренән сы­ғып, мировой судьяға Куликованан уларҙың файҙаһына эш хаҡтарын таптырып алыу буйынса суд ҡарарҙары сығарыуын һорап мөрәжәғәт итте.
Өҫтәп шуны әйтергә кәрәк: Е. Ку­ли­ко­ва әлеге ваҡытта тәүге суд ҡарарын үтәмәгән, йәғни берәүгә лә эш хаҡы түләй башламаған. Уға ҡарата Рәсәй Федера­ция­һы Енәйәт кодексының 315-се статьяһы буйынса яңы енәйәт эше асылды. Был статья ғәмәлгә ингән суд ҡарарын аңлы рәүештә үтәмәүселәргә ҡаршы йү­нәлтелгән, уның буйынса ғәйепле кешене ике йыл­ға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡарал­ған.
Екатерина Куликова еңел ҡотолоп ҡалды, ти­п әйтергә була. Ни өсөн, тиһегеҙме? Ғәйебен та­ны­ны, язаһын алды, ә эш­селәренә булған бу­ры­сын түләмәне. Кө­нит­ме­­ше Сибайҙа түгел, ә Си­ләбе өлкәһенең Магнитогорск ҡа­ла­һында, тимәк, үҙенән алданып ҡал­ған кешеләр көн дә юлын ҡыйып, битәрләп тә йөрөмәйәсәк, шуға ла ул был хәл­дә бик тә ирәбе йөрөйәсәк. Тү­лә­ренә бик тә шикләнәм. Хата­лан­һам, шат­­ланырмын ғына, әммә, ошо 41 эш­­се, суд ҡарарҙарын ҡулдарына тотоп, үҙ алдарына тегендә һуғылып, бын­да һуғылып йөрөр-йөрөр ҙә, бер нисә айҙан һуң тынысланырҙар, ә бер йылдан иһә был хәлгә ҡалыу­ҙарында Куликованы түгел, үҙҙәрен ғә­йепле һанап, был хаҡта иҫләмәүҙе хуп күрәсәктәр, тип уйлайым. Әле был 41 кешенән башҡа, Баймаҡ райо­ны ауылдарында Куликованың һөт за­водына һөт тапшырып, аҡсаһын ала алмай ҡалған нисә тиҫтә кеше бар­лығын бер Алла ғына белә, башҡа төрлө бер ниндәй статистик мәғлүмәттәр, йә судҡа мөрәжәғәттәр юҡ.
Үҙебеҙҙә йүнле эшҡыуарҙар юҡ, ситтән инвесторҙар кәрәк, тигән ҡараш популяр саҡта, күрше Магни­то­горск инвестицияларын, Сибайға яҡын урынлашҡан ауылдарҙан һөт йыйыусы Куликованы хәтерҙән сығармаһаҡ ине. Донъя булғас, төрлөһө була, әммә урындағы эшҡыуар булып, уның эшмәкәрлеге шәхси эшҡыуар (ИП) булып түгел, ә яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт (ООО) булып теркәлгән булһа, ошондай ҙур суммаға еткереп бурыс йыймаҫ ине Куликова тигән йылғыр «эшҡыуар».

Илшат ҡАНСУРИН.
Сибай ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға