«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Баҡсасыға – ярҙамға



17.03.2023 Баҡсасыға – ярҙамға

Дегетле һабын
150 г һабынды 10 л һыуға иҙеп һалһағыҙ, ағастарығыҙҙа һәм сәскәләрегеҙҙә үлән бете булмаҫ. Сирле гөлдәрҙе ташлағандан һуң гөл һауытын йыуырға мөмкин.

Йод
Баҡса еләге сәскә атҡан мәлдә туҡландырыу өсөн һәйбәт. 10 литрға 5 – 10 тамсы йод һалырға кәрәк. Иретмә үҫемлекте төрлө сирҙән дә һаҡлай.

«Зеленка»

Ҡыуаҡлыҡтарығыҙ һынһа, ҡабаҡта сыйылған урындар булһа, «зеленка» һөртөп ҡуйырға мөмкин. Ул сереүҙән һаҡлай.

Аш содаһы

Сода иретмәһе һипһәгеҙ, винограды­ғыҙҙың емеше тағы ла нығыраҡ балланыр. Ҡыяр ауырымаһын өсөн дә был иретмә менән эшкәртергә мөмкин.

Бор кислотаһы
Помидор теплицала эҫенән һулып ултырһа, борос, баклажан емешлән­мәһә, ҡыярҙың уңышы әҙ булһа, бор кислотаһы иретмәһе һиптерәләр. 2 г кислотаны 500 мл эҫе һыуҙа иҙергә һәм шуға 10 литр һыу ҡушырға.

Глюкоза һәм B1 витамины
5 л һыуҙа 5 мл глюкоза һәм 1 мл В1 витаминын иҙергә. Был шыйыҡсаны ике аҙна һайын гөлдәрегеҙгә һибеп торһағыҙ, улар үҫеп китер һәм һеҙҙе сәскәләре менән һөйөндөрөр.

Горчица оно

Лайлалы ҡусҡар булмаһын өсөн үҫемлектәр эргәһенә һибеп сығығыҙ. 10 литр һыуҙа 100 г порошокты иретеп, сәскә атҡандан һуң алмағастарҙы, грушаны эшкәртһәгеҙ, ҡорттары булмаҫ.

Марганцовка
Орлоҡтарҙы һәм бүлбеләрҙе ауырыу­ҙарға бирешмәһен өсөн марганцовка иретмәһендә дезинфекциялайҙар (10 литр һыуға – бер ҡалаҡ марганцовка). Картуфты тишеүсе ҡорт булмаһын өсөн сәсер алдынан бүлбеләрҙе марганцовкалы һыуҙа тотоп алырға кәрәк.

Беткә ҡаршы шампунь

Бесәй, эттәрҙең бетенә ҡаршы шампунь менән тәҙрә төптәрен һөртһәгеҙ, гөл­дәрегеҙгә башҡа үҫемлектәрҙән үлән бете йоҡмаҫ. Шырпының көкөртлө башын тупрағына ҡаҙап ҡуйһағыҙ ҙа, төрлө бөжәкте юҡҡа сығарыр.





Автор: З. Йәһүҙина
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға