03.06.2019 Йондоҙнамә (3-9 июнь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Тыныс аҙнаға өмөттәрегеҙ аҡланмаҫ. Дүшәмбенән башлап төрлө мәшәҡәт, ашығыс эштәр күбәйер. Һеҙҙең һуңғы уңыштарығыҙ кемделер борсой һымаҡ. Был хәлде ваҡытында күрергә тырышығыҙ.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Осор өмөтлө булырға оҡшай. Ҡаршылыҡтар, ғәҙәттәгесә, осрап торор, ләкин уларҙы еңел генә еңә алырһығыҙ. Был арала имтихандар, төрлө һынауҙы тапшырыу ауыр булмаҫ. Ҡәҙимге көн һәм эш тәртибен һаҡлауығыҙ бик мөһим.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна араһында төрлө эш-мәшәҡәт ҡәҙимгенән күбәйер. Көсөгөҙҙө йәлләмәй эшләргә кәрәк булыр. Тейешле йөкмәләрҙе һәйбәт үтәп, башҡалар араһында абруйығыҙ күҙгә күренеп артыр. Дуҫтарығыҙ ҙа күбәйер, артығыҙҙан күҙәтеүселәр ҙә табылыр.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Һәйбәт аҙна. Ҡайһы бер ваҡиғалар алға өмөт менән ҡарарға мөмкинлек бирер. Эш урынында бер ниндәй ҙә дәғүәгә инмәҫкә тырышығыҙ. Тураһын әйтегеҙ, фекерегеҙҙе асыҡ белдерегеҙ. Иң дөрөҫ юл шул.
Буға (21.04 – 21.05)
Шәхси тормошоғоҙҙа барыһы ла һеҙ уйлағанса барыр. Хәлегеҙ тотороҡло көтөлә. Эштәгеләр менән ҡаршылыҡтар осрап торор. Был бигерәк тә шаршамбыға ҡағыла. Иң яҡшы көндәрегеҙ – шишәмбе һәм шәмбе.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Осор яңы белем алыу һәм үҙләштереү өсөн уңайлы. Уҡып йөрөгәндәр теләһә ниндәй имтиханды ла еңел тапшырыр. Шишәмбеләге яңылыҡ һеҙҙең өсөн мөһим буласаҡ. Уға тейешле иғтибар бирегеҙ һәм онотмаҫҡа тырышығыҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна барышында ҡайһы бер эштәрегеҙҙе тәртипкә килтерерһегеҙ. Шаршамбыла яҡын кешегеҙ менән һүҙгә килешеүегеҙ ихтимал. Йондоҙҙар артыҡ үҙ һүҙле булмаҫҡа кәңәш итә. Йомала килеп сыҡҡан мәсьәләне хәл итергә көсөгөҙҙән килер һымаҡ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был арала ниндәйҙер өмөтлө тәҡдим ишетерһегеҙ кеүек. Йондоҙҙар уға һис тә икеләнмәйенсә ризалашырға ҡуша. Юғиһә бик уңайлы мөмкинлектән файҙалана алмаҫһығыҙ. Яҡын кешеләрегеҙ һәр саҡ ярҙам итеп торор.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Һәйбәт аҙна. Тырышлығығыҙ юҡҡа булмаҫ – шаршамбыла ниндәйҙер ҙур уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Быны дуҫтарығыҙ ғына түгел, дошмандарығыҙ ҙа яҡшы күрер. Йомала аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ. Уны бик тиҙ кире ҡайтарырһығыҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Осор уйламағанса мәшәҡәтле килер. Һис көтмәгәндә төрлө мәсьәлә ҡалҡып сығыр. Йыш ҡына башығыҙҙы күтәрергә лә ваҡытығыҙ булмаҫ. Был хәлдә үҙегеҙҙең дә ғәйебегеҙ бар һымаҡ. Һуңғы ваҡытта бер аҙ ялҡауландығыҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Бик уңышлы аҙна. Бөтә эшегеҙ һәйбәт барыр. Шишәмбе йәки шаршамбыла мотлаҡ аҡса килер. Бәғзеләр өйләнеү йәки кейәүгә сығыу тураһында етди уйлана башлар. Күптәр үҙенә пар табыр.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Бар йәһәттән дә яҡшы көндәр килер. Мөһим эштәр менән генә булышырға ҡушыла, ваҡ-төйәккә ваҡытығыҙҙы әрәм итмәгеҙ. Шишәмбелә яҡындағыларға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ. Был арала күптән күрмәгән кеше менән һөйләшерһегеҙ. Был әллә ни ҡыуаныс килтермәҫ һымаҡ.