«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » «Халҡыбыҙ өмөтһөҙлөккә бирелмәһен»



05.02.2011 «Халҡыбыҙ өмөтһөҙлөккә бирелмәһен»

«Халҡыбыҙ өмөтһөҙлөккә бирелмәһен»«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында рәйес булып эш башлауым бик яуаплы мәлгә тура килде, сөнки Өсөнсө ҡоролтайҙан һуң бихисап эш, бурыс, маҡсат бар. Башҡортостан үҙе лә яңыса йәшәй, йәғни етәкселек алмашынған осор, тимәксемен. Хәҙер беҙгә, бөтә башҡорт ойошмаларын берләштереп, конструктив рәүештә бер фекерҙә булыуҙы яйға һалырға кәрәк», – ти Илгиз Зәмфир улы Солтанморатов. Ул әлеге вазифаһына үтә яуаплы ҡарай һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә өлгө, тәжрибә алырлыҡ аҡһаҡалдарыбыҙ барлығына ҡыуана. Йәш ғалим, ишле ғаилә башлығы, әле утыҙы ла тулмаған етәксе йәмәғәт ойошмаһының абруйын һаҡлау, баһаһын күтәреү өсөн бар көсөн һаласағын ышаныслы әйтә. Уның менән әңгәмәбеҙ, башлыса, ҡоролтай эшмәкәрлеге менән башланһа ла, донъяуи хәлдәрҙе лә, йәшәйеш мәсьәләләрен дә ситләтеп үтмәне.

«ҡоролтай халыҡһыҙ йәшәй алмай»

– Һәр кеше тормошон үҙенсә алып бара. Кемдер «өй – эш – балалар» принцибы менән йәшәһә, бәғзеләрҙең был исемлегенә йәмәғәт эштәре, әүҙем тормош менән йәшәү ҙә өҫтәлә. Һеҙ нәҡ шул аҙаҡҡылар иҫәбенә инәһегеҙ, буғай.
– Йәмәғәт эшмәкәрлегем ҡоролтайға килеүем менән генә башланманы. «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге ултырыштарында ҡатнаш­ҡыланым, фән эшмәкәре булараҡ та Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре менән командировкаларға йөрөй торғайным, ҡоролтайҙың Йәштәр советындағы ултырыш­тар­ҙа ла сығыш яһаған саҡтар байтаҡ булды. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡоролтай эше таныш ине, уның төп йүнәлештәрен белдем. Бынан бер нисә йыл элек ырыуҙарҙы тергеҙеү йыйындарының уртаһында ҡайнарға тура килде. Үҙем – меңлеләрҙән. Беҙ ҙә ҡор йыйҙыҡ. Был эштәр барыһы ла минең киләсәктә тағы ла шул йүнәлештә эшләргә, һис юғында, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашырға ынтылышымды көсәйтте. Бөгөн йәштәребеҙ ҙә берҙәм йәшәргә, тупланырға тырышып тора. Был юҫыҡта студенттар­ҙың яҡташтар берлектәрен билдәләргә кәрәк. Мин дә «Өршәк» берлегенең ойоштороусыларының береһе булдым. Әле лә уның эштәре менән ҡыҙыҡһынып торам.
Тарҡаулыҡ бер ҡасан да ыңғай һөҙөмтә бирмәгән. Көн һайын яңы ваҡиғалар, яңы шарттар һәм талаптар булып тора. Уларҙан артта ҡалыу дөрөҫ түгел. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, иң абруйлы ойошма булараҡ, халыҡты борсоған иң мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта власть менән, башҡа ойошмалар менән тыныс, имен шарттарҙа эшләү зарурлығын да оноторға тейеш түгелбеҙ. Маҡсатыбыҙ – халыҡтың киләсәге тураһында ҡайғыртыу. «Өмөтһөҙ – шайтан» тигән бик тә тапҡыр әйтеме бар халҡыбыҙҙың. Ысынлап та, кеше өмөтөн юғалтмаһын ине. Ана шул юҫыҡта ла ҡоролтай ниндәйҙер таяныс булһа...

– Ә бөгөн халыҡ ҡоролтайға ярҙам һорап күп мөрәжәғәт итәме? Кешенең ниндәйерәк проблемаһын хәл итеүҙә ҡатнаша алаһығыҙ?
– Беҙгә, йәмәғәт эшмәкәрҙәренә, йыш мөрәжәғәт итәләр. Хатта, ярҙам ит, тип үтенмәгән хәлдә лә, проблемаларын һөйләп, кәңәш һорап та китеүсәндәр. Ул проблемалар ҙа күп осраҡта шәхсән бер генә кешегә, йә ғаиләгә ҡағылмай, ә халыҡ борсолоуҙарынан ғибәрәт. Әле лә, мин рәйеслеккә килгәне бирле, байтаҡ ултырыш үткәрҙек, ҡала-район ҡоролтайҙары эшен йәнләндермәксебеҙ. Беренсе Йәштәр ҡоролтайы ҡарарын тормошҡа ашырыу ниәтендә урындар­ҙа йәштәр ҡорҙары ойошторабыҙ. Башҡарма комитет янында булдырылған бизнес-үҙәк үҙ эшен башлап ебәрҙе. Халыҡ килһен, хаттар яҙһын, тәҡдимдәрен көтәбеҙ. Уларҙы махсус комиссияларыбыҙ ҡарап, тикшереп, ҡулдан килгәнсә булышлыҡ итәсәкбеҙ. Милләт­тәштәргә, һеҙҙең фекерегеҙ беҙгә мөһим, тип әйткем килә (Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында демография үҫеше, мәғариф һәм фән, иҡтисад, ер сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡ, тарих, тел һәм рухи мәҙәниәт, ғаилә, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡ, һаулыҡ һаҡлау һәм экология, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә йәшәүсе башҡорттар, дәүләт органдары һәм гражданлыҡ институты, йәштәр һәм кадрҙар сәйәсәте, матбуғат сәйәсәте мәсьәләләре буйынса комиссиялар эшләй – авт.).
Башҡорттоң арҙаҡлы шәхесе Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең «Хушлашыу хаты»нда бик дөрөҫ әйткән. Белем алыуҙы, йәштәрҙе ҡайғыртыуҙы, берләшеүҙе, аҡыл менән эш итеүҙе васыят иткән ул беҙгә. Ошо юлдан тайпылмайынса, аныҡ маҡсаттар һәм айыҡ аҡыл менән эшләргә лә эшләргә кәрәк ҡоролтай активистарына.
Шуны ла билдәләмәй булмай: Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек барышында, уны үткәргәндә, унан һуң хәрәкәткә бик күптәр килеп ҡушылды. Һәр береһе үҙ тәжрибәһе, маҡсаттары, фекерҙәре менән килә. Йәштәргә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты – ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта функциональ яҡтан аҡланған йәмәғәт ойошмаһы. Ул республикала ғына түгел, төрлө тарафтарҙа ла үҙ селтәрен булдырған. ҡоролтай хәрәкәтен шулай баһалайым: ул – илһөйәрҙәрҙең, ябай хеҙмәткәрҙәрҙең, алдынғы ҡарашлы кешеләр­ҙең көндәлек эше. Әйткәндәй, эшмәкәрлек йүнәлештәренән бер нисәүһен һанарға мөмкин, әммә иң мөһимдәре – бер ҡасан да баҫҡан аҙымыңдан сигенмәҫкә (был, тәү сиратта, Башҡортостандың автоном статусын һаҡлау), шулай уҡ ҡоролтай власть менән башҡорт йәмәғәтселеге ара­һында тороу­сы канал да булырға тейеш. Модер­низация процесынан артта ҡалһаҡ та, проблемалар тағы ла тәрәнгәрәк төшәсәк. Бында хатта ул осраҡта нимә буласағын күҙ алдына килтереү ҙә ҡурҡыныс.
Бөгөн ҡоролтайыбыҙ сәйәси уйын уйнарға тейеш түгел, ә йәмғиәткә лә, дәүләткә лә мөһим, концептуаль критерийҙар тәҡдим итергә тейеш. Барыһы ла белһен: бына был йәки теге күренеш менән башҡорт халҡы риза, йә киреһенсә.

– Башҡа йәмәғәт ойошмалары менән бәйләнеш нисегерәк?
– Алдан әйтеүемсә, башҡорт милли ойошмалары, үҙәктәре бөтөнөһө лә ҡоролтай тирәһендәрәк тупланһа, яҡшыраҡ. Берләштереүсе үҙәк булырға тейеш ул. Ә инде башҡа милләттәргә килгәндә, Бөтә донъя татар конгресы менән ныҡлы бәйләнеш урынлаштырасаҡбыҙ. Тәүҙә, бәйләнеште нығытырға маҡсат тотоп, улар килде, һуңынан мин дә ҡаҙанға барҙым. Беҙ, ут күршеләр, тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә тейешбеҙ. Рәсәйҙең башҡа милли республикалары ла, бигерәк тә Волга буйындағылар беҙгә ҡарай, беҙҙән өлгө ала, беҙгә таяна. Беҙ – һан буйынса ла, сәйәси үҫеш буйынса ла көслө милләттәр. Беҙҙең позициялар бер, ил позицияһы менән тура килә. Урыҫтар соборы менән дә конструктив диалог ҡорғанбыҙ. «Барт» республика чечен ойошмаһы менән дә хеҙмәттәшлек бар. Республиканың төрлө төбәгендә эшләүсе милли тарихи-мәҙәни үҙәктәр ҙә асылғанда ҡоролтай фатихаһын алған. Шунлыҡтан нисек инде уларҙың эшмәкәрлеге менән танышмай­һың да, йәшәйештәре менән ҡыҙыҡһынмай­һың?!
Беҙ – халыҡ-ара ойошма. Әлегә ундай ойошмалар менән тығыҙ эшләмәйбеҙ. Ә кәрәк. Киләсәктә бына шундай ойошмалар менән бәйләнеш урынлаштырыуҙы күҙ уңында тотабыҙ.

– Бер нисә көндән Өфөлә Дәүләт Советы ултырышы уҙа. Уға ҡоролтай ниндәйҙер өмөттәр бағлаймы?
– Әлбиттә, бындай мөһим сараны беҙҙә үткәреү юҡҡа ғына түгел – республикала берлектә ҡарарҙар ҡабул итеү тәжрибәһе бар. Был сараға ҙур өмөттәребеҙ йүнәлгән. Үҙебеҙҙең тәҡдимдәребеҙҙе йыйып, туплап, Мөрәжәғәт ҡабул итеп ебәрербеҙ тип уйлайым. Ғөмүмән, республикабыҙ күп милләтле булыуы менән генә түгел, ә барса халыҡтарының татыулығы менән дә абруй ҡаҙанған. Абруй тигәндән, яңы шарттарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, халҡыбыҙ алдында мөһим бурыс тора – башҡа халыҡтар алдында абруйҙы юғалтмау. Беҙ бер ҡасан да Рәсәйгә, уның милләттәренә ҡаршы сыҡманыҡ, ҙур мәсьәләләр алдында ҡаушап ҡалманыҡ. Артабан да бындай күренештәр булмаҫ.
Милли ойошма ул, тәү сиратта, йәмәғәт ойошмаһы. Тимәк, йәмәғәт проблемаларын да ҡарарға тейешбеҙ. Һәм мотлаҡ власть органдары менән берлектә.

«Үҙебеҙҙән башлайыҡ»

– Йәмәғәт алдында ҙур маҡсаттар ҡуйыр алдынан кеше үҙенә лә күҙ һалырға тейеш. Нисек йәшәй ул? Ғаиләһе ниндәй? Ата-бабалары васыятына тоғромо? Халҡына мөнәсәбәте нисек? Юҡһа, ҡайһы берҙә, мин – башҡорт, тип күкрәк һуғып йөрөүселәр ҙә яуаплы саҡта манҡорт булып сыға, туған телебеҙ бөтә, тиеүселәр үҙе үк шуға булышлыҡ итә, йәғни ғаиләһен, балаларын туған теленә өйрәтмәй...
– Шулай шул, ундайҙар ҙа бар, үкенескә күрә. ҡалала баланың теле боҙола, мөхит туған телде оноттора, тигән булалар. Беҙ уҡытыусыларҙан күпте көтәбеҙ. Улар телде өйрәтергә тейеш, тибеҙ. Туған телде уҡытыу мәктәп эше генә түгел, иң тәү сиратта, ата-әсәнең эше. Бына мин үҙем ҡалала үҫтем. Аллаға шөкөр, туған телем­дә рәхәтләнеп һөйләшәм. Балаларым да ауыҙ тултырып башҡортса һөйләшә. Хәҙер русса өйрәтергә кәрәк, тип көлөшәбеҙ әсәләре менән. ҡыуаныслы күренеш түгелме ни ошо?! Балаларымдың туған телен белеүе – минең һәм ҡатынымдың еңеүе ул.
Шәхсән үҙем кеше булып ҡалырға тырышам. Ниндәй шарттарҙа ла. Аҡыл менән эш итергә, намыҫ менән. Рәшит Шәкүр әйтмешләй, йөрәк ҡушҡанды аҡыл менән үлсәп ҡарайым.
Аҙна һайын ауылға ҡайтырға тырышам. Башҡортостан буйлап йөрөргә ынтылып торам – эш буйынса булһынмы ул, ял итепме. Йәнтөйәк һауаһы, ере ниндәйҙер илһам, дәрт бирә. Әле Яңы йыл каникулында ике мең саҡрымдан ашыу юл үттек. Тыуған яғыңды белеүҙән башлана бит илһөйәрлек.

– һеҙ йәмәғәт эшмәкәре генә түгел, ә фән кешеһе лә бит әле...
– Эйе, БР Фәндәр академияһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институтын етәкләйем. Унда йәштәр ҙә күп эшләй. Эш яйға һалынған. Фәнде яратыусы, тарихыбыҙ, киләсәгебеҙ менән ҡыҙыҡһыныусы ғилми хеҙмәткәрҙәр йыйылған бында. Институт милләт-ара ғауғаларҙы булдырмауға ҡоролған этник-ара мөнәсәбәттәрҙе оптималләштереү, толерант йәмғиәт төҙөүҙә мөһим инструмент булып тора. Ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең төп бурысы – милли һәм тел сәйәсәтенең көнүҙәк проблемаларын тикшереү, республикала милләт-ара мөнәсәбәт торошона мониторинг яһау, ошо юҫыҡта камиллаштырыу эштәре, дәүләт милли һәм тел сәйәсәтен фәнни, мәғлүмәти яҡтан тәьмин итеү һ.б. Бер һүҙ менән әйткәндә, эшмәкәрлектең әһәмиәтен һанап бөткөһөҙ.

– Һеҙҙеңсә, нимә ул бәхет?
– Йортҡа ҡайтыу, унда ғаиләң көтөү – бәхет. Мин арып өйгә ҡайтһам, балалар ҡыуанышып ҡаршы ала. Бар арыуҙар онотола. Улдарым Алсын менән Сыңғыҙ (Рәсүл Ғамзатов әйтмешләй, ир-аттың исемендә ҡылыс сыңы ишетелергә тейеш) икеһе ике яҡтан йүгереп килһә, әсәһенең ҡосағында ҡыҙым Сәлимә йылмайып тора. Бына шуларҙы бәхет тимәй, ни тиһең?! Ятаҡта йәшәһәк тә, зарланмайбыҙ, Алла бирһә, Жуков ауылында төҙөлөп ятҡан йортобоҙҙо туйлаясаҡбыҙ.

«ҡараңғылыҡты яманлағансы бер шәмеңде яндыр»

– Матур уй-теләктәр менән йәшәргә тырышабыҙ. Яҡшы ниәт-хыялдар етерлек. Шундай бер матур ниәтемде «Йәшлек» уҡыусыларына ла еткергем килә. Аллаға шөкөр, туйҙар үтеп тора, тимәк, ғаиләләр ишәйә. Бындай байрамдарҙа нимә бүләк итәбеҙ? Грузиндар Шота Руставелиҙың поэмаһын бүләк итеп биреүҙе тотош бер индустрияға әүерелдергән. Китапты төрлөсә биҙәп, нағышлапмы, матур итеп бирәләр. Беҙҙә лә шундайыраҡ милли бүләктәр булдырыу кәрәк. Мәҫәлән, ҡурайыбыҙ бар. Ул йортта башҡорт йәшәгәнен күрһәтеп торасаҡ. Бәлки, кеше был ҡурай алдында эсмәҫ, һүгенмәҫ, милләткә хас булмаған эштәрҙе эшләргә оялыр. Шулай уҡ ҡөрьәндең дә баһаһы күтәрелә. Шундай бүләктәр йолаға әүерелһә, һәйбәт булыр ине. Ҙур бүләк тә түгел, әммә мәғәнәле. Кешегә күп кәрәкмәй бит ул. Кейемебеҙҙән дә милли биҙәктәр юғалды. Сәхнәлә генә ҡалды. Ә ни өсөн? Шунан башлана бит юғалтыуҙар. Әйҙәгеҙ, ошо турала ла уйланайыҡ әле.
Нимә эшләргә кәрәк, тип аптырарға тейеш түгелбеҙ. Халҡыбыҙҙа бөтә нәмә бар. Идеология, иман, ресурстар... Беҙҙең ата-бабалар нисек йәшәне? Беҙ нисек йәшәргә тейешбеҙ? Уйлыға уй бар.
Демограф булараҡ, шуны әйтер инем: бөгөн һуңлап ғаилә ҡороуҙар, яңғыҙаҡтар күбәйә. Беҙҙең халҡыбыҙ һәр заманда ла ишле ғаиләле булған. Бала үҫтереүҙең, тыуҙырыуҙың да ваҡыты бер генә бит ул. Атай кеше, ир булараҡ та әйтәм. Башҡорт ирҙәре – милләттең этәргес көсө, ҡатын-ҡыҙҙар – һаҡлаусыһы. Ошо һүҙҙәр һәр башҡорттоң ҡолағында сыңлап торорға тейеш.

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Уңыштарға ирешергә яҙһын һәм һеҙҙең етәкселектә ҡоролтай башҡарма комитетының абруйы артыр, халыҡтың таянысына әүерелер, тигән теләктәбеҙ.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға