«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » "Йондоҙло табын" - Ирина ХАФИЗОВА



04.06.2019 "Йондоҙло табын" - Ирина ХАФИЗОВА

“Йәшлек” гәзитен уҡыусыларға “Гәлсәр һандуғас” телеконкурсы лауреаты, йырсы, автор-башҡарыусы Ирина ХАФИЗОВА үҙенең аш-һыу серҙәрен сисә.

Татлы күмәс
Бер ҡалаҡ сүпрәгә берәр ҡалаҡ шәкәр менән он, самалап тоҙ, 100 мл һөт ҡушып бутарға һәм бер аҙ ҡабарғанын көтөргә. 2 йомортҡа һарыһын 150 мл һөт ҡушып туҡығас, ҡабарған сүпрәне, 2 стакан он ҡушып, йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Ул ҡулға йәбешеберәк торасаҡ, әммә өҫтәп он һалырға кәрәкмәй. ҡамыр ҡабарғансы (ярты сәғәт тирәһе) эслек әҙерләргә: 100 грамм аҡ майға 4 ҡалаҡ шәкәр, бер ҡап ванилин һалып бутарға.

Ҡамырҙы йәйгәс, өҫтөнә эслекте һыларға. Артабан уны рулет кеүек төрөп, 5 см ҡалынлығында өлөштәргә ҡырҡып, майланған табаға теҙеп сығырға. Уларҙың араһында бер аҙ ҡабарырлыҡ урын ҡалдырырға кәрәк.

150 мл һөткә 100 грамм шәкәр, бер ҡап ванилин һалып, оҙаҡ итеп туҡырға. Был сироптың яртыһын ҡабарған күмәс өҫтөнә ҡойоп, 190 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейестә 15 минут бешереп алырға. Ҡалған сиропты ҡойоп, тағы ла 20 – 30 минут тирәһе бешерергә.

Лимондан бәлеш
250 грамм ҡаймаҡҡа тәүҙә ярты балғалаҡ сода, 100 грамм иретелгән май һалып бутағас, яйлап 2 стакан он һалып ҡамыр баҫырға. Әгәр ул ҡулға йәбешеп торһа, тағы ла он өҫтәргә мөмкин.

Эслек өсөн 1,5 лимонды ҡабығы менән блендерҙа иҙеп, 1 стакан шәкәр һалып бутарға.



Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, йәймәләр әҙерләргә. Ҙурырағын майланған табаға һалып, эслекте һыларға. Икенсе йәймә менән бәлештең өҫтөн ҡаплап, ситтәрен йәбештереп сығырға. Алтынһыу төҫкә инеп бешһен өсөн өҫтөнә йомортҡаның һарыһын туҡып һөртөргә. Ул 30 минутта бешеп сыға. Һыуынмаҫ борон өҫтөнә шәкәр оно һибергә мөмкин.





Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға